өҫ
өҫтөн ябып тотмаһаң; малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тотмаһаң. Әйтем.
7. Нимәнеңдер юғарғы өлөшө. □ Верхняя часть чего-л. Ҡул тирмәненең өҫтө. Сынаяҡ өҫтө. ■ Өҫтө ағас, аҫты ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы бейек өй эре-эре өлгөлө ун ике тәҙрәһе менән ялтырап ултыра. Һ. Дәүләтшина. Шәфәҡ сынаяҡ өҫтөн туңкәрҙе. Б. Бикбай.
8. Нимәнелер юғарынан ҡаплап ябып торған икенсе нәмә; ябыу, япма. □ Верхний слой чего-л. Көймә өҫтө. ■ Шул саҡ Вәхит-тең куҙе бәлеш өҫтөнә ҡамыр менән яҙылған ике хәрефкә төшә лә йөрәге шатлығынан урынынан ҡубырҙай булып тибә башлай. Г. Юнысова.
9. Нимәнәндер юғарыраҡ урынлашҡан урын. □ Место над чем-то. Кендек өҫтөндә генә миңе бар. ■ Карт, уң усы менән куҙ өҫтөн көймәләп, һарай тубәһенә кутәрелеп ҡарап, нығыраҡ төбәлде. Б. Бикбай.
10. Ҡалҡыуҙың юғарғы, бейек яғы. □ Вершина. Яр өҫтө. Өҫкә менеу. Өҫтән тө-шөу. ■ Урал аҫты алтындыр, өҫтө шәфәҡ балҡыйҙыр. Ш. Бабич. Тубә өҫтөндә мук ашап торған ҡоралай .. башын артҡараҡ ташлап һикереп китте, уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө эйәрҙе. М. Тажи. Борон заманда, Кавказда, ҡаялы тау өҫтөндә .. кескәй генә бер ауыл булған. 3. Биишева. Һыйыр, һарыҡ, бәрәстәр шул тауҙар өҫтөндә ҡыуышып, һикерешеп, ашаған һымаҡ булып супсенеп йөрөйҙәр. Ғ. Дәүләтшин. Арҡа өҫкәйҙәрендә томан юҡ, япраҡ ҡына ярған имән юҡ. Халыҡ йырынан.
11. Һыу, һауа ағымының билдәле урындан юғарыраҡ ятҡан яғы, үрге яҡ. □ Верховье реки. Өҫтән бурәнә ағыҙыу. Өҫ яҡ. ■ Өҫтән, ҡайҙандыр алыҫтан, икмәк, йукә, картуф, балыҡ тейәгән баржалар килә. К. Мәргән.
12. Һөттөң йөҙөн ҡаплаған май ҡатламы. □ Сливки. Өҫтө алынған һөт. ■ [Еңгә:] Бер нәмә урынында тормай: һөт өҫтө тиһеңме, ҡатыҡ тиһеңме, береһен ҡалдырмай [Ғәли]! М. Ғафури.
13. Ниндәйҙер йәмғиәттең, социаль төркөмдөң, ойошманың етәкселек иткән ҡатламы. □ Начальство, верхушка власти.
■ [Мырҙағәле:] Өҫтән шаярталар [турәне], өҫтән, беҙ әйткәнгә ҡолаҡ һалмайҙар. С. Агиш. Хәҙер Индрил фәлсәфәһе өҫтә шаулай, ул хәҙер һалдаттар араһында юл өңгән. Д. Юлтый.
14. Айырым бер эш-хәл барған йәки башҡарылған мәл. □ Время, пора. Бесән өҫтө. Кыш өҫтө. ■ Уттай эш өҫтө булғанғалыр инде, урамда һис бер йән эйәһе куренмәй. В. Исхаҡов. Кара әле бынауы Зыяны: ураҡ өҫтөнә килен төшөрҙөмө? М. Тажи. [Ғариф ҡарт — Тимергә:] Әйҙә, Самат, аш өҫтөнә килдең әле. Табындың турендә бул. Б. Бикбай. • Уңған кеше өсөн көн дә ураҡ өҫтө. Әйтем.
15. Билдәле бер йәш тулған мәл. □ О вступлении в какой-л. возраст; возраст, переваливший за... Алтмыш өҫтөнә баҫыу. Илле өҫтөндәге ир. ■ Яхин — быйыл саҡ утыҙ-ҙың өҫтөнә баҫҡан ир. Н. Мусин. [Айбулат:] Картаймаған ҡайҙа инде ул, илленең өҫтөнә сыҡҡас. Һ. Дәүләтшина.
16. Кейгән кейем, кейем-һалым. □ Верхняя одежда. Өҫтө бөтәйтеу. Өҫтө сисеу.
■ [Һалдат:] Өҫтәрҙе ҡалайтып киптерәбеҙ инде. Д. Юлтый. Кайтып төштө Ғилуан. Бары бер йәй көттө көтөу — ныҡ бөтәйгән өҫтө. Н. Нәжми. • Тамаҡ көр, өҫ — нур. Әйтем.
17. Ниҙеңдер терәге, күтәреүсе арҡаһы, көсө, иң. □ Плечи. ■ Беҙҙең өҫкә ҙур эш йөкләнә. С. Агиш. Бөйөк Ватан һуғышы халҡыбыҙ өҫтөнә ҙур һынау булып төштө. М. Тажи. Бына шулай, көтмәгәндә тауҙай ауыр ҡайғы емерелеп төштө Юламан өҫтөнә.
3. Биишева. • Карғанан ҡарауыл ҡуйһаң, әҫтәңә яу килтерер. Әйтем.
18. 3-сө зат эйәлектә төбәү, сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килеш аффикстары менән килгәндә бәйләүес функцияһында ҡулланыла (ҡар. өҫтөнә, өҫтөнән, өҫтөндә). □ В форме сочетания направительного, исходного, местного падежей с аффиксами принадлежности выполняет функцию служебного имени. Эш өҫтөндә булыу. Кеше өҫтөнән һөйләу. Булған өҫтөнә алыу.
19. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, тәңреләр һәм ҡоштар йәшәгән юғарылағы изге урын. □ Верх, в башкир-
888