Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 188


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОЦЕССИЯ
өйләндергән кеуек ябай ғына ту гел шул. Н. Мусин.
2. юр. Суд эшен ҡарау тәртибе, суд эше.
□ Процесс. Суд процесы. Гражданлыҡ эштәрен ҡарау процесы. Енәйәт эштәрен ҡарау процесы. Процеста ҡатнашыу. ■ Хөкөм процесы яҡынлашҡан һайын, Хәләф Гәрәевичтец дә куцел тынысһыҙлығы арта барҙы. Р. Байымов. Суд процесы бер нисә көнгә һуҙылды. В. Исхаҡов.
ПРОЦЕССИЯ [рус. < лат. procedere] (Р.: процессия; И.: parade; train; cavalcade; cortege; T.: kortej) и.
Күп кеше ҡатнашлығындасы тантаналы йәки ҡайғылы йөрөш. □ Процессия. Туй процессияһы. Ерләу процессияһы. ■ Майҙандағы сиркәу тирәһендә плащаница сығарыу процессияһы башланды, йөҙәрләгән шәмдәр йымылданылар. А. Карнай.
ПРОЦЕССОР [рус. < түл. processor] (Р: процессор; И.: processor; T.: işlemci) и. инф.
Компьютерҙың программаларҙы үтәй, иҫәпләү процестары менән идара итә, периферия яйланмаларын эшләтә торған электрон блогы. □ Процессор. Мәғлумәт тапшырыу процессоры. Каналдар менән идара итеусе процессор. Процессор алмаштырыу.
ПРОЦЕССУАЛЬ (Р: процессуальный; И.: procedural; processual; T.: usuli) и.
Процесҡа (3) бәйле. □ Процессуальный. Процессу аль хоҡуҡтар. Процессу аль мәсьәлә. Процессуаль гарантиялар.
ПРОШЕНИЕ [рус.] (Р: прошение; И.: petition; T.: dilekçe) и. иҫк. ҡар. ғариза.
Үтенес белдереп яҙылған рәсми ҡағыҙ.
□ Прошение. Прошение биреу. ■ Ҡормош бай Червяк ҡарттыц гимназист улынан, бөтә шартына килтереп, прошение яҙҙырҙы. 3. Биишева. Үҙе килтергән проше-ниелар хаҡында шулай тип төрлөсә юрап, мосафирханаға ҡайтып килгәндә, Кинйәгә байтаҡ ҡына таныштары осраны. Ғ. Ибраһимов.
ПРОЯВИТЕЛЬ [рус.] (Р: проявитель; И.: developer; powder; T.: film banyosu) и. фото.
Плёнкаға төшөрөлгән фотоны күренер хәлгә килтерә торған состав. □ Проявитель.
Тиҙ эшләусе проявитель. Ваҡ бөртөклө проявитель. Йомшаҡ проявитель.
ПРУЖИНА [рус.] (Р: пружина; И.: spring; T.: zemberek) и. ҡар. сиртмә.
1. Баҫымды кире ҡайтарыусы һығылмалы ҡорос спираль йәки пластинка.
□ Пружина. / Пружинный. Сәғәт пружинаһы. Ишек пружинаһы. Пружина сымы. ■ Һалдат йөрәгенец нервылары ла, һуҙылған пружина һымаҡ, һуцғы сиккә етте. Ғ. Аллаяров. Амантаев тәнен ҡыҫылған пружина шикелле ҡурыштырҙы. Р. Солтангәрәев.
2. кусм. Ниндәйҙер эштең йүнәлеш биреүсе көсө, сәбәбе. □ Пружина.
ПРУЖИНАЛЫ (Р: пружинный; И.: spring; T.: zemberekli) с. ҡар. сиртмәле.
Пружина ҡуйып эшләнгән, пружина менән тәьмин ителгән. □ Пружинный. Пружиналы матрас. И Корос сым заводы оборона сәнәғәтенә алтмыш төрлө ҡорос сым әҙерләне, хәрби машиналар өсөн тростар, шариклы подшипник һәм пружиналы сымдар етештерҙе. Я. Хамматов.
ПСАЛОМ [рус. < гр. psalmos] (Р: псалом; И.: psalm; T.: mezmur) и. дини.
Псалтырҙың бер өлөшө. □ Псалом. Псалом тексы. Псалом йырлау. Соломон пса-ломдары.
ПСАЛТЫРЬ [рус. < гр. psalterion] (Р: псалтырь; И.: Book of Psalms; Psalms; T.: Zebur) и. дини.
Библияның бер өлөшө. □ Псалтырь.
ПСЕВДО... [рус. < гр. pseudos] (Р: псевдо...; И.: pseudo...; T.: yalancı, takma) алъялғау.
Ҡушма һүҙҙәрҙең «ысын булмаған, ялған» мәғәнәһен белдергән беренсе өлөшө.
□ Псевдо... (часть сложных слов, означающая «фальшивость, ложность»).
ПСЕВДОНИМ [рус. < гр. pseudonymos] (Р: псевдоним; И.: pseudonym; pen-name; stage-name; T.: takma ad) u.
Ижад кешеләре үҙенә алған ҡушамат исем; ялған исем. □ Псевдоним. Артистыц псевдонимы. Рәссамдыц псевдонимы. Псевдоним аҫтында яҙыу. ■ Башкөллө сәнғәт донъяһына сумған Карменда (уныц псевдо-
188