ӨҪҠОРМА
ӨҪКӨ АҢҠАУ ТАРТЫНҠЫҺЫ (Р.: верхненёбный согласный звук; И.: palatal consonant; T.: dişcil ve yarı dişcil sessizi) u. лингв.
Тел осоноң ҡаты аңҡауға тейеүенән яһалған өн (д, т, з, ҙ, с, ҫ, ц, ж, ш, ч, щ өндәре). □ Верхненёбный согласный звук. Өҫкө аңҡау тартынҡыларын өйрәнеу. Өҫкө аңҡау тартынҡыларын яҙыу. Өҫкө аңҡау тартынҡыһын айырып курһәтеу.
ӨҪКӨ ДОНЪЯ (Р: верхний мир; И.: the upper world; T: yukarı dünya) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, Тәңреләр йәшәгән донъя. □ Верхний мир (по представлениям башкир, место обитания божеств). ■ Халыҡтың ҡарашы буйынса, Ерҙә өс донъя бар: өҫкө, уртансы һәм ер аҫтындағы. Өҫкө донъяла фәрештәләр йәшәй. «Йәшлек», 2 февраль 2008. «Урал батыр» эпосында өс — йыһан, ер, ер (һыу) аҫты донъяһының һурәтләнеше сағыла. Өҫкө донъяла (куктә) ҡоштар батшаһы Самрау хакимлыҡ итә, ерҙә тәуге кешеләр Йәнбикә менән Йәнбирҙе йәшәй, ә ер аҫты (һыу аҫты) донъяһында аждаһалар батшаһы Ҡатил һымаҡтар хөкөм һөрә. Картотека фондынан. Бик куп халыҡтарҙың мифопоэтик традицияларынан, шул иҫәптән башҡорт фольклоры әҫәрҙәренән, этнографик материалдарҙан куренеуенсә, ҡоштар — өҫкө донъяны символлаштырыусы йән эйәләре. Ф. Нәҙершина.
ӨҪКӨ КЕЙЕМ и. ҡар. өҫ кейеме. Өҫкө кейемде сисеу. Өҫкө кейем ҡарау. Өҫкө кейем һатып алыу. [Талпандан һаҡланыу өсөн] урманға сыҡҡанда, салбар балаҡтарын — итек ҡунысына, өҫкө кейемде салбарға тығырға кәңәш ителә. «Йүрүҙән», 26 апрель
2011.
ӨҪКӨРӨҮ (өҫкөр-) ҡ. диал. ҡар. өшкөрөү. Өҫкөрөп дауалау. Өҫкөрөп имләу. Баланы өҫкөрөу. Ауырыуҙы өҫкөрөу.
ӨҪКӨ ТЕЛ (Р.: язычок; И.: uvula; T: küçük dil) и. анат. диал.
Кесе тел. □ Язычок. Ашағаным өҫкө телгә лә йоҡманы. Өҫкө тел төҙөлөшө. Өҫкө тел ауыҙҙы киң итеп асып ҡарағанда ғына куренә.
ӨҪКӨТӨҮ (өҫкөт-) (Р: подстрекать; И.: incite; stir up; T: kışkırtmak) ҡ. диал. ҡар. ҡотортоу.
Берәй эш-ҡылыҡҡа өндәп ҡуҙғатыу. □ Подстрекать. Халыҡты өҫкөтөу. Өҫкөтөп йөрөу. ■ [Урал — Шулгәнгә:] Бөтә илде һыу иттең, кеше ҡанын ҡойорға дейеуҙәрҙе өҫкөттөң. «Урал батыр».
ӨҪКӨ ТӘГӘС и. диал. ҡар. сынаяҡ өҫтө. Өҫкө тәгәскә сәй яһау. Өҫкө тәгәстән сәй эсеу. Өҫкө тәгәсте йыуыу.
ӨҪКӨ ЫРҒАҠ (ырғағы) (Р: нёбо; И.: palate; T: damak) и. анат. диал. ҡар. аңҡау.
Ауыҙ әсенең өҫкө өлөшө. □ Нёбо. Өҫкө ырғағымды бешерҙем. Өҫкө ырғағым ауырта. Өҫкө ырғағым шешкән.
ӨҪКӨ ЯҢАҠ БИҘЕ (Р: верхнечелюстная железа (пчёл)', И.: supramaxillary gland; T: üst çene bezi) и. анат.
Бал ҡорттарының кәрәҙҙе эретеү өсөн матдә эшләп сығарыусы биҙе. □ Верхнечелюстная железа (пчёл). Өҫкө яңаҡ биҙҙәре секрецияһы. Өҫкө яңаҡ биҙҙәре функциялары. ■ Инә ҡорт һөтөн йәш эшсе бал ҡорттары йотҡолоҡ һәм өҫкө яңаҡ биҙҙәре тарафынан эшләп сығара, һөттө әҙерләуҙә һитә сеймал булып тора, тиҙәр. С. Бәҙретдинов.
ӨҪКӨ ЯҢАҠ ҺӨЙӘГЕ (Р: верхняя челюсть; И.: upper jaw; T: üst çene) и. анат.
Бит һөйәгенең өҫкө тештәр урынлашҡан алғы өлөшө. □ Верхняя челюсть. Өҫкө яңаҡ һөйәге төҙөлөшө.
ӨҪ КҮРЕҮ и. диал. ҡар. күрем. Өҫ куреу ваҡыты. Өҫ куреу мәле.
ӨҪҠОРМА (Р: надстройка; И.: superstructure; T.: üst yapı) и. иҡт.
Йәмғиәттең иҡтисади базисын билдәләгән ижтимағи идеялар һәм сәйәси, эстетик, фәлсәфәүи, дини, хоҡуҡи ҡараштар, уларға хас ойошма һәм идеологик ижтимағи мөнәсәбәттәр йыйылмаһы. □ Надстройка. Сәйәси өҫҡорма. Базис һәм өҫҡорма, й Базис тип, билдәле булыуынса, йәмғиәттең иҡтисади ҡоролошон, ә өҫҡорма тип ижтимағи аң формаларын (сәйәсәт, хоҡуҡ, дин, сәнғәт, фәлсәфә) атайҙар. К. Әхмәтйәнов. Ике ижтимағи-иҡтисади формация ла [капитализм менән социализм] уҙҙәренең бази-
891