Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 668


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛЕАНДР
шыбырлауы көслө ауаз булып һауаға олғашты. Г. Яҡупова. Быйыл ғына тартҡан ҡурайымдың ике башҡайҙары ҡурғашлы. Быйыл ғына тотҡан хәсрәтем йәш йөрәккәйемә олғашты. Халыҡ йырынан.
3. кусм. Икенсе бер нәмәгә әүерелеп китеү, әйләнеү. □ Превратиться, перейти в иное состояние. Тымау сиргә олғашты. Ямғыр ҡарға олғашты. ■ Елбер-елбер елдәр өрә, олғашмаҫ та микән дауылға. Халыҡ йырынан.
4. диал. Ҡатышыу, бергәләшеү. □ Жить совместно, поддерживая друг друга. Бергә олғашып йәшәу. Куршеләр менән олғашып йәшәу.
5. диал. Дусар булыу, юлығыу. □ Попадаться, сойтись. Йунһеҙ иргә олғашыу. Насар кешеләргә олғашыу.
6. Етешеү, өлгөрөү. □ Зреть, созреть. Тулгә олғаша алмаған.
ОЛЕАНДР [рус. < фр. oleandre Альп розаһы’] (Р.: олеандр; И.: oleander; T.: zakkum) и. бот.
Аҡ йәки ал ҡыҙыл хуш еҫле сәскәле, тал япраҡлы мәңге йәшел йылы яҡ ҡыуағы. □ Олеандр (крупный вечнозелёный кустарник с ветвящимися стеблями буроватого цвета, покрытыми округлыми чечевичками). / Олеандровый (лат. Nerium oleander). Олеандр сәскәһе. Олеандр ҡыуағы. ■ Олеандр — аҡ, ал, һары, ҡыҙыл сәскә ата торған матур гөл. Олеандр кубеһенсә баҡсалар, парктар биҙәуҙә ҡулланыла. Олеандр — ағыулы уҫемлек, шуға ла уның менән бик һаҡ булырға кәңәш ителә. Интернет селтәренән. Джафар аға, һин көньяҡ ҡарағайҙары аҫтында уҫтең, бөтә бакулылар кеуек ук, һин дә кукрәп сәскә атҡан олеандрҙарҙы яратаһың. Ә. Бикчәнтәев.
ОЛЕИН [рус. < лат. oleum ‘үҫемлек майы’] (Р.: олеин; И.: olein; T.: olein) и. хим.
Майҙар тарҡалыуы ваҡытында барлыҡҡа килгән шыйыҡ майлы кислоталар ҡатышмаһы. □ Олеин (смесь жидких жирных кислот, получаемая при расщеплении жиров). / Олеиновый. Пальма олеины. Техник олеин. ■ Олеин зәйтун майында, миндаль майын
да, балык майында бик куп миҡдарҙа була. Пальма олеины балалар аҙығы етештереуҙә ҡулланыла. «Башҡортостан уҡытыусыһы», №1,2010.
ОЛЕИН КИСЛОТАҺЫ (Р: олеиновая кислота; И.: oleic acid; T.: oleik asidi) и. хим.
Төҫһөҙ, еҫһеҙ, йәбешеүсән, һуҙылып торған майлы кислота. □ Олеиновая кислота (жирная кислота, представляющая собой вязкую бесцветную жидкость). И Олеин кислотаһы медицинала, туҡыу сәнәғәтендә ҡулланыла. Олеин кислотаһын глицериндан да алып була. «Башҡортостан», 1 март 2011.
ОЛЕОГРАФИК (Р: олеографический; И.: oleographic; T: yağlıboya taklidi resim biçimi) с.
Олеография ысулы менән баҫылған, эшләнгән. □ Олеографический. Олеографик ысул. Олеографик юл. ■ Хәҙер типографияларҙа, полиграфия комбинаттарында заманса кимәлдә төрлө форматта олеографик һурәттәр эшләу киң тарала башлаған. «Шоңҡар», № 9, 2011.
ОЛЕОГРАФИЯ [рус. < лат. oleum ‘үҫемлек майы’ + < гр. graphö ‘яҙам’] (Р: олеография; И.: oleography; T: yağlıboya taklidi resim) и.
1. Һүрәтте майлы буяу менән ташҡа баҫа торған иҫке ысул. □ Олеография (особый способ печатания картин масляными красками на бумаге). / Олеографический. Олеография ысулы. И Олеография бигерәк тә XIX быуаттың 2-се яртыһында ныҡ таралған булған. Куп ваҡытта олеография ысулы менән эшләнгән картиналарҙың төп нөсхәһе тупаҫ боҙолған. Интернет селтәренән.
2. Шул ысул менән баҫылған һүрәт. □ Олеография (масляная картина, воспроизведённая литографским способом). Олеография эшләу. ■ Олеография эшләу өсөн 20-гә яҡын буяу ҡулланыла. Олеография билдәле картиналарҙың репродукцияларын төшөргәндә киң ҡулланыла. «Рампа», № 2,
2012.
ОЛИВКИ [рус. < фр. olive ‘майлы’] (Р: олива; И.: olive; T: zeytin) и. бот. һөйл. ҡар. зәйтүн.
668