Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 674


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛО БАУЫРЛЫ
дителям). Олоно оло тип белмәуе бигерәк уңайһыҙ. Оло һөйләү маҡтанып, нимәнелер һанға һуҡмай һөйләү. □ Говорить свысока. ■ [Ғөбәйҙулла:] Был хәйерсе ерҙә йәшәп булмаҫ инде. [Шәуәли:] Мырҙам, улай оло һөйләмә! Ергә төкөрөп, кире яларға тура килмәһен. Р. Солтангәрәев. Оло һүҙ мәғәнә көсө ҙур булған хәбәр. □ Нужное, полезное слово. • Оло һуҙҙә оят юҡ. Әйтем. Оло һүҙен йыҡмау өлкәндәргә ҡаршы килмәү. □ Слушаться старших. ■ Ирйегет тә .. йомшаҡ, сабыр холоҡло, иғтибарлы, инсафлы: бер ваҡытта ла тауыш кутәрмәҫ, кеше һуҙен булдермәҫ, оло һуҙен йыҡмаҫ, кесене рәнйетмәҫ. 3. Биишева.
ОЛО БАУЫРЛЫ с. ҡар. оло йәнле. Оло бауырлы кеше. Оло бауырлы олатай. ■ [Әхмәҙулла бабай:] Изгелек елгә елгәрелеп осмай, оло бауырлы булыу кәрәк, халыҡ өсөн типкән йөрәк һунмәй. Ә. Вахитов.
ОЛО БАШ (Р.: умный, толковый человек; И.: clever; T.: akıllı) и. диал.
Уйлап эш итә белгән, төплө кеше. □ Умный, толковый человек. ■ [Бәндәбикә — Ерәнсәгә:] Һин уҙ илеңдә батыр исемен яуланың. Батырлыҡ янына оло баш та кәрәк. Әкиәттән. • Аҡыл — йәштә тугел, башта; булһаң, бул һин оло баш, булма бер ҙә ҡыуыҡбаш. Әйтем.
ОЛО БИСӘ (Р: первая жена у полигамного мужчины; И.: senior wife, First Lady; T.: birinci karı) и. диал.
Ике йәки унан да күп ҡатын алған ирҙең тәүге ҡатыны. □ Первая жена полигамного мужчины. Оло бисәһе менән килгән. Оло бисәһенең ҡотҡоһо. ■ [Дилә:] Емеш еңгәм генә башымды ашаны. Бигерәк өгөтләп димләне шул. Етмәһә, Айҙарҙың оло бисәһе уҙе бит әле, ҡайта-ҡайта килеп димләште. Һ. Дәүләтшина.
ОЛО БӘЙГЕ (Р: большие скачки на опытных скакунах; И.: large jumps, galloping); T.: büyük at yarışı) и. диал.
Һыналған оло аттар сабышы (йәш аттар сабышынан һуң була). □ Большие скачки на опытных скакунах. Оло бәйгегә әҙерләнеу.
Оло бәйгелә һыналған аттар ғына ярыша. Оло бәйгене ҡарап тороу.
ОЛО БӘЙЕЛЛЕ (Р: степенный; И.: imposing; sedate; T.: ağırbaşlı) с. диал.
1. Яҡшы холоҡло; етди, дәрәжәле; олпат. □ С хорошим характером, солидный, степенный. Боронғо оло бәйелле ҡарттар юҡ хәҙер. ■ Факиһа әбей ҡыҙының оло бәйелле икәнен белә ине. Картотека фондынан.
2. Ололарса һөйләшкән бала. □ Остроумный, смекалистый (о ребёнке). Оло бәйелле ҡыҙ бала. Оло бәйелле малай.
О Л ОГ с. диал. ҡар. оло 2. Олоғ йомош. Олоғ хәбәр. ■ Бик олоғ бабайҙар юҡ, хәҙерге ҡарттар бик төшөнөп бөтә алмайҙар тәбиғәт серҙәрен. Экспедиция материалдарынан.
ОЛОҒАЙТЫЛЫУ (олоғайтыл-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. олоғайтыу 1. безл. от олоғайтыу 1. Һуңғы йылдарҙа ныҡ олоғайтылды. Ваҡыт утә, олоғайтыла.
ОЛОҒАЙТЫУ (олоғайт-) (Р: старить, взрослить; И.: make look old, aged; T.: ihtiyarlatmak) ҡ.
1. Олоға әйләндереү, өлкән итеп күрһәтеү. □ Старить, взрослить, показывать более взрослым кого-л. (чем он есть на самом деле). Кешене ҡайғы олоғайта. Был кейем олоғайта. ■ Етек һаҡал-мыйығы [Айбу-латты] .. байтаҡҡа олоғайтып курһәтә. Һ. Дәүләтшина.
2. эйһ. ф. ҡар. олоғайыу, безл. от олоғайыу. Олоғайта башланы. ■ Бесәнде беҙ ҙә егет саҡта ҡолас ташлап саба торғайныҡ, хәҙер олоғайтты, көс тә китте. Экспедиция материалдарынан.
3. Ҙур һүҙгә барып етеү; ҙурайтыу. □ Раздуть, дойти до раздора. Эште олоғайтыу. Һуҙҙе олоғайтыу. ■ Ниңә һуҙҙе олоғайтырға, һәуетемсә генә һөйләшеп килешәйек. Н. Мусин.
ОЛОҒАЙЫУ (олоғай-, олоғая) (Р: стареть; становиться старым, пожилым; И.: grow old; senesce; T.: yaşlanmak) ҡ.
1. Оло йәшкә етеү; ҡартайыу. □ Стареть; становиться старым, пожилым. Олоғая барыу. Олоғая төшөу. Олоғайырға иртәрәк
674