Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 672


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛМОРАҠ
ОЛМОРАҠ (олморағы) (Р.: стелька; И.: insole, inner sole; T.: içtaban) и. диал. ҡар. олтораҡ.
Йылы, йомшаҡ булһын өсөн аяҡ кейе-менең табанына эстән һалынған нәмә. □ Стелька. Олмораҡ киҫеу. Быйма олморағы. Олмораҡ һалғас, йылы булып китте.
ОЛО (Р.: старший; взрослый; И.: elder, adult; T: büyük) c.
1. Йәш яғынан ҙурыраҡ, кем менәндер сағыштырғанда өлкәнерәк. □ Старший; взрослый. Оло ағай. Оло апай. Оло ҡыҙ. Ул минән оло. ■ [Карсыҡ — килененә:] Нотоҡ уҡыуым тугел, оло булараҡ, кәцәш итеп әйте-уем генә: әҙер донъяға төштөм, тип, бәрәшәнләнеп, мал туҙҙырма. Хәләлде харамға сайыуҙан ац булығыҙ. Т. Ғарипова. Минең генә сәсемде бәйләнегеҙ утыҙ йәшкә оло ир менән. Сеңләүҙән. Атаһы менән оло ағаһы ни тиклем һөйләшергә тырышып ҡараһа ла, Таҙ уҙенец төшөн һөйләмәгән. Әкиәттән. • Бер олоно, бер кесене тыңла. Әйтем. Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡһар. Әйтем. Оло аттың тире сыҡҡансы, кесе аттың йәне сығыр. Мәҡәл. Атайыңдан оло кеше менән уйнап һөйләшмә. Әйтем.
2. Оҙаҡ, күп йәшәгән; ҡарт. □ Пожилой, старый. Оло кешеләр. Оло быуын яҙыусылары. Оло йәшкә етеу. ■ Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, олатай бик ук динсел тугел, донъя хәлдәре тураһында фекер йөрөтә торған бер кеше ине. Б. Бикбай. Кәңәш һора олоһонан, кесеһенән: донъя тығыҙ бер йомғаҡтыр — ныҡ сеймәлгән. Ф. Күзбәков. [Нур — һатыусыға:] Кеше ни саҡлы оло булһа, шул саҡлы матур, ҡупшы кейенергә тейеш. И. Абдуллин. • Оло кешегә изгелек курһәтмәгән, олоғайғас уҙе лә изгелек курмәҫ. Әйтем. Оло кешене хөрмәтләһәң, уҙең хөрмәт курерһең. Әйтем.
3. Күләме, дәүмәле ҙур. □ Большой, огромный. Оло булмә. Оло ҡапҡа. Оло мейес. Оло урам. Оло һандыҡ. Оло балаҫ. Оло баржа. ■ Тирә-яғы вағыраҡ тирмәләр менән уратылып, ҙур майҙан ҡалдырылған урталыҡта ун биш ҡанатлы оло аҡ тирмә ҡоролған. Ғ. Хөсәйенов. Икһеҙ-сикһеҙ оло диңгеҙгә нимә етмәй? Ниңә ул Юламан
ҡарттың бәләкәс кенә бәхетен дә купһенде?!
3. Биишева. • Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло. Мәҡәл. Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек. Әйтем. Бәләкәй һыуҙа оло балыҡ уҫмәй. Әйтем. Оло аҡыл — муйынға бау, бәләкәй аҡыл — аяҡҡа бығау. Мәҡәл. Оло ҡаҙанда ҡайнаған аш тәмле була. Әйтем. Оло өйгә ни кәрәк, кесе өйгә лә шул кәрәк. Мәҡәл. Оло тулҡын куренгәс тә, ишкәкте ҡулыңдан ташлама. Әйтем.
4. Һан йәһәтенән ҙур, күп һанлы; күмәк. □ Большой, огромный. Оло ғаилә. Оло мәмләкәт.
5. Әһәмиәте ҙур булған; иҫтәлекле; маҡтауға лайыҡлы. □ Великий; знаменательный; значительный. Оло маҡсат. Оло байрам. Оло ваҡиға. Оло туй. Оло хеҙмәт. Оло уңыш. Оло еңеу. ■ Иртәнге оло аш ваҡыты ине. Маянһылыу әллә ниңә боша-ман булып ултыра. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Борон-борондан ил яҙмышына бәйле һәр оло ваҡиға халыҡ куңелендә йыр-моң булып ағылыр булған. К. Мәргән. Илдең оло турендә байман табып ултырма, кусәм бул һин, Иҙеукәй. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Йәнә бер сер беләм. Бик оло сер: кешелектең ниҙә хикмәте — һис ҡасан да ниңә ҡоромаясаҡ әҙәм тоҡомоноң шишмәһе. М. Кәрим. • Майҙанда йыҡҡан батырҙан яуҙа йыҡҡан батыр оло. Мәҡәл. Саҡырылғандың аты оло — ас ҡайтһаң да һөйләмә. Әйтем, һағынып барғандың хаҡы оло, саҡырып барғандың аты оло. Мәҡәл.
6. Тәьҫир көсө, мөһимлеге менән айырылып торған; ҙур, тәрән, көслө. □ Большой; великий. Оло бәлә. Оло бәхет. Оло шатлыҡ. • Оло эштең ояты юҡ. Әйтем. Хаҡлыҡ ҡартлыҡтан олораҡ. Әйтем.
7. Бейек, оҙон буйлы; таҙа кәүҙәле. □ Высокий (о росте), полный (о телосложении). Оло буйлы кешегә ҡыҫҡа кулдәк килешмәй. Оло кәуҙәле кешегә оло кейем кәрәк. ■ Куҙ асып йомғансы ятаҡханалағы бөтә уҡыусы юҡ була, тик теге оло егет кенә ҡурайын тотоп аптырап тороп ҡалды. С. Агиш.
8. Халыҡ араһында эше менән танылған, абруйлы, ихтирамлы. □ Почтенный, уважаемый. ■ Йырҙарына улем булмағандай,
672