Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 184


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОТЕСТАНТ
Р. Байымов. [Зәки:] Төркиәләге эмигрант башҡорттар исеменән был ҡырағайлыҡҡа ҡаршы киҫкен протест белдерәм!.. Н. Асанбаев.
2. Нимәлер менән килешмәгәнлекте күрһәткән рәсми белдереү. □ Протест. Прокурор протесы. Дипломат протесы. ■ 1959 йылдың 30 октябрендә СССР-ҙың Генераль прокуроры протесы буйынса БАССР Юғары суды Президиумы М.Буранғоловтың эшен яңынан ҡарай. 3. Шәрипова.
ПРОТЕСТАНТ [рус. < лат. protestans] (Р.: протестант; И.: Protestant; T.: Protestan) и. дини.
Протестантлыҡ динендәге кеше. □ Протестант. / Протестантский. Протестант ҡарашы. Протестант сиркәүе.
ПРОТЕСТАНТЛЫҠ (протестантлығы) (Р: протестантизм; И.: Protestantism; Т.: Protestanlık) и.
Христиан диненең XVI быуаттағы реформация һөҙөмтәһендә католицизмға ҡаршылыҡ күрһәтеү рәүешендә барлыҡҡа килгән йүнәлеше. □ Протестантизм, протестантство. Протестантлыҡ — христиан диненең бер тармағы. Протестантлыҡ Көнсығыш Европола һәм Төньяҡ Америкала таралған. Протестантлыҡтың төп ағымдары.
ПРОТИВОГАЗ [рус.] (Р: противогаз; И.: gas-mask; respirator; T.: gaz maskesi) и.
Ағыулы матдәләрҙән, төтөндән тын алыу ағзаларын, күҙҙе, битте һаҡлау өсөн кейелә торған фильтрлы битлек. □ Противогаз. / Противогазный. Противогаз маскаһы. Противогаз кейеү. ■ Противогаз күҙлеген бысраҡ ҡапланы. Р. Солтангәрәев. Траншея артында йәнселгән «сорокопятка», аҫта ватыҡ «максим» пулемёты, патрон йәшниктәре, противогаз ҡумталары аунап ята. Ә. Хәкимов.
ПРОТО... [рус. < гр. prötos ‘тәүге’] (Р: прото...; И.: proto...; Т.: proto...) алъялғау.
Ҡушма һүҙҙәрҙең «беренсел, тәүге» мәғәнәһен белдергән беренсе өлөшө (мәҫәлән, проторенессанс, прототип). □ Прото... (часть сложных слов, означающая «первоначальный, первичный»).
ПРОТОКОЛ [рус. < гр. protokollon] (Р: протокол; И.: report; record of proceedings; T.: protokol) и.
1. Йыйылышта, ултырышта, һорау алғанда әйтелгән бөтә һүҙ, бөтә эш һәм ҡарарҙы теркәгән ҡағыҙ. □ Протокол. / Протокольный. Протоколға яҙып барыу. Протокол алып барыу. Протоколға индереү. ■ Хаммат .. уға [Иштуғанға] Илсеғол ауылы граждандарының йыйылыш протоколын тотторҙо. 3. Биишева. Миҙхәт протокол яҙырға тотондо. Ғ. Хәйри.
2. Ниндәйҙер фактты дөрөҫләгән ҡағыҙ.
□ Протокол. / Протокольный. Протокол төҙөү. Протоколға ҡул ҡуйыу. ■ Ундағы [өҫтәлдәге] һәр бит ҡағыҙ «протокол, ҡарар, проект, план» тигән һүҙҙәр менән башлана ине. Н. Мусин.
3. Йәмәғәт тәртибен, законды боҙоу тураһындағы акт. □ Протокол. / Протокольный. Һорау алыу протоколы. Суд протоколы. ■ Йәш милиционер табылған бер нәмәне протоколына теркәй барҙы. Т. Ғарипова. Ашрафҡа тентеү протоколына ҡул ҡуйырға ҡушылды. Ә. Хәкимов.
4. дип. Халыҡ-ара килешеү акты. □ Протокол. / Протокольный. Дипломатик протокол. Хеҙмәттәшлек тураһында протокол. ■ Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе тураһындағы протоколды ратификациялауҙы тикшерә. «Башҡортостан», 12 июль 2012.
ПРОТОН [рус. < гр. protos] (Р.: протон; И.: proton; T.: proton) и. физ.
Матдәнең водород атомы ядроһы бер ыңғай электр зарядынан торған элементар өлөшсәһе. □ Протон. / Протонный. Протон массаһы. Протон диаметры. Протон һәм нейтрон.
ПРОТОПЛАЗМА [рус. < гр. prötos + plasma] (Р.: протоплазма; И.: protoplasm; Т.: protoplazma) и. биол.
Хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәренең йәшәү процесы нигеҙе булып тороусы матдә.
□ Протоплазма. Күҙәнәк протоплазмаһы. М [Кылысбаев] күҙәнәктәр, уның ярысаһы, протоплазмаһы, ядроһы, уларҙың үҫемлек
184