Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 85


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАШТЫРЛАУ
лыҡтар — йылғаларҙың аккумуляторы, ә йылғалар —ерҙең ҡан тамырҙары!» — тип лаф орһа ла, Тирәкле тирәһендәге барлыҡ һаҙлыҡтарҙы киптереп иген сәстерҙе. Т. Ға-рипова.
ЛАХАН [ғәр. û&] и. диал.
1. ҡар. ағас күнәк. Лахан эшләу. Тулы лахан. Буш лахан.
2. ҡар. лаҡан 1. Н Лаханды беҙ йыуынды һыу өсөн ултыртабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ЛАҺА киҫ. ҡар. ла баһа. ■ Ҡарәле, тип асыш яһаны уҙенсә Гөлшан, ул уҙе лә Илғужаһы өсөн улергә әҙер тора лаһа! Д. Бүләков.
ЛАҺАҢ киҫ. ҡар. ла баһа. ■ [Мәҙинә:] Ҡыҙыҡ инде был врачтар, — тип уйланы эсенән, — бөтә тылсым бармаҡ остарында лаһаң, шуны белмәйҙәр микән? Т. Гарипова.
ЛАШМАН [рус. < нем. Laschmann] (Р.: лашман; И.: Laschmann; T.: ağaç kesmek ve sal yapmak ile meşgul olan tomrukçu) и. map.
1. Хеҙмәттән һәм һалымдан бушатылып, караптар төҙөүгә ағас ҡырҡҡан дәүләт крәҫтиәне. □ Лашман (государственный крестьянин, мобилизованный для заготовки корабельного леса). Лашман ҡыуыу. ■ Лашманға ебәрелеу ҙә еңел ту гел. Унда киткәндәр карап яһау өсөн ҡара урман эсенән сыҡмай ағас ҡырҡа. Ғ. Ибраһимов. Мишәрҙәр, — йәнәһе, йомошлолар, Аҡ батшаның тоғро хеҙмәтселәре. Ылау ҡыуыуғамы — улар, кордон хеҙмәтеме — улар. Лашманғамы — мишәрҙәр. Ғ. Хөсәйенов.
2. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында тыл хеҙмәтен үтәгән ғәскәр. □ Лашман (войска для тыловой работы в годы Первой мировой войны). Лашманға ҡалыу. ■ Порт-Артур тигән таш ҡала тороп ҡалды дошманға. .. Караптары ҡыйратылғас, батырҙар ҡалды лашманға. Бәйеттән.
ЛАШМАНСЫ (Р.: лашман; И.: lunber-man, Laschmann; T.: ağaç kesmek ve sal yapmak üzere kullanılan mahküffi) и. map.
Лашман хеҙмәтен үтәп йөрөгән кеше. □ Лашман, лашман-лесоруб. ■ Икенсе көндә Суров менән миңә [авторға] Хрящевка
һәм Степной станцияларына барып, ундағы грузчик татарҙар, персияндар һәм тимер юлда эшләусе лашмансы ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар араһында Ваҡытлы хөкумәттең кемдәрҙән тороуы, уларҙың ҡайҙа, кем файҙаһына эш куреуҙәре тураһында төшөндөрөу эше алып барыуҙы тапшырҙылар. А. Таһиров.
ЛАШМАНСЫЛЫҠ (лашмансылығы) (Р: лашманство; И.: LaschmamTs office; T: ağaç kesmek ve sal yapmak üzere kullanılan mahkümlerin hizmeti) и. map.
Лашман хеҙмәте. □ Лашманство. Лаш-мансылыҡта йөрөу. Лашмансылыҡ эше. Лашмансылыҡ менән идара итергә лә бит көс кәрәк.
ЛАШПАЙЫУ (лашпай-) ҡ. диал. ҡар. лапшайыу 1—3. Лашпайып бөткән быйма. ■ Һауынсылар лашпайышып атлы арбаға ултырышып алғандар. Г. Ғиззәтуллина.
ЛАШПЫРЛАТЫУ (лашпырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. лашпырлау, понуд. от лашпырлау. Лашпырлатып батҡаҡ кисеу.
ЛАШПЫРЛАУ (лашпырла-) (Р: хлюпать; И.: slosh; T.: çamurda yürürken ayak sesi çıkarmak) ҡ.
Бысраҡтан барғанда үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Хлюпать, чавкать. Батҡаҡта лашпырлап йөрөу. Исмәғил, ямғырға эләгеп, лашпырлап ҡайтып инде.
ЛАШПЫР-ЛОШПОР (Р: хлюп-хлюп;
И.: splosh!; T: haşır huşur) оҡш.
Кейем менән һыу кискәндә йәки лыс һыу кейем менән барғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание хлюпанью: хлюп-хлюп. Батҡаҡтан лашпыр-лошпор атлау. Лашпыр-лошпор итеу. Лашпыр-лошпор килеу.
ЛАШТЫРЛАТЫУ (лаштырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. лаштырлау, понуд. от лаштырлау. Лаштырлашып һыу кисеу.
ЛАШТЫРЛАУ (лаштырла-) (Р: шаркать;
И.: shuffle; T: şıpıtık şıpıtık sürüklemek) ҡ.
Ҙур йәки һыу аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда, һыу кейем менән йөрөгәндә үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Шаркать, шлёпать ногами. Лаштырлап атлау. Ҡарт лаштырлап йөрөй. Лаштырлап барыу.
85