Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 88


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕГЕНДАР
жин. Юлда барғанда Рафиҡ Линараға был яҡтарҙа мең йылдар буйы телдән телгә күсеп һөйләнелеп килгән Әүлиә тураһында әкиәткә тартым бер легенда һөйләне. Л. Якшыбаева. Легенда буйынса, икенсе ҡәбилә башлығы улына ғашиҡ булған һәм уның янына ҡасып китергә теләгән һылыу ҡыҙын хан шул мәмерйәләрҙең береһенә бикләп ҡуйған икән. Ә. Әминев.
2. Ысынбарлыҡта булмаған, уйлап сығарылған әйбер (нәмә). □ Легенда (домысел, плод воображения, плод фантазии, игра воображения). Разведчик легендаһы.
3. Карта, планға һ. б. бирелгән аңлатма һәм шартлы билдәләр тупланмаһы. □ Легенда (военно-топографический термин, означающий письменное пояснение к плану, чертежу, карте). Ҡартаның легендаһы.
4. Миҙалдағы йәки тәңкәләге яҙыу. □ Легенда (надпись на монете или медали).
ЛЕГЕНДАР [рус.легендарный] (Р.: легендарный; И.: legendary; fabulous; T.: efsanevi) c.
1. Легендаға хас, бәйле. □ Легендарный. Легендар Ромул менән Рем образдары.
2. Эшмәкәрлеге менән халыҡ араһында дан алған. □ Легендарный. Легендар кеше. Легендар герой. М Мәжит Ғафуриҙың нәҫел ебе табындарҙың легендар ҡәбилә башлығы Майҡы бейгә барып тоташа. М. Ямалетдинов. Башҡорт халҡының легендар батыры һәм шағиры Салауат Юлаевҡа бағышланған тарихи бәйеттәр серияһында героик эпос традицияларының .. дауамын күҙәтергә була. Б. Байымов. Был легендар кеше менән яҙмыш мине [авторҙы], алда әйткәнемсә, ике мәртәбә яҡындан осраштырҙы. 3. Ураҡсин.
ЛЕГИОН I рус. < лат. legio] (Р.: легион; И.: legion; T: lejyon) и.
1. тар. хәрби. Боронғо Римда эре ғәскәри берәмек. □ Легион (в Древнем Риме: крупная войсковая единица). Рим ғәскәре легиондарға бүленә.
2. хәрби. Ҡайһы бер илдәрҙә айырым ғәскәр пастарының исеме. □ Легион (в некоторых странах название особых воинских частей). Атлы легион. Легион ғәскәре. Ҡораллы легион. V Шул арала штабтың
аҫҡы ҡатындағы легион командиры Шипко ла менде. А. Таһиров.
3. Боронғо рустарҙа йөҙ меңдең исеме. □ Легион.
4. Бик күп, һанһыҙ. □ Легион (неопределённое множество, изобилие, масса, обилие, огромное количество). Өйгә бер легион егет килеп тулды.
5. Француздарҙың Наполеон осорондағы орден атамаһы. □ Легион (название ордена у французов во времена правления Наполеона). Легион тапшырыу.
ЛЕГИОНЕР [рус. < лат. legionarius] (Р: легионер; И.: legionary; T: lejyoner) и.
1. хәрби. тар. Легионда (1) хеҙмәт иткән кеше. □ Легионер. ■ «Еңелгәндәргә аяу юҡ!» Боронғо Рим легионерҙарының ошо дәһшәтле оранын нисәмә йыл инде, үҙ хәлемә күсереп, йыш-йыш ҡабатлайым. Ә. Хәкимов.
2. спорт. Юғары лигала уйнаған хоккейсы, футболсы. □ Легионер. Легионерҙар уйыны.
ЛЕГИРЛАНЫУ (легирлан-) ҡ. төш. ҡар. легирлау, страд, от легирлау.
ЛЕГИРЛАУ (легирла-) [рус. < нем. legie-геп\ (Р: легировать; И.: alloy; T.: alaşım yapmak) ҡ.
Билдәле сифаттағы металл алыу өсөн ике төрлө металды ҡушып иретеү. □ Легировать. // Легирование. Ҡоросто легирлау. Металдарҙы легирлау.
ЛЕГИРЛАУСЫ МЕТАЛЛ (Р: легиру ющий металл; И.: alloying metal; T: alaşımlı metal) и. махе.
Билдәле бер сифат биреү өсөн иреткән металға ҡушыла торған металл {вольфрам, никель, молибден, марганец, хром һ. б.). □ Легирующий металл.
ЛЕГИРЛЫ (Р: легированный; И.: high-hardness; T: alaşımlı) с.
Билдәле сифат биреү өсөн составына башҡа металл ҡушылған. □ Легированный. Легирлы ҡорос. Легирлы ҡушылмалар.
ЛЕГИТИМ [рус. < лат. legitimus] (Р: легитимный; И.: legitimate; T.: yasal) с. сәйәси.
Законлы, хоҡуҡҡа эйә. □ Легитимный, законный, правомерный.
88