Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 670


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛИМПИАДА
3. кусм. шаярт. Һайлап алынған, айырым хоҡуҡ менән файҙаланған (привилегиялы) кешеләр; юғары ҡатлам кешеләре. □ Олимп (избранный круг, верхушка какого-л. общества). Әҙәби олимп. Мәғариф олимпы.
♦ Олимп тыныслығы ғәжәйеп тыныслыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ. □ Олимпийское спокойствие. Фән олимп тыныслығын ярата. ■ Кеше яҙмышын хәлитеусе хөкөмдарҙа һалҡын ҡанлылыҡ, олимп тыныслығы булырға тейеш. С. Ильясов.
ОЛИМПИАДА [рус. < гр. olympia ‘Олимпия уйындары’] (Р.: олимпиада; И.: olympiad; T.: olimpiyat oyunları) и.
1. Дүрт йылға бер үткәрелә торған халыҡ-ара спорт ярышы. □ Олимпиада (международные спортивные соревнования, которые проводятся раз в четыре года). / Олимпийский. Аҡ олимпиада. Универсиада — студенттарҙың йәйге олимпиадаһы. ■ 2014 йылда Сочиҙа уткән Ҡышҡы олимпиадала спортсылар яулаған еңеуҙәр һаны буйынса илебеҙ беренсе урынға сыҡты. Интернет селтәренән.
2. Төрлө фәндәр, сәнғәттең һ. б. айырым төрҙәре буйынса үткәрелгән ярыш; смотр, конкурс. □ Олимпиада (состязание учащихся, студентов учреждений среднего общего, высшего или профессионального образования, требующее от участников демонстрации знаний и навыков в области одной или нескольких изучаемых дисциплин; смотр, конкурс). Математика олимпиадаһы. Инглиз теле буйынса олимпиада. Олимпиадала еңеуселәрҙе тәбрик-ләу. ■ Ринат олимпиадаға ныҡлап әҙерләнгәйне, хатта атаһының кәңәше буйынса махсус китаптар ҙа уҡығайны. Р. Байбулатов. Ҡыҙырас — бишенсе класта уҡыған сағында уҡ һәуәҫкәрҙәрҙең бөтә республика олимпиадаһында ҡатнашып, Өфө, Мәскәу сәхнәләрендә һандуғас, сыйырсыҡ булып һайрап, һабан турғайы булып сырылдап торған малай бит ул. 3. Биишева.
ОЛИМПИАДАСЫ (Р: олимпиец; участник олимпиады; И.: Olympian, Olympic competitor / contender; T: olimpiyat oyuncusu) и. һөйл.
Олимпиадала ҡатнашҡан кеше. □ Олимпиец; участник олимпиады. Олимпиада-сыларҙың йыйылма командаһы. Олимпиа-дасылар ҡаласығы. Олимпиадасылар анты.
ОЛИМПИАДА УЙЫНДАРЫ и. ҡар. Олимпия уйындары. Олимпиада уйындары чемпионы. Олимпиада уйындары командаһы. ■ Беҙҙең эраға тиклем 776 йылда гректарҙа олимпиада уйындары данлыҡлы байрам булған. Интернет селтәренән. Олимпиада уйындары биш көн барған, ул осорҙа илдә һуғыштар туҡтатылған. «Аманат», № 2,2011.
ОЛИМПИЕЦ [рус. < гр. Olympian ‘олимпия уйындарында ҡатнашыусы’] (Р: олимпиец; И.: Olympian; T: Olimposlular) и.
1. һөйл. Олимпиадала ҡатнашҡан кеше; олимпиада уйынсыһы. □ Олимпиец, участник олимпиады. ■ Беҙҙең олимпиецтар 5 алтын, 5 көмөш һәм 3 бронза миҙал алды. «Башҡортостан», 20 февраль 2010.
2. миф. Боронғо грек мифологияһында: Олимп тауында йәшәгән Тәңре. □ Олимпиец (в древнегреческой мифологии: бог, живущий на горе Олимп). И Олимп тауында ун ике олимпиец йәшәгән. Аид, Посейдон, Гера, Арес, Афродита, Афина, Зевс, Дионис — шул олимпиецтар исемлегендә. Ғ. Хисамов.
ОЛИМПИЙКА I [рус.] (P: олимпийка; И.: sweatshirt; T: spor ceketi) и. һөйл.
1. Трикотаж туҡыманан ултырма йәки ҡайтармалы яғалы, молния ҡаптырмалы спорт курткаһы. □ Олимпийка (трикотажная спортивная куртка на молнии со стоячим или отложным воротником). Олимпийка кейеу. Олимпийкаһы бигерәк матур. Олимпийка менән генә йугерергә сыҡҡан.
2. Йоҡа еңел спорт майкаһы. □ Олимпийка (лёгкая спортивная майка). Олимпийка кейеу. Олимпийка һатып алыу. Башҡортостан эмблемаһы төшөрөлгән олимпийка.
ОЛИМПИЙКА II [рус.] (Р: олимпийка; И.: Olympic contender; T: olympiyat oyuncusu) и. спорт.
Олимпиадала ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ; олимпиада уйынсыһы. □ Олимпийка (спортсменка, участница современных Олимпий-
670