Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 671


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛҠАН
ских игр). Олимпийкалар кейеме быйыл айырыуса матур.
ОЛИМПИЙКА III [рус.] (Р.: олимпийка; И.: sweatshirt; T.: köpeklerin karaciğer hastalığı) u. eem.
Эттәрҙең бауыр ауырыуы. □ Олимпийка (заболевание печени у собак, проявляющееся в ухудшении аппетита, рвоте и т. п.). Куршеләрҙең эте олимпийка менән ауырыған булған икән.
ОЛИМПИЯ [рус. < гр. Olympia ‘Олимпия уйындары үтә торған тигеҙлек’] (Р.: олимпия; И.: Olympia; T.: olimpiyat) и.
Дүрт йылға бер үткәрелә торған халыҡ-ара спорт ярышы. □ Олимпия. / Олимпийский. Олимпия ауылы. Олимпия командаһы. Олимпия уты. Олимпия чемпионы. ■ Олимпия уйындары уткәрелә торған ҡала Олимпия булырҙан ете йыл элек халыҡ-ара Олимпия Комитетына рәсми ғариза биргән ҡалалар (илдәр) араһынан һайлап алына. Интернет селтәренән. [Һалдаттар — Бикмө-хәмәтовҡа:] Олимпия чемпионы тугелме икән был?! — тип төрттөрөп алырға ла өлгөрҙөләр. Н. Мусин.
ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ (Р: Олимпийские игры; И.: Olympic games; T.: olimpiyat oyunları) и.
(баш хәреф менән) Дүрт йылға бер үткәрелә торған иң ҙур халыҡ-ара спорт ярыштары. □ Олимпийские игры (крупнейшие международные комплексные спортивные соревнования, которые проводятся раз в четыре года и делятся на зимние и летние). Йәйге Олимпия уйындары. Кышҡы Олимпия уйындары. ■ Яҡынса бынан утыҙ быуат элек, Олимп ҡалаһында тәуҙә йыл һайын, унан дурт йылға бер тапҡыр егеттәрҙең спорт ярыштары уткәрелгән, шул бәйге халыҡта Олимпия уйындары тигән исем алған. «Аманат», № 2, 2011. Йәйге олимпиада уйындары тип йөрөтөлгән Олимпия уйындары 1896 йылдан башлап дурт йылға бер тапҡыр уткәрелеп килгән. 1924 йылда Кышҡы олимпиада уйындары ла уткәрергә ҡарар ителә. Интернет селтәренән.
ОЛИМП УЙЫНДАРЫ и. (баш хәреф менән) ҡар. Олимпия уйындары. Йәйге Олимп уйындарына әҙерлек. Кышҡы Олимп уйындарының протоколы. Студенттарҙың Олимп уйындары.
ОЛИНӘЙ и.
1. һөйл. ҡар. оло инәй. ■ Олинәй йомшаҡ яҫтыҡ йәйеп йоҡларға ятҡан. Әкиәттән. Ә олинәй беҙҙе бик өнәмәне, уның йылмайы-уы ниндәйҙер һыуыҡ, ҡыуандырмай торған боҙло бер йылмайыу ине. Ғ. Ишбулатов.
2. диал. Үҙ әсәһе үлгәндән һуң атаһы алған ҡатын; үгәй әсә. □ Мачеха. ■ [Сажиҙә:] Мин олинәй ҡулында ҡағылып уҫкән ҡыҙ. X. Ибраһимов. Олинәйҙең өйгә аяҡ баҫыуы була — теге ҡыҙҙы йәберләй ҙә башлай. Әкиәттән. • Олинәй ураҙа тоттора, ашатһа ла ҡоҫтора. Әйтем.
ОЛИТӘК (олитәге) (Р: нижняя широкая оборка платья; И.: flounce of clothes; T.: farbala) и. диал.
Күлдәктең аҫҡы киң бала итәге. □ Нижняя широкая оборка платья. Олитәкле кулдэк тегеу. Олитәге киңерәк булған. Оли-тәккә абыныу.
ОЛИФ [рус. < гр. aleipha ‘май’] (Р: олифа; И.: boiled linseed oil; T.: pişmiş bezir) и. һөйл.
Ҡайнатып, махсус юл менән эшкәртелгән киндер, етен йәки башҡа үҫемлек майы (буяу, лак яһағанда һ. б. ҡулланыла). □ Олифа. Олиф һатып алыу. Олиф ҡушыу. Олиф һөр-төу.
ОЛҠА (Р: толстые, жирные плечи и затылок; И.: thick shoulders and back of the head; T: kaim omuz ve ense) и. һөйл.
Йыуан, һимеҙ елкә һәм яурын. □ Толстые, жирные плечи и затылок. Калын олҡа. Олҡаһына ултыртҡан. ■ Ғилман бай, бөтә олҡаһын һелкетеп, лерк-лерк көлөп алды. И. Көҫәпҡол.
ОЛҠАН (Р: старший; И.: elder; T: yaşça büyük) с. диал. ҡар. өлкән.
Йәше буйынса ҙурыраҡ. □ Старший. Олҡан улым кисә генә ҡайтты. ■ Беҙҙең яҡ башҡорттары бар олҡан кешегә лә олатай тип әйтә, ә ҡарт тип бик олҡан кешегә әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
671