өсләп
ӨСКӨРТӨҮ (өскөрт-) (Р.: науськивать; И.: hound at; T.: saldırtmak) ҡ. диал. ҡар. һөсләтеү.
Этте, «һөс» тип, өрөргә, ташланырға, ҡыуырға өндәү. □ Науськивать, натравливать. Этте малға ҡаршы өскөртөү. Һыйырҙарҙы эттән өскөртөп ҡыуыу.
ОСҠАТ и. бот. ҡар. осҡат 1. Өсҡат ағасы. ■ Өсҡат һыу буйҙарында үҫә. Картотека фондынан. Эйе, Әхмүш Ямаевтың хәле шәптән тугел: ауырыу өҫтөнә ауырыу, өсҡат ағасы ҡабығы һымаҡ, ҡатлы-ҡатлыланған. Б. Бикбай. Таш стенаға ни ғиллә менәндер йәбешеп, муйыл ағастары, өсҡат, эт муйылы, урмәле һырлыған, тағы ла әллә купме ҡыуаҡлыҡтар үҫкән. Д. Бүләков. Аллы-гөллө сәскәгә кумелгән ялбыр өсҡат төбөндә һауынсылар йыйылған. И. Солтанов.
ӨС ҠУНЫС (Р.: горелки (детская игра)', И.: catch; T.: çocuk oyunu) u.
Балалар уйыны (ҡуныс кейеп, һыңар аяҡта һикереп уйнайҙар). □ Горелки (детская игра).
ӨСҠЫЛ (Р: трищетинник; И.: trisetum; T.: sarı yulaf) и. бот.
Ҡыяҡлылар төрөнә ҡараған күп йыллыҡ үлән. □ Трищетинник (лат. Trisetum). Беҙ-ҙец бесәнлектә өсҡыл ғына үҫә. ■ Өсҡыл — малдар өсөн бик файҙалы аҙыҡ. Интернет селтәренән.
ӨС ҠЫЛ (Р: три волосинки; И.: magical three hairs; T: mitolojik üç kıl) и. миф.
Әкиәттәрҙә, эпостарҙа мифлаштырылған атты саҡырыу ысулы. □ Три волосинки (помогают вызвать мифического коня в сказках, эпосах башкир). ■ Алпамыша, аттың өс ҡылын бергә төйнәп, яндырып ебәрҙе, ти. Ҡыл еҫе танауына килеп бәрелеугә, Буҙ толпар елкенеп китеп, бер кешнәп ҡуйҙы, ти. «Алпамыша». Егет аҙбар артына сыға ла кеҫәһендәге өс ҡылды өс тапҡыр тартып ала, алдына Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп тә туҡтай. Әкиәттән. Урал Аҡбуҙҙың өс ҡылын өҙөп алды, ә Аҡбуҙ шунда уҡ юҡ булды, ти. «Урал батыр».
ӨСҠЫЛСЫҠ (өсҡылсығы) (Р: триостренник; И.: arrow grass; T: suçengeli) и. бот.
Бер өйкөм булып үҫкән, ваҡ ҡына тоноҡ йәшел йәки һары сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Триостренник (лат. Triglochin).
■ Өсҡылсыҡтың ун биш төрө булыуы билдәле. Интернет селтәренән.
ӨСЛӨ I (Р: тройной; И.: trilinear; T: üçüzlü) с.
Үлсәме өс берәмеккә тиң. □ Тройной, трёхлинейный, трёхразмерный. Өслө һуҡыр шәм. Өслө галуш алыу. ■ Өйҙә тып-тын. Өслө генә лампа яна. М. Кәрим.
ӨСЛӨ II и. ҡар. өс II. Сиреккә өслө сығарыу. ■ Поездан килеп төшкән сәғәттә генә тапшырған имтихандың рәте буламы инде — математиканан «өслө» ҡуйҙылар. С. Рахманғолов. Быға саҡлы һәр ваҡыт «өслө»гә ҡәнәғәт булып йөрөгәндәрҙе ул [уҡытыусы] класында ҡалырға өгөтләп тә маташманы, сөнки туғыҙынсыла белем үрҙәре тағы ла бейегәйәсәк, һәләтлелектәре самалы булыу өҫтөнә мәктәпкә илке-һалҡы йөрөгән уҡыусыларҙы унынсы класҡа һөйрәп килтереп еткереүҙән ни файҙа. Р. Байбулатов. Ибраһим ағай бөтә йорттоң барлыҡ серҙәрен белә, хатта беҙҙең [малайҙарҙың] «өслө»ләр өсөн дә ҡайғыра торғайны. Ә. Бикчәнтәев.
ӨСЛӨК (өслөгө) (Р: трёхрублёвка; И.: three rouble note; T: üçlük) и.
Өс һумлыҡ аҡса. □ Трёхрублёвка, трёшка, трёшница. ■ Тариф өслөктө һуҙғанда, хәҙрәттең бәләкәй күҙҙәре ялтырап китте. F. Хәйри. Шытырлап торған өслөк, бишлектәрҙе ҡунаҡтың йылғыр ҡулдары кеҫәгә нисек тиҙ йәшереүен табында булыусылар абайлап та өлгөрмәй ҡалдылар. Б. Бикбай.
ӨСЛҮБ [ғәр. ûjLuî] (Р: способ; И.: way, manner; T: usul) и. иҫк.
Нимәнелер башҡарыу юлы, ысул. □ Способ, метод. Иҫбатлау өслүбе. Яҙыу өслүбе.
■ Тел мәсьәләһенә килгәндә, Төбәй Дәүләтшин, Төхфәт Йәнәби һәм башҡалар башҡорт теле өслүбендә яҙалар. Д. Юлтый.
ӨСЛӘП (Р: около трёх; И.: about three; T: üç civarında) сама һ.
Өс тирәһе, өскә яҡын. □ Около трёх, примерно три. ■ Һандуғастың балалары күп түгел, өсләп кенә. Йырҙан.
879