Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 886


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ӨСӘР
ӨСӘР (Р.: по три; И.: by three, in threes, three each; T.: üçer) бул. һ.
Һәр береһе өскә тиң. □ По три. Өсәр кеше. Өсәр аҙым. Өсәр мең премия биреу. ■ Кейеҙбай кеҫәләрен ҡапшай, әйләндереп ҡарай, ләкин өс толпарҙан бер ҡыл да ҡалмаған: толпарҙарын ебәргәндә өсәр бөртөк ҡылдарын алып ҡала барырға онотҡан. Әкиәттән. Ҡаршы стенала тирәһе ынйы һәм аҫыл таштар менән йөрөтөлгән дурт мөйөшлө шыма таҡта тора. Уныц һәр яғы өсәр аҙымдан ашыуыраҡ. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ӨСӘРЛЕК (өсәрлеге) (Р.: трёхрублёвка; И.: three rouble note; T.: üç rublelik para) u.
Өс һумлыҡ аҡса. □ Трёхрублёвка, трёшка, трёшница (денежный знак достоинством в три рубля). ■ Шәһурә .. өсәрлектәрен [ирҙец]ҡулына тотторҙо. Н. Мусин. «Витя! Бына һицә 90 һум», — тине әсәһе сығыр алдынан, аҡсаны улының ҡулына тоттороп. Гел өсәрлектәр ине. «Йәшлек», 11 декабрь 2010. [Себерҙә] эшләгәндәр кеҫә сығымдары тип аталған бер услам өсәрлектәрҙе туш кеҫәләренә һалып ҡына йөрөйҙәр икән. «Ағиҙел», № 3,2011.
ӨСӘРЛЕ ЯПРАҠ (япрағы) (Р: лист тройчатый; И.: ternate leaf; T: üçlü yaprak) и. бот.
Айырым өс япраҡтан торған ҡатмарлы төҙөлөшлө япраҡ төрө. □ Лист тройчатый. Өсәрле япраҡ төрө. Өсәрле япраҡлы уҫемлектәр. Ер еләгенең япрағы өсәрле япраҡтар төрөнә ҡарай.
ӨСӘРЛӘП (Р: по три; И.: by three, by threes; T: üçer)/?.
Өсәр итеп, әҫәрҙән. □ По три. Өсәрләп барыу. Өсәрләп булеу. Өсәрләп теҙелеу. ■ Шалтыр-шолтор иткән арбалар, өсәрләп теҙелгән атлылар, яңғыҙлы һыбайҙар .. урамға тулып китте. Һ. Дәүләтшина. Егет аждаһаның ҡойроғон өҙә саба ла баштарын өсәр-ләп-өсәрләп киҫеп төшөрә. Әкиәттән.
ӨСӘРЛӘҮ (өсәрлә-) (Р: делать что-л. по три; И.: do smth by threes; T: üçerlemek) ҡ.
Өсәр-өсәр итеү. □ Делать что-л. по три. • Өсәрләгән өҙөлмәҫ. Әйтем.
ӨСӘРЛӘШЕП (Р: по трое; И.: by threes; by three; T.: üçer) р.
Өсәр-өсәр бүленеп, өсәр-өсәр булышып. □ По трое. Өсәрләшеп баҫыу. Өсәрләшеп килеу. Өсәрләшеп тороу.
ӨСӘҮ (Р: трое; И.: threesome; trio; T.: üçü birlikte) йый. һ.
Өс кеше йәки нәмә. □ Трое, втроём. Өсәу барыу. Өсәу булып киттек. Балалары өсәу. ■ Балаларҙы артыҡ яратам мин, әллә уҡытыусы булғанға, уҙемдең дә хәҙер өсәу инде, һоҡландырып уҫеп киләләр. Ғ. Сәләм. Емеш, Шәурә, Байрас урамда бер аҙға хәтле өсәу йәнәш барҙылар. 3. Биишева. Туцәрәк яһап урынлашҡан яугирҙар уртаһында улар өсәу — Ҡараһаҡал, Әләнйейәнғол һәм муйынына арҡан тағыулы Мандар Ҡарабай. Б. Рафиҡов. Шунан өсәуһе өс яҡҡа китеп барғандар: иң олоһо, Ишмырҙа — уңға, уртансыһы, Бикмырҙа — урта юл менән, ә иң кесеһе, Аҡмырҙа һулға киткән, ти. Әкиәттән. • Ике ҡатын бергә килһә — баҙар була, өсәу бергә килһә — йәрминкә. Мәҡәл. Берәуҙән икәу яҡшы, икәуҙән өсәу яҡшы. Мәҡәл.
ӨСӘҮЛӘП (Р: втроём; И.: three (together); T: üçü birlikte) p.
Өс кеше бергә. □ Втроём. Өсәуләп юлға сығыу. ■ Ә бит уҙенең йән һөйгәне Иштуған, уның дуҫы Әхәт менән өсәуләп, ҡасҡын булып Орск ҡалаһына килгән саҡта уға [Айһылыуға] бары ун етенсе йәш кенә ине.
3. Биишева. Әмин, Темәс, Байыш — өсәуләп умарталыҡҡа барып, ышаныслы кешеләрен табып, бер көн тигәндә бары Байморатҡа барып юлыға алдылар. Ғ. Хөсәйенов. Зиннәт ағайҙың һуңғы ҡаҙын һуйҙырып алып, һаранбай, уның куршеһе Дәуләтбай, ҡаҙ эйәһе Зиннәт ағай — өсәуләп сығып киткәндәр. Әкиәттән.
ӨСӘҮЛӘШЕП (Р: втроём; И.: three (together); T: üçü birlikte)/?.
Өс кеше бергә. □ Втроём. Өсәуләшеп тотоноу. Өсәуләшеп эшләу. ■ Мәғфурә, Шәһиҙә һәм Гөлйөҙөм өсәуләшеп шаршау артында сәй эстеләр, һ. Дәүләтшина. Атай һуғыштан ҡайтманы, әсәйем, апайым менән өсәуләшеп йәшәнек. «Торатау», 9 апрель 2012.
886