ӨҪ
ҡотолоп, еңеллек кисереү. □ Как (будто, словно, точно) гора с плеч (свалилась) у кого. И Әҫтәмдән бик ауыр йөк төшкән кеуек булды. М. Ғафури. Генералдарҙы оҙатҡас, өҫтән тауҙай йөк төшкәндәй булып, тәрән уйҙарға сумдым. «Ағиҙел», № 5,
2010. Өҫтән төшөү ниндәйҙер мәшәҡәттән ҡотолоу. □ Свалиться с плеч. Минец өҫтән бурыс төштө. Донъя хәстәре ололар өҫтөнән төштө. Өҫтә тороу нимәгәлер яуаплы булыу, яуаплылыҡ тойоу. □ Нести ответственность. й [Роза Шафиҡова:] Ғәзим .. өсөн ижад — беренсе, ә ғаилә икенсе урында торҙо. Шуға ла бар хужалыҡ эштәрен мин алып барҙым, балаларҙы тәрбиәләу ҙә минец өҫтә булды. «Йәшлек», 1 октябрь 2009. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн етеш тормош хаҡында әйтелә. □ Всё есть, всё благополучно, букв. Сыт, одет, обут. Өҫ бөтөн, тамаҡ туҡ хәҙер балаларҙыц. ■ Уныц [Ҡотлояр ҡарттыц], донъяһы теуәл: байлыҡ яҡшы, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, ауырлыҡ курмәй. һ. Дәүләтшина. Хәҙер ҡыҙҙыц өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, куцеле генә китек, ти. Әкиәттән.
ӨҪ II (Р.: название надстрочного знака в арабском алфавите; И.: kind of Arab diacritics; T.: üstün) и.
Ғәрәп яҙыуында хәреф башына ҡуйыла торған билдә. □ Название надстрочного знака в арабском алфавите. ■ Эй, осетин бәк Салих, һеҙгә лайыҡ ат курһәтәм: «мим»-гә өҫ, «жим»гә сәкен һәм «нон» — өтөр, «нон» — сәкен. Ш. Бабич.
ӨҪ-БАШ (Р.: одежда; И.: clothes; T.: giysi) и. йыйн.
Өҫкә кейгән кейем, өҫ кейеме. □ Одежда, комплект одежды. Өҫ-башты алмаштырыу. Өҫ-башҡа алыу. ■ Рәшиҙә өҫ-башына кейенә башлағас, Сәғиҙә лә урынынан тороп китергә әҙерләнде. М. Тажи. Ғәлиәкбәрҙец өҫ-баш та бик шәп бит инде: ҡараҡул яғалы өр-яцы пальто, ҡараҡул бу рек, аяҡта һары кун һыҙмалы, ҡунысы ҡайтарылған аҡ бурка. 3. Биишева. Кейеҙбай, аттыц ҡорһаҡ аҫтынан утеп, һул яҡтан уц яҡҡа сыҡһа, ни куҙе менән курһен — уҙен кеше танырлыҡ та тугел: өҫ-башына шул тиклем аҫыл кейемдәр кейгән егеткә әйләнгән, ти. Әкиәттән.
ӨҪ-БАШЛЫҠ (Р: достаточный для покупки одежды; И.: for clothes and all; T: giysilik) с. һөйл.
Кейем-Һалым һатып алырға етерлек (эш хаҡына, аҡсаға ҡарата). □ Достаточный для покупки одежды. Өҫ-башлыҡ аҡса. ■ [Мәғфурә — Айбулатҡа:] Әллә бы-йылға ошонда Ныязғол ҡайнағаларҙа ғына эшләп тораһыцмы? Бәлки, бында ла өҫ-башлыҡ эшләй алырһыц. Һ. Дәүләтшина. Хөсәйен менән Әхсән хәлдәренән килгәнсә кәсеп иттеләр: һалабаш һалдылар, ҡайыр һыҙырҙылар, әҙ булһа ла өҫ-башлыҡ аҡсаһы — аҡсалата, тауары тауарлата килеп торҙо. Ж. Кейекбаев. Иртән Насир ярҙамсы малайын һарыҡ көтөргә ҡалдырып торорға булды, әҙерәк өҫ-башлыҡ, тамаҡлыҡ булһа ла эшләр. 3. Ураҡсин.
ӨҪ КЕЙЕМЕ (Р: верхняя одежда; И.: outer garments; overclothes; T.: üstlük) и.
Тыштан, нимәнецдер өҫтөнән кейелә торған кейем. □ Верхняя одежда. ■ «Әй-ҙук, әйҙук!» — Ҡадир килгән ҡунаҡтарҙыц өҫ кейемдәрен сисендерергә тотондо. Б. Бикбай. Иванов өҫ кейеме менән дә башҡаларҙан айырылманы. Я. Хамматов.
ӨҪКӨ I (Р: верхний; И.: upper; T: üst) с.
1. Нимәнәндер өҫтәрәк, юғарыраҡ урынлашҡан; юғарғы. □ Верхний. Өҫкә кәштә. Өҫкә урам. Өҫкә яҡ. ■ Айбулат әле уҙе әйләнеп йөрөгән йорттоц өҫкө ҡатыныц эсен дә кургәне юҡ. һ. Дәүләтшина. Өҫкө ҡаттағы коридорға менеу менән мине Наилә ҡаршы алды. С. Агиш. [Биктимер] тәҙрәнән эскә ҡараһа — бер убырлы ҡарсыҡ ултыра. Өҫкө ирене тушәмдә, аҫҡы ирене иҙәндә, ти, быныц. Әкиәттән. • Аҫҡы ботаҡтар өҫкөләрен кутәрешә. Әйтем.
2. кусм. Тормош хәле яҡшыраҡ, юғарыраҡ торған; юғарғы. □ Верхний, высший. Өҫкө ҡатлам халыҡ. Өҫкө ҡатламдан сығыу. Өҫкө ҡатламға ҡарау.
ӨҪКӨ II (Р: подстрекательство; И.: instigation; T: kışkırtma) и. диал. ҡар. ҡотҡо.
Кеше араһын боҙоу өсөн аҫтыртын таратылған насар һүҙ. □ Подстрекательство, провокация. Өҫкөгә бирелеу. Өҫкө таратыу. Өҫкө йөрөтөу.
890