Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 673


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

оло
һис улем юҡ оло йырсыға. Ғ. Рамазанов. [Ғайсин — Сергейға:] Мәскәуҙә — оло яҙыусылар, кәңәшләшергә кешеһе, баҫтырып сығарырға матбуғаты бар. А. Абдуллин. • Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һәнәре менән оло булыр. Мәҡәл.
9. кусм. Юғары, өҫтөн. □ Почётный, благородный. • Аштан оло булма. Әйтем. Йәш оло тугел, аш оло. Әйтем. Әҙәмдән оло ат юҡ, икмәктән оло аш юҡ. Мәҡәл.
10. Юғарыраҡ дәрәжәле; юғары вазифалы. □ Высокопоставленный; занимающий высокую должность. Оло турә. Оло урын. ■ Искәндәр тигән бик оло полковник булған. М. Закиров. Буләр хандың оло вәзире Колту бә генә көнө буйы бошоноп, борсолоп йөрөнө, ти. Әкиәттән. Ул [Ғариф] унда, ҡалала, ҙур урында эшләгән оло кешеләр менән осрашмай йөрөмәй торғандыр. Б. Бикбай. • Аты олоноц ҡабырғаһы ҡоро. Әйтем. Кесегә — мәрхәмәт, олоға итәғәт ит. Әйтем. Кунаҡ ҡунаҡтан оло. Әйтем.
11. Исемдәре илгә билдәле, данлыҡлы; ҙур дәрәжәгә, шөһрәткә эйә; ғилемле, бөйөк. □ Известный (на всю страну), знаменитый; прославленный, великий. Оло шәхес. Оло ғалим.
♦ Ағай оло, мин ҙур оло кешенән алға сығып берәй нәмә эшләгәндә әйтелә. □ досл. Брат старше, я больше (о человеке, не придерживающемся старшинства). ■ [Сафура— Нисанға:] Ағайың булһа ни? Ағай оло, мин ҙур, тип өйлән дә ҡуй. Б. Бикбай. • Ағай оло, мин ҙур, атҡа бесән кем һалыр. Әйтем. Кем олоһо, кем кесеһе булыу урта йәшкә етеү. □ Достичь среднего возраста. ■ Кем олоһо, кем кесеһе булғансы уҙенең киләсәге тураһында уйланманы [ҡартым]. Т. Ғарипова. Оло ауыҙ кәрәк-кәрәкмәгәнде күп һөйләгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Болтун. • Оло ауыҙға оло ҡашыҡ. Әйтем. Оло башы менән өлкән кеше килешмәгән бер эш эшләгәндә әйтелә. □ Намёк на солидный возраст и на жизненный опыт (при упрёке за необдуманный поступок). ■ Оло башы менән оялмай ҙа балалар эргәһендә тәмәке тартып тора. Т. Дәүләтбирҙина. Оло башын кесе итеп 1) өлкән кеше берәй йомош
менән килгәндә әйтелә. □ Проявляя снисхождение, великодушие. Оло башымды кесе итеп, уҙем килдем. ■ Инде, ҡорҙаш, оло башыңды кесе итеп килеуеңә рәхмәт. Һ. Дәүләтшина; 2) үҙ ғорурлығын онотоп.
□ Теряя своё достоинство. Оло башын кесе итеп, теләһә нәмә һөйләп ултыра. ■ Оло башымды кесе итеп, республиканың сауҙа министрлығына йугерәм. Н. Мусин. [Зәлифә әбей] оло башын кесе итеп, ахырҙа уҙе, киленен аулаҡта тап килтереп, һөйләшергә булды. Ш. Янбаев. Олоға ебәреү эш-хәлде ҡуйыртыу, киҫкенләштереү, етдилек биреү.
□ Раздуть (дело, разговор). Эште олоға ебә-реу. ■ Бөрйәндәр .. ыҙғышты олоға ебәрмәй, шаҡмандар менән ҡыпсаҡтарҙы килештерергә яратҡан. Б. Бикбай. Олоға китеү киҫкен төҫ алыу, киҫкенләшеү (эш, һуҙ). □ Принять серьёзный оборот, осложниться (о деле, разговоре). И Эш олоға китеп барғанға оҡшай, бөгөн ук һөйләшергә кәрәк был малай менән. Н. Мусин. Олоға һан 1) ир етеп, өлкәндәр иҫәбенә ингән. □ Становиться взрослым. Олоға һан уҫмер; 2) өлкәндәр иҫәбендә булып та, улар эше ҡулынан килмәгән. □ Показаться, считаться взрослым. ■ Кәмәнән олоға һан ике егет төштө, тик уларҙың балыҡ тота торған ауҙары буш булып сыҡты. Т. Килмөхәмәтов. Олоға һанланыу өлкән кешеләр иҫәбенә инеү, ир етеү. □ Повзрослеть. ■ Тағы бер йылға дәуэйеп, .. олоға һанланып ҡайттым. Ә. Вахитов. Оло йән эйәһе эскерһеҙ, кешелекле. □ Человек большой души. ■ Ғәбделбәрҙең .. беренсе ҡайғылы һуҙе Ринат кейәуе тураһында булды: «Оло йән эйәһе ине мәрхум, бигерәк кешелекле ине». «Көнгәк», 30 июнь 2012. Оло ҡул оло кешеләрҙеке кеүек; ололарса. □ Большой; по-взрослому. Кулдәге оло ҡул тегелгән. Олоно оло итеү өлкән кешеләргә кеселеклек күрһәтеү. □ Уважать, почитать старших. • Олоно оло ит, кесене кесе ит. Әйтем. Олоно оло тип белмәү олоно оло тип хөрмәт итә белмәгән, үҙен ҙурға ҡуйыусан, өлкән кешеләргә кеселеклек күрһәтә белмәгән кешегә әйтелә. □ Не оказывать уважение, почтение, внимание (к старшим, ро-
22- 1.0062.14
673