ПРОЦЕСС
Профсоюз ойошмаһының етәксеһе. □ Профорг. Төркөм профоргы. Институт профоргы. Профорг һайлау. ■ Профорг Мусина һораулы ҡарашын Мәрхәбә апаһына төбәне. Ә. Байрамов. Бүтән сакта бындай йомошҡа профорг йөрөй торғайны. Н. Мусин.
ПРОФОРМА [рус. < лат. pro forma] (Р.: проформа; И.: formality; form; T: formalite) и.
Эске йөкмәткеһе булмаған тышҡы форма, формаллек. □ Проформа. Проформа өсөн. Проформа һаҡлау. Проформа өсөн генә киҫәтеү.
ПРОФСОЮЗ [рус. профессиональный союз] (Р.: профсоюз; И.: trade union; T.: sendika) и.
Эшсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт төрө буйынса берләштереп, уларҙың мәнфәғәтен яҡлаған ойошма. □ Профсоюз. / Профсоюзный. Профсоюз билеты. Профсоюз ағзаһы. Профсоюз ойошмаһы. Профсоюзға инеү. ■ Бөгөн кис профсоюз йыйылышы булды. Д. Исламов. Һул ҡулда үҙе ҡупшы, үҙе нимәһе менәндер сәйер профсоюздар бинаһы. Ә. Хәкимов.
ПРОХОДНОЙ [рус. проходная] (Р: проходная; И.: checkpoint; T.: kontrol noktası) и ҡар. үткәргес.
Предприятиеға инә торған урын. □ Проходная. Завод проходнойы. Проходной аша үтеү. ■ Проходной ишеген ҡотороп шаҡынылар. И. Абдуллин. Өҫтөнә күк комбинезон кейгән Рәшит Туҡтабаев.. проходнойҙа осраны. М. Садиҡова.
ПРОЦЕДУРА [рус. < лат. procedere] (Р: процедура; И.: procedure; T.: prosedür) и.
1. Теге йәки был эште алып барыуҙың рәсми билдәләнгән тәртибе. □ Процедура. / Процедурный. Килешеүгә ҡул ҡуйыу процедураһы. Һайлау процедураһы. Теркәү процедураһы. Процедура ҡағиҙәләре. ■ Судтың башында була торған һәр төрлө кәрәкле формаль процедураларҙан һуң ғәйепләнеүселәрҙән яуап алыуҙар башланды. Ғ. Әмири.
2. мед. Врач билдәләгән дауаланыу сараһы. □ Процедура. / Процедурный. Физиотерапия процедураһы. Процедуралар
бүлмәһе. Процедураға барыу. ■ Фәрит ҡан алмаштырыу буйынса тәүге ике процедураны һәйбәт кенә үткәреп ебәргәйне. Ф. Әсәнов. Санаторийҙағы дауалау процедураларын теүәл үтәне Ғариф. Ә. Байрамов.
ПРОЦЕНТ [рус. < лат. pro centum] (Р: процент; И.: percent; T: faiz) и.
1. мат. Ниндәйҙер һандың йөҙҙән бер өлөшө (% тамғаһы менән билдәләнә). □ Процент. Ҡырҡ процент.
2. Бер берәмектең йөҙҙән бер өлөшө менән иҫәпләнгән нәмә һаны. □ Процент. Һалымдар ике йөҙ процент килем бирә. Планды йөҙ процентҡа үтәү. ■ Нур ай буйы тип әйтерлек лобогрейкала урҙы, нормаһын икешәр йөҙ процентҡа үтәне. И. Абдуллин. Йыйылыусыларҙың барлығы һайлаусыларҙың һикһән ете проценты булды. Ғ. Дәүләтшин.
3. Ссудаға алған аҡса өсөн кредиторға түләй торған хаҡ. □ Процент. Процентын ҡайтарыу.
4. Килемгә ҡарап түләнә торған эш хаҡы. □ Процент. Процент алыу. Процентҡа йәшәү.
5. Банкыға һалынған аҡсанан алынған килем. □ Процент. Процентҡа йәшәү.
ПРОЦЕНТЛАУ (процентла-) (Р: вычислять в процентах; И.: to calculate percentage; T: yüzdesini belirlemek) ҡ.
Процент менән иҫәпләү. □ Вычислять в процентах. Процентлап сығарыу.
ПРОЦЕНТЛЫ (Р: процентный; И.: interest-bearing; T: yüzde) с.
Процент менән бирелгән. □ Процентный. Процентлы өҫтәмә. Процентлы норма.
ПРОЦЕСС [рус. < лат.processus] (Р: процесс; И.: process; T: süreç) и.
1. Төрлө эш, хәл, күренештең эҙмә-эҙлекле барышы; билдәле бер һөҙөмтәгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эштәр. □ Процесс. Тарихи процесс. Үҫеш процесы. Уҡыу процесы. Матдәләр алмашыныуы процесы. Нефть сығарыу процесы. ■ Бөтә шик-шөбһәләренә [Искәндәрҙең] яуап табылманы табылы-уын, ләкин, ҡәтғи ышаныуынса, әҫәрҙе яҙыу процесы — үҙе үк дөрөҫлөктө эҙләү ҙә баһа. Ә. Хәкимов. Гәзит сығарыу процесы тирмән
187