Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 880


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

өсләтә
ӨСЛӘТӘ (Р.: втройне; И.: three times; trebly; T.: üç kat)/?.
Өс тапҡыр, өс тапҡырға, өс тапҡыр артыҡ.
□ Втройне, втрое, троекратно. ■ Кан-ҡәр-ҙәшлектә, туғанлыҡта аралашырға ваҡыт, форсат табыу икеләтә, өсләтә мөһим. Р. Торомтаева. Ярлы уҙ ерен аҙаҡ кулактан өсләтә артыҡ туләп алырға мәжбур була. М. Өмөтбаев. Аҙыҡ-тулек, кейем-һалым кеуек нәмәләргә хаҡ өсләтә, дуртләтә арттырылды. Я. Хамматов.
ӨСМӨЙӨШ I (Р: треугольник; И.: triangle; T: üçgen) и.
1. мат. Өс эске мөйөш яһап үҙ-ара киҫешкән өс һыҙыҡ менән сикләнгән геометрик фигура. □ Треугольник. Йәйенке өсмөйөш. Кыҫыҡ мөйөшлө өсмөйөш. Туцәрәк эсенә өсмөйөш һыҙыу. ■ Кейеҙгә ябай геометрик фигуралар — өсмөйөш, туцәрәк, ромб менән бергә киртмәк, баҫҡыс, тулҡын кеуек биҙәк һалыу таралған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4,2010.
2. Шул рәүештәге һәр төрлө нәмә. □ Треугольник. / Треугольный. ■ Кейек ҡаҙҙар өсмөйөшө зәцгәр кук аҫтында. Р. Назаров. Оҙаҡ та утмәне, апайыма фронттан хат килде. Бәләкәй генә өсмөйөш хат, тышына адресы, эсенә хат яҙылғайны. «Ағиҙел», № 9, 2009. Ете торна, өсмөйөш яһап, осло мөйөштәрен алға ҡуйып осалар ине. А. Кар-най.
ӨСМӨЙӨШ II (Р: амулет; И.: amulet; Т: nazarlık) и. этн. диал.
Эсенә доға яҙып һалынған бетеү. □ Амулет. ■ Ислам дине ҡабул ителеу менән, Көрьәндән алынған иц изге юлдарҙы ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмауға ҡушып теккән, ә ир-егеттәр доғаларҙы кундән яһалған өсмөйөштәргә һалып, билбауына элеп йөрөткән. Тигеҙ яҡлы өсмөйөштө башҡорттар бетеу тип атаған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
ӨСМӨЙӨШ III (Р: пристрой; И.: outhouse; T: müştemilât) и. диал. ҡар. төкәтмә.
Төкәтеп, ҡушып һалынған йорт-ҡаралты.
□ Пристрой. Өсмөйөш бурау. ■ Халыҡ өйҙә, хужалыҡ эштәре менән мәшғул, йәйен ҡулы теймәгән аҙбар-һарайын рәтләй, бура бурай, өсмөйөш төкәтә. Р. Низамов. Фәтих ағай бураны аҙымлап улсәп ҡарағандан һуц: «Был
беҙҙец кеуек ишле ғаиләгә бәләкәйерәк булыр, балалар, .. быныц янына өсмөйөш һуғырға тура килер», — [тине]. И. Абдуллин. Өйҙөц өсмөйөшөн уҫаҡтан бураныҡ. Экспедиция материалдарынан.
ӨСМӨЙӨШ IV (Р: треугольник (мясной пирожок)] И.: kind of meat patty; T: üç köşeli etli börek) и. кул.
Өсмөйөш формаһында бешерелгән итле бәлеш. □ Треугольник (мясной пирожок в форме треугольника). Тәмле өсмөйөш. Өсмөйөш бешереу. Өсмөйөш ашау. ■ Сәй ҡайнатырға ултырттылар ҙа өҫтәл әҙерләй башланылар. Тацсулпан пакетынан .. өсмөйөштәр алып ҡуйҙы. Н. Мусин.
ӨСМӨЙӨШ V (Р: треугольник (название игры)] И.: kind of national game for the young; T: bir oyun) и. этн.
Таҡмаҡ әйтеп бейеүгә ҡоролған халыҡ уйыны. □ Треугольник (название игры). Өсмөйөш уйнау. Өсмөйөш уйнарға төшөу. ■ Халыҡ бер тирәгә йыйылып алған да уйын ҡороп ебәргән. Таҡмаҡ әйтеп өсмөйөш уйнайҙар. Н. Мусин. Онотола хәҙер «рита-йымлап» бейеуҙәр, «өсмөйөшкә» саҡырыуҙар, гармун моцо аҫтында вальсҡа әйләнеуҙәр. С. Шәрипов.
ӨСМӨЙӨШ VI (Р: косынка (рыболовная снасть); И.: sort of fishing tackle; T: balık ağı) и. балҡ.
Махсус ептән өсмөйөш рәүешендә тегелгән балыҡ тотоу ҡулайламаһы. □ Косынка (рыболовная снасть). Өсмөйөш менән балыҡ тотоу. Өсмөйөшкә балыҡ эләккән. Өсмөйөш тегеу.
ӨСМӨЙӨШ VII (Р.: треугольник (музыкальный инструмент)] И.: triangle (instrument); T: üçgen (çalgı) и. муз.
Металдан өсмөйөш рәүешендә бөгөп эшләнгән һуҡма музыка ҡоралы. □ Треугольник (музыкальный инструмент). Өсмөйөш һуғыу. Өсмөйөш тауышы. Өсмөйөштә уйнау.
ӨСМӨЙӨШЛӨ (Р: треугольный; И.: triangular; T: üçgen) с.
Өсмөйөш формаһындағы. □ Треугольный. ■ Өсмөйөшлө хат тышындағы таныш хәрефтәрҙе кургәс кенә әсә йөҙө яҡтырҙы. Я. Хамматов. Бетеуле юрған өсмөйөшлө ҡорамаларҙан торған. «Башҡорттарҙың им-
880