Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 186


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОФЕССУРА
ПРОФЕССУРА (Р.: профессура; И.: professorship; professorate; T.: professörlük) и. йыйн.
Профессорҙар. □ Профессура. Университет профессураһы. Өфө профессураһы.
ПРОФИЛАКТИК (Р.: профилактический; И.: preventive; T.: profilaksi) с.
Профилактика өсөн тәғәйенләнгән, хеҙмәт итә торған. □ Профилактический. Профилактик әңгәмә. Профилактик эштәр. ■ [Мәжит] көн тимәне, тон тимәне, фермаларҙа төрлө мал ауырыуҙарына ҡаршы байтаҡ профилактик саралар үткәрҙе. В. Исхаҡов. Капитан уҙ участкаһында енәйәт яһалыуға юл ҡуйған, профилактик саралар үткәрмәгән. Т. Сәғитов.
ПРОФИЛАКТИКА [рус. < гр. ргорһу-laktikos] (Р.: профилактика; И.: preventive maintenance; T.: tedbir, profilaksi) и.
1. Һаулыҡты һаҡлау, нығытыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү саралары йыйылмаһы. □ Профилактика. / Профилактический. Инсульттан профилактика. Профилактика саралары. Профилактика үткәреү. Гриптан профилактика яһау. Я Ауырыуҙарҙы дауалау эше лә, ауылдарҙа медицина буйынса масса-аңлатыу һәм профилактика эше лә ошо берҙән-бер врач өҫтөндә ине. Ф. Әсәнов.
2. Нимәнелер иртә боҙолоуҙан, туҙыуҙан һаҡлау сараһы. □ Профилактика. / Профилактический. Автомобилдәргә профилактика. Я [Байназар] урмандарға профилактика үткәреү, йәш ағастар ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү тураһында һөйләне. Т. Килмөхәмәтов.
ПРОФИЛАКТОРИЙ [рус ] (Р: профилакторий; И.: preventative clinic; rest home; T.: prevantoryum) и.
Эштән, уҡыуҙан айырмайынса, шифахана шартында дауалау һәм профилактик саралар үткәреү өсөн булған медицина учреждениеһы. □ Профилакторий. Профилакторийҙа ятыу. Я Эргәлә генә завод профилакторийы. Т. Сәғитов.
ПРОФИЛЬ I [рус. < ит. profilo] (Р: профиль; И.: profile; T.: profil) и.
1. Предметтың йәки кеше йөҙөнөң ҡабырға яҡтан күренеше. □ Профиль. Про
филдән төшөрөү. Я Зенцовты анфас һәм профилгә, шулай уҡ аяҡ өҫтө баҫтырып, фотоға төшөрҙөләр. В. Исхаҡов. Йәш һунарсыға ул [кеше] ҡабырғаһы менән торғанға, уның тик профиле генә күренә. X. Мохтар.
2. Эште, хужалыҡты билдәләгән типик һыҙат. □ Профиль. / Профильный. Институттың төп профиле. Лицей профиле. Музейҙар профиле. Я Был уҡыу йортонда баш ҡаланың барлыҡ алдынғы вуздары менән килешеү төҙөлгән һәм балалар 10—11-се кластарҙа профиль йүнәлешендә белем ала. «Киске Өфө», № 22, 2013.
ПРОФИЛЬ II |рус. < ит. profilo] (Р: профиль; И.: form of section; T.: profil) и.
1. Ниндәйҙер ерҙең, әйберҙең вертикаль киҫелеше. □ Профиль. Торба профиле.
2. Тығыҙлау, йәйеү, валдар менән ҡалыплау ярҙамында эшләнгән металл нәмә. □ Профиль. Кәкре профиль. Түңәрәк профиль. Ҡорос профиль.
ПРОФИЦИТ [рус. < лат. profiterole] (Р: профицит; И.: proficiency; T.: artan miktar) и.
Бюджеттағы ыңғай сальдо, йәғни бюджетта табыштың сығымдарҙан артыҡ булыуы. □ Профицит. Дәүләт бюджеты профициты. Беренсел профицит.
ПРОФКОМ [рус. профессиональный комитет] (Р: профком; И.: trade-union committee; T: sendika komitesi) и.
Урындағы профсоюз ойошмаһының комитеты. □ Профком. / Профкомовский. Профком ағзаһы. Профкомға ғариза яҙыу. И Профком председателе ағарынып китте, хатта ирендәре ҡалтыранды. Д. Бүләков. Иртәгәһенә Шакир профком, ректорат тупһаларын тапаны. Ғ. Хисамов.
ПРОФОЙОШМА [рус.] (Р: профорганизация; И.: trade union; T.: sendika grup) и.
Профессиональ союздың урындағы ойошмаһы. □ Профорганизация. Профорганизация ултырышы. Профорганизация ҡарарҙары.
ПРОФОРГ [рус. профсоюзный организатор] (Р.: профорг; И.: trade union leader; T: sendika grup başkanı) u.
186