ЛЕГЕНДА
ЛЕБЁДКА [рус.] (Р.: лебёдка; И.: windlass; wrench; T.: bocurgat) и. махе.
Йөк күтәреү өсөн тәғәйенләнгән йәки йөктө урындан урынға күсерә торған сығырлы машина; сығыр. □ Лебёдка, д/ Лебёдочный. Кусмә лебёдка. Лебёдка менән кутәреу. ■ Ул тулҡындарҙы һанға һанамайһың. Етмәһә, уларҙы мыҫҡыл иткән кеуек, лебёдкаға шлак тейәйһең дә ҡалын тулҡын өҫтөнә тугәһең. А. Таһиров.
ЛЕБЁДЧИК (лебёдчигы) [рус.] (Р.: лебёдчик; И.: winchman; T: bocurgat çalışanı) и. махе.
Лебёдка менән эш итеүсе кеше. □ Лебёдчик. Йәш лебёдчик. Лебёдчик булып эшләу. ■ Лебёдчик, йәш булыуына ҡарамаҫтан, лебёдка менән оҫта эш итә. Картотека фондынан.
ЛЕВ (Р: лев (денежная единица); И.: lev; T: leva) и.
Болгарияның аҡса берәмеге. □ Лев (денежная единица в Болгарии). Һумды левҡа алмаштырыу. Лев һатып алыу.
ЛЕВИРАТ [рус. < лат. levir] (Р: левират; И.: levirate; T: kaymalına) и.
Патриархаль осорҙағы никах менән бәйле йола. □ Левират (брачный обычай).
ЛЕВКОЙ [рус. < лат. leukos ‘аҡ’] (Р: левкой; И.: stock; T: çebboy) и. бот.
Баҡса гөлө. □ Левкой, маттиома седая (лат. Matthiola incana).
ЛЕГАЛЛЕК (легаллеге) (Р: легальность; И.: legality; T: legal olma durumu) и.
Закон тарафынан рөхсәт ителгән хәл.
□ Легальность. Хәлдең легаллеге. Ойошманың легаллеге.
ЛЕГАЛЛӘШЕҮ (легалләш-) (Р: легализоваться; И.: be legalized; T: yasallaşmak) ҡ.
Асыҡтан-асыҡ эш итергә хоҡуҡ алыу.
□ Легализоваться. //Легализация. Ойошманың легалләшеуе. Легалләшкән партия.
ЛЕГАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (легалләштерел-) ҡ. төш. ҡар. легалләштереү, страд, от легалләштереү. Легалләштерелеп бөтөу. Легалләштерелеп ҡуйыу. Ҡоралдар легалләштерелде. Эшсе ойошмалар легалләштерелде.
ЛЕГАЛЛӘШТЕРЕҮ (легалләштер-) ҡ. йөкм. ҡар. легалләшеү, понуд. от легал
ләшеү. Легалләштереп бөтөрөу. Эшсе миг-ранттарҙы легалләштереу. ■ Ҡоралды легалләштереу енәйәттәрҙе кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип белдерә ошо эш яҡлылар. «Йәшлек», 12 март 2009.
ЛЕГАЛЬ I [рус. < лат. legalis] (Р: легальный; И.: lawful; Т.: legal) с. ҡар. рөхсәтле.
Закон тарафынан тыйылмаған. □ Легальный. Легаль партия. Легаль гәзит. Легаль мигрант. ■ Беҙ [һалдаттар] уларҙың [Проскуровтың ] профессияларынан риза булманыҡ. .. Шул беҙҙе иҫкәрмәҫтән легаль тормошҡа сығырға мәжбур итте. Д. Юлтый.
ЛЕГАЛЬ II [рус. < лат. legalis] (Р: легально; И.: lawfully; T.: legal olarak)/?.
Законлы рәүештә. □ Легально, законно. Легаль рәуештә йәшәу. Легаль эшләу. Легаль булыу.
ЛЕГАЛЬ МАРКСИЗМ (Р: легальный марксизм; И.: legal Marxism; T.: Legal Marksizm) и. тар.
XIX быуат аҙағында Рәсәй зыялылары араһында таралған, Рәсәйҙә капитализм үҫешен нигеҙләү өсөн К. Маркстың иҡтисади тәғлимәтендәге айырым ҡағиҙәләрҙе файҙаланырға тырышҡан ижтимағи-сәйәси ағым. □ Легальный марксизм. Легаль марксизм яҡлы кеше.
ЛЕГАЛЬ МАРКСИСТ (Р: легальный марксист; И.: legal Marxist; T: Legal Marksist) и. тар.
Легаль марксизм ағымын яҡлаған кеше. □ Легальный марксист. Легаль марксист тәғлимәттәре.
ЛЕГЕНДА [рус. < лат. legenda] (Р: легенда; И.: story; legend; T.: öykü) и.
1. Ысынбарлыҡта булып үткән йәки булыуы ихтимал тип уйланылған хәл йәки тарихи ваҡиғаларға таянып ижад ителгән фольклор әҫәре; риүәйәт, хикәйәт. □ Легенда. Халыҡ легендаһы. Легенда геройы. Боронғо ырым-ышаныуҙарға ҡоролған легендалар. Топонимик легендалар. Легенда һөйләу. ■ Табылды ауылынан саҡрым самаһы көнсығышта урынлашҡан был япа-яңғыҙ ҡалҡыулыҡтың барлыҡҡа килеуе тураһында ауылда бер легенда йөрөй. М. Ху-
87