өҫ
ӨСЬЯПРАҠ (өсьяпрағы) (Р.: мелкая чилига; И.: dwarf pea tree; T: akasya) и. бот. диал.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, һары сәскәле, ҡуҙаҡ орлоҡло ваҡ ҡыуаҡ йәки ағас; ваҡ селек. □ Мелкая чилига, акация жёлтая (лат. Caragana arbo-rescens). Өсьяпраҡ йыйыу. Өсьяпраҡ ҡыуағы. Өсьяпраҡ һындырып алыу. Өсьяпраҡтан һепертке бәйләу.
ӨҪ I (Р.: верх; И.: top; T.: üst) и.
1. Билдәле бер кимәлдән юғары булған тараф; киреһе — аҫ. □ Верх, верхняя часть. Өҫкә ҡарау. Өҫкә менеу. Өҫкә урынлаштырыу. ■ Таш һандыҡ эсе һалҡынса, епшеу, өҫтән тып-тып тамсы тамғаны ишетелә.
3. Ураҡсин. Көндәр апаруҡ һыуытып, өҙлөкһөҙ тиерлек ырашҡы яуғанлыҡтан, эшләуселәргә ҡыйын ине: өҫтән дә яуа, ер ҙә бысраҡ, ҡайҙа баҫма — тайғаҡ. Н. Мусин. Ел көсәйҙе, өҫтән ҡар яуа башланы. Ә. Вәли. Беҙ төрлө һырҙар яһап эшләнгән тимер баҫҡыстан өҫкә табан менеп киттек. С. Агиш.
2. Нимәнеңдер тышҡы, башлыса юғары өлөшөндәге урыны, йөҙө. □ Поверхность чего-л. Ер өҫтө. Диңгеҙ өҫтө. Сумып, һыу өҫтөнә йөҙөп сығыу. ■ Шунан ул [Сөнәғәт] өҫкә ҡалҡты һәм аяҡтары менән деңгелдәтеп һыуға һуға-һуға аръяҡҡа, ҡырсынға йөҙөп сыҡты. Ж. Кейекбаев. Куктә һәм ер өҫтөндә ниндәйҙер еңелсә, утәнән-утә куренеусән кукшел монар гел генә дерелдәп балҡый ҙа тора. Б. Бикбай. Баҡса аръяғында — Ҡара диңгеҙ, көҙгө ҡаплағандар өҫтөнә. Ғ. Сәләм. Дим өҫтөн һап-һары япраҡтар ҡаплаған. М. Тажи. Еҙ торбалар, ҡапыл ҡуҙғалып, ялтырап ҡуйҙылар, пароход палубаһы өҫтөнән Иҙел тулҡындарына йөрәкте елкетә торған көслө еҙ ауаздар ағыла башланы. А. Кар-най. Ҡыҙ Айыуғолаҡ менән бергә ер өҫтөнә сығырға ризалыҡ белдергән. Әкиәттән. Һыуға ғына төштөм, һыу алам тип, һыу өҫкәйе тора тулҡынып. Халыҡ йырынан.
3. Нимәнеңдер юғарғы яғындағы урын; тышҡы йөҙ, яҡ. □ Поверхность или верхняя часть чего-л. Арба өҫтө. Ашъяулыҡ өҫтө. Йөк өҫтө. Купер өҫтө. Бесән өҫтөндә аунау. Китап өҫтәл өҫтөндә ята. ■ Алдым
да аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап ап-аҡ булып, ынйы-мәрйендәр сәселгән өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып. Ш. Бабич. Әле генә энәнән-ептән сығып, келәм өҫтөндә наҙланып ултырған көршәктең тере сәскәләре мең төрлө нур бөркөп бейергә, ынйы бөртөктәре шикелле емелдәргә, ҡыуанып-кинәнеп көлөргә керешкән. Һ. Дәүләтшина. Өҫтәл өҫтө һыуһылыу әбейҙең куп йылдарҙан бирле.. һаҡлап ҡуйған ҡыҙыл сыбар ашъяулығы менән ябылған. Ғ. Дәүләтшин. • Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната. Мәҡәл. Яҡшы әҙәм уткәндә, боҙ өҫтөндә ут яныр, яман әҙәм килгәндә, ҡоро өйҙән һыу тамыр. Мәҡәл.
4. Нимәлер торған, булған урын, уның уратылышы, уны әйләндереп алған тирә-яҡ. □ Окружение чего-л. Ш Аҡселән өҫтөндә таң. Б. Бикбай. Ошо илаһи моң эсендә тирбәлгән кукһел урман өҫтөндә ара-тирә кәкук, тартай, буҙәнә, тағы әллә ниндәй билдәһеҙ ҡоштар тауышы яңғырап китә.
3. Биишева. Июнь ҡояшы менән ҡала өҫтө ялт итә. С. Агиш. • Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын. Мәҡәл. Ил өҫтөндә илле алтын. Әйтем. Яҡшы әҙәм ил өҫтөндә һый табыр. Мәҡәл.
5. Кәүҙәнең тышҡы яғы, йөҙө. □ Туловище, стан, тело. Өҫтәге кейем. Өҫтөнә кейем һалып алыу. Н Башына ла кейгән ҡамсат бурек, өҫтөнә кейгән тундың һәйбәтен. Халыҡ йырынан. Уны [Зөлхизәне] хәҙер танырлыҡ та тугел. Өҫтә алтын уҡалар менән сигелгән ал ебәк кулдәк, ҡолаҡта алтын алҡалар, муйында ынйы-мәрйен муйынсалар. 3. Биишева. Өҫтәренә ебәк сапандар кейеп, билдәрен көмөш ҡәмәр менән быуған, көмөш һаплы хәнйәрҙәрен алтын ялатҡан ҡындарына һалып таҡҡан ете улының етеһе лә аталары ҡаршыһына килеп баҫҡандар. «Заятүләк менән һыуһылыу». • Куҙҙы ҡуҙғыма — ҡулың бешер, уты әҫтәңә төшөр. Мәҡәл. Йунһеҙ менән ағас киҫмә — әҫтәңә ауҙарыр. Мәҡәл. Бурене ҡыҫырыҡлап килтерһәң, өҫкә ташланыр. Әйтем.
6. Нимәнеңдер тышҡы, юғарғы яғы. □ Наружная или верхняя часть чего-л. Өҫтөн ҡаплап ҡуйыу. Өҫтөн ябыу. Өҫтө генә куренеп тора. • Бал булһа, себене булыр,
887