Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 190


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

психоз
health; mental hygiene; psychohygiene; T.: ruh sağlığı) и.
Кешелә рухи сәләмәтлекте формалаштырыу, һаҡлау, нығытыу юлдарын һәм психик ауырыуҙарҙы булдырмау сараларын өйрәнеүсе медицина тармағы. □ Психогигиена. Ғаилә психогигиенаһы. Спортта психогигиена.
ПСИХОЗ [рус. < гр. psyche} (Р.: психоз; И.: mental affection; psychosis; craze; T.: psikoz) и. ҡар. илереү.
Баш мейеһенең зарарланыуынан килгән ауырыу хәл (галлюцинация, илереу һ. б. уҙгәрештәр менән характерлы). □ Психоз. Алкоголь психозы. Маниакаль-депрессив психоз. Дөйөм психоз.
ПСИХОЛИНГВИСТИКА [рус. < гр. psyche + лат. lingua} (Р.: психолингвистика; И.: psycholinguistics; T.: ruhdilbilim) и.
Телмәр барлыҡҡа килеүен, уны ҡабул итеү законлыҡтарын өйрәнеүсе фән. □ Психолингвистика. Психолингвистика нигеҙҙәре. Психолингвистика менән ҡыҙыҡһыныу. Психолингвистика буйынса реферат яҙыу.
ПСИХОЛОГ [рус. < гр.psyche + logos} (Р: психолог; И.: psychologist; psychologue; T: psikolog) и.
1. Психология буйынса белгес. □ Психолог. Мәктәп психологы. Психолог кәцәше. Психологҡа уҡыу. Психологҡа мөрәжәғәт итеу.
2. Кешенең психологияһын яҡшы белгән кеше. □ Психолог. Яҡшы психолог булыу. ■ Купме тотҡондар утте ҡулынан, ул [надзиратель] хәҙер ҙур психолог, бәлки, сле-дователдәргә ҡарағанда ла нығыраҡ курәлер. Р. Солтангәрәев.
ПСИХОЛОГИЗМ [рус.] (Р: психологизм; И.: psychologism; T: ruhbilimcilik) и. кит.
1. Социаль мөнәсәбәтте кешеләрҙең психологик үҙенсәлектәре нигеҙендә аңлатҡан социологияға хас методологик ысул. □ Психологизм.
2. Күңел кисерештәренең тәрәнәйтелгән һүрәтләнеше. □ Психологизм. Әҙәбиәттәге психологизм.
ПСИХОЛОГИК (Р: психологический; И.: psychological; psychologic; psychologistic; T.: psikolojik) c.
1. Психологияға мөнәсәбәтле. □ Психологический. Психологик травма. Психологик ярҙам. Психологик барьер. ■ Ике арала атышһыҙ-ниһеҙ һуғыш, тауышһыҙ-ниһеҙ көрәш: нервылар көрәше, психологик көрәш бара. Ш. Бикҡол. Ҡаҙнабаев телендә әлеге алым бәләкәй генә «психологик трюк» тип атала. Д. Бүләков.
2. Персонаждарҙың психологияһын тә-рән итеп күрһәтергә ҡороулы. □ Психологический. Психологик роль. Психологик әҫәр. Психологик повесть. ■ [Самат:] Ҡайҙа бында психологик мотивтар? Ҡайҙа характер уҫешенең тарихы? Ә. Хәкимов.
ПСИХОЛОГИЯ [рус. < үр. psyche + logos} (Р.: психология; И.: psychology; T.: psikoloji) и.
1. Психик эшмәкәрлектең закон буйынса булыуы, үҫеше һәм формалары тураһындағы фән. □ Психология. / Психологический. Дөйөм психология. Психологияның тармаҡтары. Психология ҡанундары. ■ Психология — кешенең психикаһын, аңын өйрәнә торған фән. 3. Биишева, һорауҙар менән ҡара-ҡаршы осрашҡан һайын Иҫәнбирҙин институтта уҡыған психология һәм педагогика фәндәрен хәтерләй. Ә. Вәли.
2. Ниндәйҙер эшкә хас булған психик процестар. □ Психология. / Психологический. Ижад психологияһы. Хәрби психология. Идара итеу психологияһы. М [Фәйзулла ҡарт:] Һеҙ — икенсе формация кешеләре, һеҙҙә потребитель психологияһы, һеҙҙең ергә булған мөнәсәбәтегеҙҙе бер нисек тә уҙгәртеп булмай. Ә. Әминев.
3. Кешенең тәбиғәтенә хас булған психик үҙенсәлек. □ Психология. / Психологический. Балалар психологияһы. Ҡатын-ҡыҙ психологияһы. ■ [Гестапосы:] Дошмандың көсөн генә тугел, психологияһын да белергә кәрәк бит. И. Абдуллин. Моторҙың укереуе, снарядтарҙың гөрһөлдәп ярылыуы кешенең психологияһына баҫым яһай, уның ихтыярын ҡаҡшата. А. Мағазов.
190