ӨСӨНСӨ ҠАТЛАМ
өсөн тырышыр. Мәҡәл. Һөймәҫеңде һөйөрһөң һөйгәнеңдең хаҡы өсөн. Әйтем. Ҡаҙ өсөн тауыҡ йәл тугел. Әйтем. Байлыҡ өсөн һуғышма, ирек өсөн һуғыш. Мәҡәл.
12. Ниндәйҙер эштең кем урынына, нимә иҫәбенә башҡарылғанын күрһәткәндә ҡулланыла. □ За (послелог). Минең өсөн ултырып тор әле. ■ [Бай — һалдатҡа:] Һинең өсөн һаҡта мин торормон. Әкиәттән. • Оялмаған кеше өсөн ояттың йөҙө ҡыҙарыр. Мәҡәл. Ҡул өсөн баш яуаплы. Әйтем. Кеше өсөн кеше улмәй. Мәҡәл. Берең өсөн барың тор, барың өсөн берең тор. Мәҡәл.
13. Ниҙеңдер ғәмәлләштереү сараһын, шартын күрһәткәндә ҡулланыла. □ Для тоғо, чтобы (послелог). Ауырымаҫ өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. ■ [Батша:] Эште ғәҙел хөкөм итеу өсөн мин ул ҡыҙҙарҙы уҙем курергә тейеш. Әкиәттән. Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәр өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар? Ғ. Сәләм. • Абыныр өсөн туңгәк табылыр. Мәҡәл.
ӨСӨНСӨ I (Р.: третий; И.: the third; T.: üçüncü) рәт һ.
1. Урын тәртибе өс һаны менән билдәләнгән. □ Третий. Өсөнсө булмә. Өсөнсө ҡат. ■ Буҙ толпар өсөнсө тапҡыр Алпамышаны сөйөргә ынтылып ҡараны ла, был юлы Алпамыша, теҙгенде тартып, аяҡтары менән буҙ толпарҙың билен биртендерә биреп ҡыҫып алды ла, тау башын бер әйләнеп сыҡты, ти. «Алпамыша». Өсөнсө йәше менән бара [бала], ә атларға уйламай ҙа. М. Тажи. Өсөнсө тирмәләге уртаса хәлле, куберәк Аҙнаҡайҙан йыйылған ҡунаҡтар араһына Үмәр ҡартты ла ултырттылар. Һ. Дәүләтшина.
2. Сифаты түбән булған. □ Третий (сорт, класс). Өсөнсө сортлы сәй. Өсөнсө класлы каюта. Өсөнсө сортлы иген.
ӨСӨНСӨ II (Р.: третье (блюдо)’, И.: third course; T: tatlı, üçüncü yemek) и.
Ашағандан һуң бирелә торған эсемлек (мәҫәлән, сәй, ҡәһуә, какао, компот). □ Третье (блюдо). Өсөнсөгә әфлисун һуты бирҙеләр. Өсөнсөгә тел дә тейҙереп ҡарама
ным. Был кафела өсөнсөгә башлыса сәй йәки ҡәһуә генә бирәләр.
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК (бүлеге) (Р: третье от деление; И.: the third Department; T: üçüncü şube) и. map.
Рәсәйҙә Николай I заманында төҙөлгән дәүләт сәйәси полицияһының юғары идараһы. □ Третье отделение (орган политического сыска и следствия в России, созданный Николаем I). Өсөнсө булек 1826 йылда фор-малаштырыла. Өсөнсө булектең функциялары 1880 йылда Эске эштәр министрлығының Полиция департаментына тапшырыла.
ӨСӨНСӨ ЙЫЛ (Р: в позапрошлом году; И.: the year before last; T: evvelki yıl) р.
Бынан өс йыл элек; элекке йыл. □ В позапрошлом году. Өсөнсө йыл йорт һалып сыҡтыҡ. Өсөнсө йыл кусеп килдек. Өсөнсө йыл эшкә төштөм. ■ [Хәмиҙә] башына өсөнсө йыл ғына алған ҡыҙғылт ҡатыш һары биҙәк төшкән шәлен ябынды, аяғына быйыл йыйын осоронда ғына алған өр-яңы калошын кейҙе. М. Ғафури. [Мәликә:] Хәтерләйһегеҙме, Ка-милә апай, өсөнсө йыл Өстау йәйләуендә берике ай самаһы бергә эшләнек. Д. Исламов.
ӨСӨНСӨ КӨН (Р: позавчера; И.: the day before yesterday; T: önceki gün) р.
Бынан өс көн элек; элекке көн. □ Позавчера. Өсөнсө көн генә ҡаланан ҡайттым. ■ Ҡарт өсөнсө көн курше ауылдағы ҡыҙына киткәйне, ҡайтҡаны юҡ. Д. Юлтый. Магазиндарҙы ла әйләнеп сығырға кәрәк, юғиһә һатыусылар өсөнсө көн ук тауар бөтөугә зарлана ине. «Ағиҙел», № 3, 2012. [Сәлимә:] Өсөнсө көн төшөмдә Хаммат менән икебеҙҙең сағыу ҡояш аҫтында гөл сәскәле матур бер яланда йөрөгәнебеҙҙе кургәйнем. 3. Биишева.
ӨСӨНСӨ ҠАТЛАМ (Р: третье сословие; И.: commons; T: üçüncü sınıf) и. тар.
Феодаль Францияла бер ниндәй өҫтөнлөк менән файҙаланмаған, һалым түләгән түбәнге ҡатлам. □ Третье сословие (в феодальной Франции обозначение непривилегированного податного населения). Өсөнсө ҡатлам кешеһе. Өсөнсө ҡатламға ҡараған халыҡ. Францияла өсөнсө ҡатлам 25 миллион кешене уҙ эсенә алған.
29*
883