Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 889


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

өҫ
ской мифологии: верхний, высший сакральный мир, где живут боги, птицы.
20. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, әйберҙең үҙенә һаҡсыл ҡараш талап иткән өҫкө яғы. □ Верхняя часть, поверхность чего-л., имеющая сакральную семантику. ■ Салғы, һөңгө, бысаҡ кеуек әйберҙәрҙе кәрәкмәгәндә йөҙө, осо менән өҫкә ҡаратып һалырға ярамай, ҡан, бәлә-ҡаза була. Башҡорт мифологияһынан. Икмәктең аҫтын өҫкә ҡаратып һалырға ярамай, икмәк рәнйей. Экспедиция материалдарынан. Икмәк өҫтөнә бер нәмә лә һалырға ярамай, унан оло ризыҡ юҡ. Тыйыу. Куҙҙең аҫты тартһа — илауға, өҫтө тартһа — танһыҡ кеше куреугә. Һынамыш.
♦ Аш өҫтө һүҙҙең дөрөҫлөгөн раҫлағанда ант рәүешендә әйтелә. □ Клятва на хлебе (клятвенно заверять, клясться хлебом). И [Зәйниҙе] шунда уҡ башҡалар элеп алды: «Кит әле, әй!» «Эйе, аш өҫтө!» Д. Бүләков. «Эйе, эйе, аш өҫтө, бына шулай ти», — тип Әхтәри һуҙен тағы ла бер ҡабат йөпләп ҡуйҙы. Ғ. Лоҡманов. Бар өҫтөнән булған көйө, була тороп. □ Имея что. Бар өҫтөнән матурлап кейенмәй йөрөй. ■ <Кеше> өҫтөндә тороу (йәки булыу) кеше өйөндә фатирҙа йәшәү. □ Жить на квартире у кого. ■ Рамазан, тейешле аҡсаһын алып, ваҡытында бирә барһа ла, кеше өҫтөндә оҙаҡ тороуына ҡыйынһына, .. тартынып ҡына ашай. Ә. Вәли. • Ятҡан ерең көшөл өҫтө булһа ла, кеше өҫтөндә булмаһын. Мәҡәл. Өҫкә алыу эште, бурысты үҙ яуаплылығына алыу. □ Принять на себя, под свою ответственность. ■ [Дауытов:] Ғәйепте таныу — яҡшы нәмә ул, ләкин уларҙың бөтәһен дә уҙ өҫтөгөҙгә алы-уығыҙ дөрөҫ тугел, иптәш Янһаров. Б. Бикбай. Кредит буйынса яуаплылыҡты уҙ өҫтөнә алыусы кеше йәки юридик шәхес башҡа бер кешенең банк алдындағы бурысы өсөн яуап бирә. «Йәшлек», 8 февраль
2011. Өҫкә ауҙарыу ғәйепте, яуаплылыҡты башҡаларға ҡайтарып ҡалдырыу, башҡаларға һылтаныу. □ Свалить что на кого. Ҡатыны бар ғәйепте иптәшенең өҫтөнә ауҙарҙы. Өҫкә бысраҡ өйөү (йәки ташлау) яла яғыу, нахаҡҡа ғәйепләү. □ Кле
ветать, оговорить. Өҫкә сығыу 1) халыҡҡа беленеү; фаш булыу. □ Раскрыться, стать известным о каком-л. деле. И Яманлыҡты йәшереп булмай, ҡасандыр булһа ла өҫкә сыға, тиҙәр. «Торатау», 24 апрель 2012;
2) нимәләлер өҫтөнлөк алыу. □ Взять верх в чём-л. Уның һуҙе өҫкә сыҡты. Көрәштә өҫкә сығыу. ■ Судта Ваһаптың эше өҫкә сыҡҡас, ауыл халҡы бик ҡәнәғәт булды. Ж. Кейекбаев. • Нәҫелленең һуҙе өҫкә сығыр. Әйтем;
3) үҙеңдән тейеш булып ҡалыу (хөкумәт малына ҡарата). □ Совершить растрату. Өҫкә сығыу янай. Өҫтөнә баҫыу 1) пиҙеңдер асылын ғына әйтеп биреү, асылына тап килтереү. □ Угадать, попасть в точку. И Өҫтөнә баҫтың. Мин дә шуны әйтмәксе инем, — тип Байғужа урынынан торҙо. Д. Юлтый. [Муйыл:] Әйтерһең, берәу алдан һөйләп ҡуйған. Ғәжәп шикелле бына, өҫтөнә генә баҫып әйтеп тик ултыра. Һ. Дәүләтшина; 2) нимәгәлер тап ваҡытында килеү, килеп өлгөрөү. □ Оказаться вовремя. Мәжлестең өҫтөнә баҫыу. ■ «Иҫәнме, Пахомыч! Әйҙә ултыр! Fan өҫтөнә баҫтың. Һине генә көтә инек», — тине йорт хужаһы Михеев. Ж. Кейекбаев. Өҫтөнә менеп барыу әрләп, тиргәп, ауыҙын ҡаплап ҡуйыу, әтәсләнеп еңергә тырышыу. □ Притеснять кого, нападать на кого. ■ Куҙемә куренмә, алйот! — тип, Ҡәмәр ҡортҡа Ғәләуҙең өҫтөнә менеп бара бит. Т. Йәнәби. Өҫтөнә әйҙәй булыу нимәнеңдер ауырлығын башҡа кешегә төшөрөү. □ Возлагать свои хлопоты на другого человека. Өҫтөнә сығыу туҙҙырыу. □ Произвести растрату, һатыусы бер йыл да эшләмәгән, мең һум өҫтөнә сыҡҡан. Әҫтәңдә туҙһын яңы кейемде, ҡотлап әйтелә. □ Носи на здоровье (пожелание приобретшему обновку). ■ [Баныу — Мөнирәгә:] Матур теккәндәр инде! Ҡотло булһын, әҫтәңдә туҙһын. Ғ. Ибраһимов. Өҫтән йөҙөү ниндәйҙер мәсьәләне насар белеү, асылын аңламау. □ Мелко плавать, слабо разбираться в чём-л. И [Кәбир:] Ғәфу um, Сабир, был тәңгәлдә һин өҫтән йөҙәһең кеуек тойола миңә. Ә бында бит төптәнерәк ҡарарға кәрәк. Яр. Вәлиев. Өҫтән йөк (йәки тау) төшкәндәй (йәки төшкән кеүек) булыу ауыр вазифанан
889