Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 189


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПСИХОГИГИЕНА
ними шундай) башҡа кисерештәргә урын да юҡ ине, шикелле. Т. Гарипова.
ПСИХ [рус.] (Р.: псих; И.: crazy; T.: çılgın) и.
1. мед. Психик ауырыу кеше. □ Псих.
2. һөйл. Үҙ-үҙен тота алмаған кеше.
□ Псих.
ПСИХБОЛЬНИЦА [рус. психиатрическая больница] (Р.: психбольница; И.: psycho ward; T.: tımarhane) и.
Психик ауырыуҙарҙы дауалаусы дауахана. □ Психбольница. Психбольница пациенты. Психбольницаға һалыу. Ҡала псих-больницаһы.
ПСИХИАТР [рус.] (Р: психиатр; И.: psychiatrist; shrink; T.: psikiyatr) и.
Психиатрия буйынса белгес, табип.
□ Психиатр. Психиатрға күренеү. Психиатрҙа иҫәптә тороу. ■ Психиатр Лидия Николаевна, башҡа һөт төшмәҫ, ҡурҡыуҙан һөт эшләй торған биҙҙәрҙец функцияһы үҙгәргән, тине. Т. Гарипова.
ПСИХИАТРИК (Р: психиатрический; И.: psychiatric; psychiatrical; T.: psikiyatrik) с.
Психиатрияға мөнәсәбәтле. □ Психиатрический. Психиатрик дауахана. Психиатрик ярҙам. ■ Директор ҙа, ситләтеп кенә, психиатрик больницанан сыҡҡан кешегә балалар тәрбиәләү ҡыйын буласағына ишараланы. Б. Рафиҡов.
ПСИХИАТРИЯ [рус. < гр. psycho + iatreeia] (Р: психиатрия; И.: psychiatry; Т.: psikiyatri) и.
Медицинаның психик ауырыуҙарҙы киҫәтеү һәм дауалау ысулдарын өйрәнә торған тармағы. □ Психиатрия. / Психиатрический. Йәшкә бәйле психиатрия. Суд психиатрияһы. Психиатрия бүлеге. Психиатрия дауаханаһы. К Өфө психиатрия больницаһының бер корпусын бушаттылар ҙа үҙәк нервы системаһынан яфаланыусылар өсөн госпиталь иттеләр. И. Ғиззәтуллин.
ПСИХИК (Р: психический; И.: psychic; phrenic; T.: psişik) с.
Психикаға мөнәсәбәтле. □ Психический. Психик үҙенсәлек. Психик әүҙемлек. Психик тотҡарлыҡ. Психик процестар. ■ Психик
яҡтан бик үк нормаль булмаған ундай ауырыуҙы беҙҙең больницала ғына дауалап булырмы икән, тигән кеүегерәк һүҙҙәр ҙә ысҡынғыланы. Ф. Әсәнов.
ПСИХИКА [рус. < гр. psychikos] (Р: психика; И.: mind; psyche; T.: ruhsal bünye) и.
1. Юғары организмдарҙың ысынбарлыҡты һиҙеү, ҡабул итеү, тойоу, ә кешеләрҙең шулай уҡ фекерләү һәм ихтыяр аша сағылдырыу һәләте. □ Психика. Психикаһы нормаль кеше. ■ Психикаға яһалған ҡот осҡос баҫымдың шауҡымы тиҙ генә бөтмәй. А. Мағазов.
2. Кешенең күңел торошо. □ Психика. Кеше психикаһы. ■ Зоя тамам ышанды: ауырыуҙың психикаһы ҡаҡшаған. Т. Сәғитов.
ПСИХИК АТАКА (Р: психическая атака; И.: banzai attack; T.: psişik saldırı) и.
Ҡаршы яҡты ҡурҡытыу, алышҡа ихтыярын баҫыу өсөн яһалған асыҡ һөжүм. □ Психическая атака. ■ Немецтар, ғөмүмән, йыш ҡына психик атака алдынан һауала ла, ерҙә лә ҡулланалар был йәмһеҙ, үҙәк өҙгөс тауышты. Ғ. Аллаяров.
ПСИХИК АУЫРЫУ (Р: психическая болезнь; И.: mental disease; vesania; T.: ruh hastalığı) и.
1. Нервы системаһының, мейе эшмәкәрлегенең боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Психическая болезнь. Психик ауырыуҙар артыу.
2. Нервы системаһы, мейе эшмәкәрлеге боҙолоп ауырыған кеше. □ Психически больной. Психик ауырыуҙың хәле.
ПСИХОАНАЛИЗ [рус. < гр. psyche + analysis] (Р: психоанализ; И.: psychoanalytic therapy; deep analysis; T.: psikanaliz) и.
Кешелә аңһыҙ барған психик процестарға анализ яһап, уның психикаһы боҙолоу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән ысул (авторы 3. Фрейд). □ Психоанализ. 3. Фрейд психоанализы. Юнг психоанализы. Шәхес психоанализы. Н Психоанализ теорияһы буйынса, кеше ғүмер юлында көнсөл әҙәмдәр менән юҡҡа осрашмай. «Киске Өфө», № 6, 2013.
ПСИХОГИГИЕНА [рус. < гр. psyche + hygieinos] (Р: психогигиена; И.: mental
189