Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 881


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

өсөн
том китабы»нан. һандыҡтағы иҫке фотоларҙы барлап ултырғанда, атайымдың 1942 йылдың көҙөндә миңә ебәргән өсмөйөшлө хаты килеп сыҡты. «Ағиҙел», № 4, 2010. Өсмөйөшлө хаттар араһында әсәйемдең атайыма яҙған хаттары һәм ҡағыҙ биттәренән тегеп эшләнгән шиғыр дәфтәре лә бар ине. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
ӨСМӨЙӨШЛӘНЕҮ (өсмөйөшләй-) ҡ.
1. ҡайт. ҡар. өсмөйөшләү, возвр. от өсмөйөшләү. Был үлән ҡыяғы өсмөйөшләнеп тора. Өсмөйөшләнеп торған папаха. ■ Ул [өр-яңы бура] ике ҡатлы, икенсенән, ҡыйығы өсмөйөшләнеп тугел, ауышыраҡ дүртмөйөш яһап барып бөтә, тәҙрәләре иһә ҡала өйҙәренеке кеүек яман киң булмаҡсы. Ә. Хәкимов.
2. төш. ҡар. өсмөйөшләү, страд, от өсмөйөшләү, һалдат ҡатындарына өсмө-йөшләнгән хаттар килә. Өсмөйөшләнгән ҡорама. Өсмөйөшләнгән ҡағыҙ киҫәге.
ӨСМӨЙӨШЛӘҮ (өсмөйөшлә-) (Р.: делать треугольным; И.: make triangular; T: üç köşe yapmak) ҡ.
Нимәнелер өс мөйөшлө итеү; өскөлләү.
□ Делать треугольным. Ерҙе өсмөйөшләп һөрөү. Өсмөйөшләп тегелгән юрған. ■ Ошо ваҡыт Алтынсәс, уның [Мәстүрә ҡарсыҡтың] ҡулында өсмөйөшләп бөкләнгән ҡағыҙ киҫәге күрҙе. Ә. Хәкимов. [Тракторист ]урта ыҙанды өсмөйөшләп һөрөп ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев. Ҡайһы бер яҡтарҙа кендек әбейе йыйылған ҡораманы өсмөйөшләп, йәғни бетеүләп киҫә һәм сабыйға күлдәк тегә. Башҡорт мифологияһынан. Бетеү — ул доға була. Ул доғаны сепрәккә өсмөйөшләп тегеп, бетеү итеп тағалар. Экспедиция материалдарынан.
ӨСНӘҠӘТ (Р: ненасытный; И.: gluttonous; T.: obur) с. диал.
Туймай күп ашаған, бирән, ҡомағай (кешегә ҡарата). □ Ненасытный, прожорливый (о человеке). Өснәҡәт бала. Өснәҡәт ир. Өснәҡәт кеше.
ӨСӨ (Р: третьины; И.: funeral repast on the third day; T: üçü) и. pum.
Мосолман дине буйынса, кеше үлгәндең өсөнсө көнөн билдәләп уҡылған аят.
□ Третьины (молитва на третий день по
сле смерти человека). Өсөн үткәреү. Өсөн уҡытыу. Өсөнә аят уҡыу. ■ Бер көндө ҡарт үлеп китә. Балалары йыйылышалар ҙа атаһының өсөн уҡытырға уйлайҙар. Әкиәттән. Мәрхүмдең өсөнә, етеһенә, ҡыр-ҡына аят уҡыталар. Экспедиция материалдарынан. Әсәһе тик ҡыҙының [Көн-һылыуҙың] өсөн уҡытҡанда ғына килеп етә. Хикәйәттән.
өсөйҙө (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir tribal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) u. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-катайцев. Өсөйҙө ерҙәре. Өсөйҙө аймағынан булыу. Өсөйҙө аймағына ҡарау.
ӨСӨК (Р: кокетливый; И.: coquet(tish); T: cilveli) с. диал.
1. Ҡыйшандаҡ, ҡылансыҡ. □ Кокетливый. Өсөк кенә ҡыҙсыҡ. Өсөк кенә бала. Өсөк килен.
2. Кескәй, бәләкәй. □ Маленький. Өсөк кенә балаһы бар. Өсөк кенә малай. Өсөк кенә бәпес.
ӨСӨКЛӘҮ (өсөклә-) ҡ. диал. ҡар. осоҡлау 1. Сөйәл өсөкләү. Өсөкләп дауалау. ■ Бибисара абыстайҙың кәңәше менән, Бибеш бик матур ҡурсаҡ яһап, өсөкләп, ете юл сатына сығарып ташлап та ҡараны.
3. Биишева.
ӨСӨН (Р: чтобы, с целью; И.: in order to; T: için) бәйл.
1. Эштең, хәрәкәттең маҡсатын йәки маҡсат ителгән нәмәне күрһәткәндә ҡулланыла. □ Чтобы, с целью (послелог). Күрер өсөн килеү. Ҡайтмаҫ өсөн сығып китеү. Кәйеф-сафа өсөн йыйылыу. ■ Ҡырымдан ҡайтышлай, ҡарар өсөн Сәйҙелдәр тейҙеләр Мәскәүгә. Ғ. Сәләм. Был уй, был хыялдарҙан ҡотолор өсөн, һис бер сәбәпһеҙ-ниһеҙ шарҡылдап көлдөм дә ебәрҙем. С. Агиш. Телефонистарға ярҙам итеү өсөн Новиков-ты ебәрергә булғандар. Д. Юлтый. Ҡарағай ҙа үҫер, ай, йәм өсөн, бал ҡорттары осор бал өсөн. Халыҡ йырынан. • Үҙ атыңды һынар өсөн кеше атына ултыр. Мәҡәл. Алдан килгән — урын өсөн, һуңға ҡалған — күрер
29- 1.0062.14
881