ОЛҒАШЫУ
ОЛАТАЙ II (Р.: дед (табуированное название медведя)} И.: taboo name for a bear; T.: dede) u.
Айыуҙың ысын исемен әйтмәҫ өсөн ҡулланылған атамаһы □ Дед, дедушка (табуированное название медведя). И Һунарсылар айыуҙы ололап, олатай, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ОЛАТЫУ (олат-) (Р.: оформлять свидетельство о рождении ребёнка; И.: register officially one’s birth-certificate; T.: doğum kâğıdı yazdırmak) ҡ. диал.
Балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу
□ Оформлять свидетельство о рождении ребёнка. Олатып ҡайтыу. Олатып ҡуйыу. Олатырға барыу.
О ЛАУ I (ола-) (P: присоединить; И.: connect; join; T.: bağlamak) ҡ. диал. ҡар. ялғау.
Өҙөк йәки айырым нәмәне бер-береһенә ҡуша беркетеү. □ Присоединить, соединить, сцеплять. // Присоединение, соединение, сцепление. Өҙөлгән бауҙы олау. Һынған нәмәне олоу. Епте олау. Бураға бүрәнәне олап һалыу.
ОЛАУ II (ола-) (Р: удивляться; И.: to be astonished, surprised; T.: şaşmak, hayret etmek) ҡ. диал. ҡар. аптырау.
Ниҙелер ғәҙәттәгенән ят күреү; ғәжәпләнеү. □ Удивляться, поражаться. // Удивление. Олап ҡуйыу. Олап бөтөү. Һүҙҙәрен ишетеп олап ҡалдым.
ОЛАУЛЫ (Р: наставной; И.: seamed; Т.: ekli) с. диал. ҡар. ялғаулы.
Ялғап эшләнгән, ялғауы булған. □ Наставной; сшитый. Олаулы ец. Олаулы итәк. Олаулы итеп тегеү.
ОЛАУРЫУ (Р: сифилис; И.: lues; lues venerea; T.: frengi) и. мед. диал. ҡар. силсә.
Йоғошло венерик ауырыу; сифилис.
□ Сифилис. Көнкүреш олаурыуы. Тыумыштан булған олаурыу. Олаурыу эләктереү.
О Л АУ ЫР (Р: чирей (табуированное название)} И.: taboo name for a boil; T.: çıban) и. диал.
Сиҡандың ысын исемен әйтмәҫ өсөн ҡулланылған атамаһы. □ Чирей (табуированное название), доел. Большая, старшая тяжесть. Олауыр сығыу.
О Л АУЫРЫУ (Р: гнойная опухоль (у домашних животных)} И.: purulent tumour; T.: eğinç) и. диал. ҡар. ыйыҡ.
Аттың мундаһын, түшен ҡамыт, ыңғырсаҡ, эйәр һуҡҡандан боҙолоп аҙған шешек. □ Гнойная опухоль (у домашних животных). Ат олауырыу менән интегә. Олауырыуҙан дауалау. Олауырыуҙан имләү.
ОЛАШЫУ (олаш-) (Р: заболеть от горя; И.: get sick due to woe; T.: acıdan hastalanmak) ҡ. диал. ҡар. һабышыу.
Төрлө ауырыуға йәки ауыр хәлгә дусар булыу. □ Заболеть, слечь от горя, переживаний. Ауырыуға олашыу. һарыға олашыу.
ОЛҒАШТЫРЫУ (олғаштыр-) (Р: бросать; И.: fling; T: atmak) ҡ.
Ҡулдағы нәмәне һелтәп ысҡындырып ебәреү, ситкә бәреү. □ Бросать, отбрасывать. Ситкә олғаштырып ебәреү. ■ Алпамыша ҡаҙаҡ батырын шул тиклем ныҡ күтәреп ебәрә, әллә ҡайҙа күккә олғаштырып, халыҡ күҙенә күренмәҫлек итеп, өҫкә ырғыта. Әкиәттән. Юлаҡ яһап йәтсәләй, олғаштырып йылғаға, ҡымтып ятҡан ярынан тулҡындырып, таштырып, бөтә ерҙе баҫтырып, ҡан таптарын йыуырға ҡуш беләген һыҙғанып, ирҙәр буйлап йөр(ө)гән юл. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. Маҡтау, күккә күтәреү. □ Возносить, превозносить кого, что. Күккә олғаштырыу. ■ Курай моцо күцелде берсә һағышҡа сорнаһа, берсә күктәргә олғаштырып, үҫтереп ебәреү, халҡыбыҙҙың данлы-ҡанлы тарихын күҙаллатыу көсөнә лә эйә. «Йәшлек», 8 ғинуар 2011.
ОЛҒАШЫУ (олғаш-) (Р: соединяться; И.: link (up); T: ulaşmak) ҡ.
1. Барып тоташыу, бергә килеп ялғаныу. □ Соединяться, сцепляться, смыкаться. Тауҙар күккә олғашҡан. Тауҙар болоттарға олғашҡан.
2. Алыҫтағы йәки бик бейектәге берәй ергә етеү, барып тоташыу. □ Возвышаться, подниматься. Күккә олғашыу. ■ «Абдрахман», — Зөлхизә шым ғына, эстән генә ҡурайсының исемен әйтте, әммә уның был
667