ЛАШТЫРЛАШЫУ
ЛАШТЫРЛАШЫУ (лаштырлаш-) ҡ. урт. ҡар. лаштырлау, взаимн. от лаштырлау.
ЛАШТЫР-ЛОШТОР (Р.: хлюп-хлюп; И.: splosh!; T.: haşır huşur) оҡш.
Лыс һыу кейем менән барғанда йәки ҙур аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание хлюпанью, шарканью, шуршанию, шороху: хлюп-хлюп. Лаштыр-лоштор атлай. Лаштыр-лоштор килә. ■ Сомғол ергә тап килеүҙән файҙаланып, бер-ике тапҡыр сумып алды ла ул [Биктимер], шунан лаштыр-лоштор баҫып, икенсе яҡ ярға сыҡты ла япраҡтарын һыуға эйгән тал тобөнә килеп ултырҙы. К. Мәргән.
ЛАЯҠЫЛ [ғәр. JâoV] (Р: до беспамятства; И.: dead drunk; blind-staggers T: çok sarhoş olmak) р. һойл.
Аҡылды юйғансы, аҡылды юғалтҡансы (хәмер әсеүгә ҡарата). □ До беспамятства, вдрызг (напиться). Лаяҡыл иҫереү. ■ Ул инде [Суминов] бер нисә тапҡыр баш һуҡҡан яҡҡа ҡасырға төйнәнеп ботто, хатта лаяҡыл иҫерек хәлдә муйынына элмәк һалып ҡараны, тик береһенә лә йорәге етмәне, әкренләп бөтәһе лә онотолор, тип үҙ-үҙен йыуатырға тырышты, өмөтләнде. Ә. Хәкимов.
ЛАЯҠЫЛ БУЛЫУ (лаяҡыл бул-) (Р: допиться до беспамятства; И.: see pink elephants; T.: çok sarhoş olmak) ҡ.
Бик ныҡ иҫереү, аҡылды юйғансы иҫереү. □ Допиться до беспамятства. Ҡунаҡтан лаяҡыл булып ҡайтыу.
ЛАЯҠЫН р. диал. ҡар. лаяҡыл. Лаяҡын иҫереү. ■ Ротаның, бәлки, бөтә полктың лаяҡын иҫерек булыуынан файҙаланып, беҙ Акимкин менән Холодовскийҙы эҙләп киттек. А. Таһиров.
ЛЕБЕРДЕК с. диал. ҡар. кәүшәк 1. Лебердек булыу. Лебердек булып тора. ■ Яҙ айҙарында йылға өҫтөндәге ҡар лебердек булып ята, шуға күрә уҡыусылар хоккей уйнамай. «Йәшлек», 27 сентябрь 2011.
ЛЕБЕР-ЛЕБЕР (Р: подражание лёгкому трепету; И.: light tremor; quiver; T: tir tir) оҡш.
1. Һиҙелер-һиҙелмәҫлек кенә тулҡынлы хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому трепету. Лебер-лебер килеү. Лебер-лебер һелкенеү. Лебер-лебер ҡағыу.
2. ҡар. леп-леп 1. Йөрәгем лебер-лебер тибә.
ЛЕБЕР-ЛЕБЕР ИТЕҮ (лебер-лебер ит-) ҡ. ҡар. леберләү. ■ [Вагондағы юлаусы бер бисәнең] күҙҙәре һимеҙ бит уртаһында бутҡаға соҡоп һалған һары май кеүек йылтырашып торалар, ауыҙындағы күмәсе менән ҡаҙылығын сәйнәгәндә бер ҡыҫылып, бер асылып, битендәге әлеге груша кеүек иттәре лебер-л:ебер итеп торалар. Д. Юлтый.
ЛЕБЕРЛӘК (леберләге) (Р: струящийся воздух (в тёплый солнечный день)’, И.: streaming air; T: yerin üzerinde sıcak hava akımı) и. диал. ҡар. һағым.
Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа. □ Струящийся воздух (в тёплый солнечный день). Леберләк күтәрелә. И Йәйге йылы көндәрҙә һауаға ҡараһаң, леберләк күренә. «Йәшлек», 15 июль 2011.
ЛЕБЕРЛӘТЕҮ (леберләт-) ҡ. йөкм. ҡар. леберләү, понуд. от леберләү. Ел тәҙрә ҡорғандарын леберләтә.
ЛЕБЕРЛӘҮ (леберлә-) (Р: шелестеть; И.: rustle; sound imitatation of; T.: titremek) ҡ.
1. Саҡ ҡына һиҙелерлек ҡалтырау, лебер-лебер итеү. □ Шелестеть, трепетать. Тәҙрә пәрҙәһе елдән леберләй. ■ Ҡурай өнө бурандар ыжғырыуын да, ямғырҙар шауын да, ел һыҙғырыуын да, япраҡтар леберләүен дә, шишмә сылтырауын да бик тәбиғи итеп еткерә һымаҡ. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ҡалтырап, йыш-йыш тибеү (йөрәккә ҡарата)’, өлпөлдәү. □ Трепетать (о сердце). Йөрәк леберләү. ■ Ул [Аҙнаев], төнө буйы ҡыбырламай ятһа ла, тамсы ла йоҡлай алмағайны, хәле юҡ, йөрәге леберләп һуға, ауыҙынан көл тәме килә. Н. Мусин.
ЛЕБЕРЛӘШЕҮ (леберләш-) ҡ. урт. ҡар. леберләү 1. взаимн. от леберләү 1. ■ Йыуан ҡарт ҡайындар.. һауаның иң тымыҡ һәм йәшерен хәрәкәтенән дә леберләшеп ултыралар. М. Кәрим.
86