олимп
Ваҡ ҡына аҡһыл сәскәле, ҡауырһын япраҡлы мәңге йәшел көньяҡ ағасы һәм емеше. □ Олива. / Оливковый (лат. Olea euro-paea). Оливки ҡыуағы. Оливки емеше. Оливки менән салат.
ОЛИГАРХ [рус. < гр. oligos ‘аҙсылыҡ’ + агсһе ‘хакимлыҡ’] (Р.: олигарх; И.: oligarch; T.: oligarşi yöneticisi) и. сәйәси, фәлс.
Ҡулында финанс-сәнәғәт капиталын тотҡан, әммә ниндәй ҙә булһа рәсми дәрәжә биләмәгән, шуға ҡарамаҫтан илдең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә йоғонто яһаусы иң бай, танылған кешеләрҙән торған хакимлыҡ итеүсе бәләкәй бер төркөмдөң вәкиле. □ Олигарх (человек, наделённый огромной властью в стране, но не занимающий каких-л. крупных официальных постов в государстве, как правило, крупный бизнесмен, имеющий влияние на внутреннюю и внешнюю политику государства). Рәсәй олигархтары. Олигархтарҙың байлығы мил-лиардтар менән иҫәпләнә. ■ Ҡайһы бер оли-гархтар ҙур хәйриә йәки шәфҡәтлек фондтары аша фән, медицина, спорт һ. б. ярҙам күрһәтә. «Киске Өфө», № 10,2012. Арҡайым табылған, ә һыу аҫтында ҡалған мөғжизәуи Атлантиданы, әкиәти Шамбаланы әлеге заман ҡашҡалары олигархтар, ғалимдар һаман эҙләйҙәр. «Ағиҙел», № 12, 2012.
ОЛИГАРХИК (Р.: олигархический; И.: oligarchical; T.: oligarşik) с.
Олигархияға мөнәсәбәтле, олигархия менән бәйле. □ Олигархический. Олигархик ҡоролош. Олигархик идара. Олигархик ҡараш.
ОЛИГАРХИЯ [рус. < гр. oligos ‘аҙсылыҡ’ + агсһе ‘хакимлыҡ’] (Р: олигархия; И.: oligarchy; T.: oligarşi) и. сәйәси.
1. тар. Антик дәүерҙәге һәм урта быуаттағы бер бай төркөм идараһы һәм шул төркөм үҙе. □ Олигархия (в древности и в средние века: государство, основанное на господстве аристократической верхушки). Боронғо грек философы Аристотель «олигархия» терминын «байҙар власы» мәғәнәһендә ҡулланған. Я Бер төркөм бай һәм дәрәжәле кешеләрҙән торған идара итеу формаһы олигархияның асылын тәшкил итә. М. Хужин.
2. Эре монополистик капиталдың иң йоғонтоло вәкилдәренең сәйәси һәм иҡтисади хакимлығы һәм хакимлыҡ иткән шул төркөм. □ Олигархия (политическое и экономическое господство представителей крупного монополистического капитала).Финанс олигархияһы. ■ Олигархияның дурт төрө бар: милке аҙ, уртаса, куп һәм сиктән тыш куп булған олигархтар хакимлығы. «Йәшлек», 23 июнь 2011.
О Л ИКМӘК (оликмәге) (Р: непочатая булка; И.: whole bread; T.: bütün bir ekmek) и. диал.
Башланмаған, киҫелмәгән икмәк. □ Непочатая булка. Куршеләрҙән бер оликмәк алып торҙом. Оликмәкте телмәй тороғоҙ. ■ Туй табынына сығарылған оликмәк ҡулдан ҡулға йөрөтөлә һәм һәр береһе унан бер телем киҫеп ала. Оликмәк — бер бөтөнлөккә ынтылыу, ризыҡ культына һәм берләшеу тылсымына ҡараған боронғо йола. Р. Солтангәрәева.
ОЛИМП [рус. < гр. Olympus ‘бейек тау’] (Р: Олимп; И.: Olympus; T.: Olimpos dağı) и.
1. (баш хәреф менән) миф. Боронғо грек мифологияһында: Тәңреләр йәшәгән тау һәм уларҙың йыйылыу урыны. □ Олимп (в древнегреческой мифологии: священная гора на севере Греции, где обитали боги; собрание, сонм богов). ■ Олимп — Грециялағы иң ҙур тау массивы. Олимп бөгөнгө көндә милли парк булып тора. Олимп тауының өс бейек тубәһе бар. Интернет селтәренән. Олимп тауынан сама менән 400 километр төньяҡ-көнсығышта ятҡан Пелопоннес ярымутрауында, йөҙөм һәм зәйтун туғайҙары, емеш-еләк баҡсалары менән дан тотҡан уҙәндә Олимп ҡалаһы ла булған. «Шоңҡар», № 1,
2013.
2. Йыл һайын үткәрелә торған музыка һәм театр сәнғәте фестивале. □ Олимп (ежегодный фестиваль музыки и театрального искусства). Я Тәуге олимп 1972 йылда музыка байрамы булараҡ үткәрелә. Хәҙер инде олимптың 40 йыллыҡ тарихы бар. Д. Шәрәфетдинов.
669