Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 185


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОФЕССОР
тормошондағы әһәмиәттәре хаҡында һөйләне. 3. Биишева.
ПРОТОТИП (прототибы) [рус. < гр. prototypori] (Р.: прототип; И.: prototype; Т.: prototip) и.
Әҙәби персонажға өлгө итеп алынған ысын шәхес. □ Прототип. Геройҙың прототибы. Романдың, прототибы. ■ Әҙәби әҫәрҙең геройы өсөн өлгө итеп алынған бындай реаль шәхесте прототип йәки прообраз тип атайҙар. К. Әхмәтйәнов. Әҫәрҙә кәүҙәләндерелгән күп кенә персонаждарҙың, прототиптары булыуы билдәле. С. Сафуанов.
ПРОФАКТИВ [рус. профсоюзный актив] (Р: профактив; И.: active trade unionists; T.: sendikanın en faal üyeleri) u.
Профсоюз активы. □ Профактив. Райондың профактивы. Профактив һайлау.
ПРОФАН [рус. < лат. prof anus] (Р: профан; И.: know-nothing; T.: cahil) и.
Сей наҙан, томана. □ Профан. Профан булыу.
ПРОФАНАЦИЯ [рус. < лат. profanatio] (Р: профанация; И.: profanation; T.: terzil etme) и.
Нимәнелер наҙан ҡараш менән боҙоп күрһәтеү, тап төшөрөү, бәҫен ебәреү.
□ Профанация. Тулы профанация. Идея профанацияһы. Фән профанацияһы.
ПРОФБЮРО [рус. бюро профсоюзной организациии] (Р: профбюро; И.: trade union bureau; T.: sendika bürosu) u.
Профсоюз ойошмаһының бюроһы. □ Профбюро. Факультет профбюроһы. Профбюро рәйесе. Профбюро составы. Профбюрола тикшереү.
ПРОФЕССИОНАЛ [рус.] (Р: профессионал; И.: professional; T.: profesyonel, uzman) и. ҡар. һөнәрмән.
Берәй эште үҙ һәнәре итеп алған кеше.
□ Профессионал. Профессионал булыу. Үҙ эшенең профессионалы. ■ 90-сы йылдар башында миңә Сибайҙа һәләтле балаларҙан сәнғәттең профессионалдарын әҙерләү өсөн музыка мәктәбе, сәнғәт училищеһы асыуға бик күп көс һалырға тура килде. Н. Ғәйетбаев.
ПРОФЕССИОНАЛЬ (Р: профессиональный; И.: occupational; T.: profesyonel, uzmanlık ile ilgili) с.
1. Профессия сәбәп булған, профессия барлыҡҡа килтергән. □ Профессиональный. Профессиональ ауырыу. Профессиональ лексика. Профессиональ тел. Профессиональ этика. ■ [Ансаф:] Йырсыларҙың профессиональ ауырыуы — тамағыма һыуыҡ тейҙе. Н. Ғәйетбаев. Бер ҡарашта уҡ Фәтихов, профессиональ ғәҙәт буйынса, тегене «хәтер карточкаһы»на төшөрөп алды. И. Абдуллин.
2. Профессионалға мөнәсәбәтле; профессионалға хас. □ Профессиональный. Профессиональ рәссам. Профессиональ спортсы. Профессиональ сәнғәт. Профессиональ белем. Профессиональ әҙерлек биреү. ■ Әхмәт уларға [аспиранттарға], һынлы сәнғәт буйынса лекция һөйләү менән бергә, профессиональ серҙәрен дә асты. 3. Ураҡсин.
ПРОФЕССИЯ [рус. < лат. professio] (Р.: профессия; И.: profession; occupation; T.: meslek) и. ҡар. һәнәр.
Кешенең, тейешле әҙерлек үтеп, төп эш итеп алған хеҙмәте. □ Профессия. Инженер профессияһы. Яратҡан профессия. Профессия һайлау. М Ул [Артамонова] үҙ профессияһы менән ғорурлана. М. Садиҡова. [Хәмит:] Заманында [атайым] халыҡ-ара мөнәсәбәттәр профессияһы буйынса уҡырға инергә лә йыйынып йөрөгән. Д. Бүләков.
ПРОФЕССОР [рус. < лат. professor] (Р: профессор; И.: professor; T.: profesör) и.
1. Юғары уҡыу йортоноң уҡытыусыларына, ғилми-тикшеренеү ойошмаһының хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Профессор. / Профессорский. Кафедра профессоры. Н Профессор Волгинға ла, колхоз етәкселәренә лә һорауҙар күп булды. Р. Байымов. Боҙ тауҙары араһында таҙа кәүҙәле профессор Шмидт баҫып тора. Б. Бикбай.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә урта мәктәп уҡытыусыһы. □ Профессор. / Профессорский.
3. АҠШ-та колледж уҡытыусыһы.
□ Профессор. / Профессорский.
185