Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 882


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

өсөн
өсөн. Әйтем. Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша. Мәҡәл.
2. Маҡсатҡа әйләнгән көслө теләкте белдергәндә ҡулланыла. □ Ради, из-за (послелог). Аҡса өсөн эшләу. Карьера өсөн тырышыу. ■ Тәхет өсөн китә алыш-тартыш, хан булырға теләй һәр турә. Б. Вәлид. • Ир ирек өсөн улер. Әйтем. Дан өсөн йән һатма. Әйтем.
3. Нимәнеңдер башҡа икенсе нәмәгә тәғәйенләнгәнен күрһәткәндә ҡулланыла. □ Для, на (послелог). Иҫтәлек өсөн биреу. Кышҡылыҡ өсөн утын әҙерләу. ■ Иҫтәлек өсөн бергә фотоға төшкәндән һуң ҡунаҡтар музей менән танышты. «Йәшлек», 27 сентябрь 2008. Кысҡырмасы, кәкук, ай, яҡында, кәкук өсөн тугел тал, тирәк. Халыҡ йырынан. Был йырҙарҙы кукрәп уҫкән башҡа йәштәр өсөн яҙамын. Ғ. Сәләм.
4. Кемдеңдер эш, тормош йүнәлешен күрһәткәндә ҡулланыла. □ Для, ради (послелог). Тормош өсөн яралыу. ■ [Булат:] Тыуһа, эш өсөн тыуа ла ҡуя ҡайһы бер кеше. Б. Бикбай. Донъя ҡайғыларын бик куп курҙем, курер өсөн тыуған баш икән. Халыҡ йырынан.
5. Нимәнеңдер мөнәсәбәте ҡағылған кеше йәки нәмәне күрһәткәндә ҡулланыла. □ Для (послелог). Беҙҙең өсөн файҙалы. ■ Бөгөн шулай итеп, малайҙар өсөн әлегә ят, ләкин нәмәһе менәндер яҡын, алда ҙур шатлыҡтар вәғәҙә иткән яңы тормош башланды. Б. Бикбай. Ыласындай зирәк бул, ирең өсөн терәк бул. Туй йырынан. • Бөтә донъяны һыу алһа, өйрәк өсөн ни ҡайғы. Мәҡәл. Уңған кеше өсөн көн дә ураҡ өҫтө. Мәҡәл. Куҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы. Мәҡәл. Матурлыҡ — куҙ өсөн, холоҡ — куңел өсөн. Мәҡәл. Кеше булмаған кеше өсөн кеше ҡайғыһы төштән һуң. Әйтем.
6. Ниндәйҙер эш-хәлдең сәбәбен йәки сәбәп булған нәмәне күрһәткәндә ҡулланыла. П Из-за того, ради (послелог). Оҙон теле өсөн малайҙарҙан эләгеп тора. ■ Эш яратҡан өсөн .. арыуын да, ауырыуын да онотоп, [Һәнәрсе] һаман эшләгән.
3. Биишева. Шәуәли ҡатынының һуҙен йыҡмаҫ өсөн, теләр-теләмәҫ сығып китте. Б. Бикбай. Мөгөҙө өсөн һәләк булыр
боланы бар Балҡантау. «Заятүләк менән һыуһылыу». • Төлкөнөң улеме тиреһе өсөн. Мәҡәл.
7. Эшкә, ҡылыҡҡа, тойғоларға нигеҙ биргән нәмәне күрһәткәндә ҡулланыла.
□ Из-за, за (послелог). Юҡ өсөн көйөу. Бала өсөн ҡайғыра. Улың өсөн ҡайғырма. ■ Беҙҙең генә өсөн кем илаһын, эс бауырҡайҙары өҙөлөп. Халыҡ йырынан. • Алда булыр туй өсөн алдан бейей башлама. Мәҡәл. Коштоң ҡошо бала өсөн ҡапҡанға эләгә. Мәҡәл. Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар. Мәҡәл.
8. Нимәнеңдер (эштең йәки нәмәнең) кем, нимә файҙаһына йүнәлтелгәнен күрһәткәндә ҡулланыла. □ Для, ради (послелог). Куңел өсөн эйтеу. Үҙ рәхәтең өсөн йәшәу. • Туй туйымлыҡ өсөн тугел, куңел өсөн. Мәҡәл.
9. Ниндәйҙер эш йәки нәмәнең кем, нимә мәнфәғәтенә бағышланғанын күрһәткәндә ҡулланыла. □ Ради, за (послелог). Ил өсөн улеу. ■ Аҡылымдың һуңғы яҡтыһын һәм ҡанымдың һуңғы тамсыһын илем, халҡым өсөн бирермен. X. Ҡунаҡбай. Ап-аҡ алтын йырҙарымды йырламайым данлыҡ өсөн; йырлайым алтын илем өсөн, уҙ туған халҡым өсөн. Ш. Бабич. • Ир-егет уҙе өсөн тыуа, иле өсөн улә. Мәҡәл. Хаҡлыҡ өсөн утҡа кер. Мәҡәл. Халҡың өсөн йәшә, халҡың өсөн ул. Мәҡәл. Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә, йән бирер. Мәҡәл.
10. Эшләгән эштең йәки түләүҙең нимә хаҡына булғанын күрһәткәндә ҡулланыла.
□ За (послелог). Һыйырҙы һөтө өсөн тотоу. Картлыҡ өсөн пенсия алыу. Утын өсөн туләу. ■ Хәҙер ул бөтә тапҡан-таянғанын Нинаның уҡыуы өсөн бөтөрә. Д. Юлтый. [Гәрәй — Саҡайға:] Турәлегең өсөн иген тейәлер бит? Б. Бикбай. [Батша:] Кыҙ өсөн ҡалын туләрлек хәлең юҡ бит һинең. Әкиәттән. • Эткә өргән өсөн икмәк бирәләр. Мәҡәл. Көнөм өсөн көн тартамын. Әйтем.
11. Ниндәйҙер эштең кем, нимә хаҡына башҡарылғанын күрһәткәндә ҡулланыла.
□ Ради, из-за (послелог). Аҡса өсөн йәнен бирә. ■ Буласаҡ кейәу өсөн уңған еңгә .. бал, май, ҡыҙыл эремсек бәрәмәсе, хатта тымау дарыуындай итеп һаҡлап килгән ҡарағат ҡағын да сығарған. Б. Бикбай. • Бай бай
882