Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 884


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

өсөнсөл
ӨСӨНСӨЛ (Р.: третичный; И.: tertiary; T.: üçüncül) с.
Сифат, урын, тәртибе өсөнсө булған. □ Третичный. Өсөнсөл осор. Өсөнсөл препарат. Өсөнсөл төр. И Башҡортостан Республикаһында реликт (уткән геологик дәуерҙән ҡалған) уҫемлектәрҙең ун бише — өсөнсөл, ә ҡырҡ бере плейстоцен төрҙәренә ҡарай. «Башҡортостан панорамаһы», № 3,
2007.
ӨСӨНСӨНӘН (Р.: в-третьих; И.: thirdly; T: üçüncüsü) инш.
Нимәнелер бер-бер артлы һанап яҙғанда йәки һөйләгәндә өсөнсө пункт икәнен күрһәтеү өсөн ҡулланыла. □ В-третьих. ■ Өсөнсөнән, урамды сығып әҙерәк барғас та, ылауҙар, юлдан ҡырға тайпылып, соҡор-саҡырлы, һаҙамыҡ урманға борола. Ә. Хәкимов. Беренсенән, бының [бейеуселәр әҙерләу студияһына инеу] өсөн теләк кәрәк, икенсенән, бер нисә бейеу белергә кәрәк, өсөнсөнән, бына тап һинеке кеуек зифа буй-һын кәрәк. Н. Мусин. Өсөнсөнән, милли мәктәптәрҙә уҡыған балалар тәрбиәле, иманлы була, сөнки улар уҙ милләтенең мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеп, туған телдә аралашып, ерлектәге йола-традициялар, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиә ала. «Киске Өфө», № 34,2012.
ӨСӨНСӨ ОСОР (Р: третичный период; И.: tertiary period; T: üçüncü zaman) и. иҫк. геол.
Ерҙең геологик тарихында динозаврҙар үлеп бөткәндән алып һуңғы боҙлоҡ осоро башланғанға тиклемге ваҡыт араһы, кайнозой эраһының беренсе осоро. □ Третичный период (устаревшее название временного интервала геологической истории Земли, охватывающего промежуток времени от вымирания динозавров до начала последнего ледникового периода). Өсөнсө осорҙоң дауамлылығы. Өсөнсө осорҙоң тәуге яртыһы. Өсөнсө осорҙағы уҫемлектәр донъяһы.
ӨСПАШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового
подразделения башкир племени усерган. Өспаш аймағынан булыу. Өспаш аймағына ҡарау. Өспаш аймағы ерҙәре.
ӨСПОСМАҠ (өспосмағы) (Р: передняя (в доме); И.: hallway; entrance-room; T: hol) и. диал.
Алғы бүлмә. □ Передняя (в доме). Өс-посмаҡтан ары утмәнем. Өспосмаҡта иҙән йыуып йөрөй. Өспосмаҡта көтөп торҙом.
ӨСПОТ и. диал. ҡар. өстаған 2. Өспотҡа ҡаҙан ҡуйыу. Өспот аҫтына ут яғыу. Өспотҡа ҡуйып аш бешереу.
ӨСПӘТ (Р: колун; И.: log splitter, wedge axe; T: odun baltası) и. диал. ҡар. шүмән.
Утын яра торған ҡалын балта. □ Колун. Өспәт менән утын ярыу. Был тумәрҙе өспәтһеҙ ярып булмаҫ. Өспәт һаплау.
ӨСПӘТ БАЛТА и. диал. ҡар. өспәт. Өспәт балта һабы. Өспәт балта бигерәк ауыр. Өспәт балта менән ярыу.
ӨСТАҒАН I (Р: таған; И.: tripod; Т: sacayak) и.
1. Бер яҡ баштары беркетелеп, икенсе баштары ергә ултыртылған өс таяҡ. □ Таган, таганок. Өстаған ҡуйыу. Әуернә өстағаны. ■ Икегә бер — өс була, еңеп булмаҫ көс була, өстаған шуға таймай, ҡымшанмай тора, аумай. Г. Ситдиҡова.
2. Ҡаҙан, суйын ултыртып, аҫтына ут яға торған өс аяҡлы дүңгәләк тимер. □ Тренога, треножник. Өстағанға суйын ҡуйыу. ■ [һылыу ҡортҡа:] Ҡартым мәрхумкәйҙең өстағаны ине. Был бала өйҙө ҡыйыҡлатып, мейес сығарып ҡуйһа, кәрәге лә бөтөр инде был ҡомартҡының, ә? Т Йәнәби. [Мәғфу-рә] өстағанға ҡаҙан аҫып, ут яҡты. Һ. Дәүләтшина.
ӨСТАҒАН II (Р: кушанье, приготовленное из картофеля с мясом; И.: dish made of potatoes and meat; T: patates ve etten yapılan bir yemek) и. кул. диал.
Картуф менән иттән бешерелгән ашамлыҡ. □ Кушанье, приготовленное из картофеля с мясом. Өстаған бешереу. Өстаған ашау. Тәмле өстаған.
ӨСТАҒАН III (Р: козлы; И.: saw-horse; T: sacayağı) и. диал.
Бүрәнә һалып быса торған тояҡлы махсус ҡулайлама. □ Козлы. Өстаған эшләу.
884