Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 183


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПРОТЕСТ
Түшәк өҫтөнә йәйә торған оҙон киң туҡыма. □ Простыня. Аҡ простыня. Киндер простыня. ■ Аҡ простыня ябылған һалам тушәк менән һалам мендәр уның [Емеш] өсөн урындың йомшаҡтан да йомшағы.
3. Биишева. [Нәфисә:] Ошо етем балаларға халыҡтан мендәр, простыня, табаҡ-һауыт кеуек нәмәләр йыйырға ҡуштылар беҙгә. Ф. Әсәнов.
ПРОТЕЖЕ [рус. < фр. protege < лат. protegeve] (Р.: протеже; И.: protege; Т.: proteje) и.
Кемдеңдер протекцияһынан файҙаланыусы, берәүҙең ҡанаты аҫтындағы кеше. □ Протеже. Министр протежеһы. Протеже булыу. Протежеһы итеп алыу.
ПРОТЕЗ [рус. < гр. prothesis] (Р.: протез; И.: prosthetic appliance; artificial limb; T.: protez) и.
Яһалма ағза (ҡул, аяҡ, теш һ. б.). □ Протез. / Протезный. Аяҡ протезы. Куҙ протезы. Протез ҡуйҙырыу. Протез яһау. И Һибәтулла ҡайтып дурт ай самаһы торғас, уны Өфөгә протез алырға саҡырҙылар. Ф. Әсәнов. Әхәт, башына һуғып һеңгәҙәткән кеуек, протез ҡулын иҙәне. Н. Мусин.
ПРОТЕЗА [рус. < гр. prothesis] (Р: протеза; И.: prosthesis; T.: önses ilavesi) и. лингв.
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен ниндәйҙер телгә яраҡлаштырыу өсөн һүҙ башындағы ике тартынҡы алдында өҫтәлмә һуҙынҡы өн килтереп ҡушыу. □ Протеза. Протеза куренеше.
ПРОТЕЗЛАУ (протезла-) (Р: протезировать; И.: make prosthetic appliances; T.: protez koymak) ҡ.
Протез менән тәьмин итеү, протезлы итеү; протез ҡуйыу. □ Протезировать. // Протезирование. Анатомик протезлау. Атипик протезлау. Теште протезлау.
ПРОТЕИН [рус. < гр. protos] (Р: протеин; И.: simple protein; protide; T.: protein) и. био-хим.
Тереклек организмының һәм үҫемлектең айырым күҙәнәге булып торған ябай аҡһым, нигеҙ. □ Протеин. / Протеиновый. М Протеин, ҡатмарлы һәм ябай углевод
тар, полисахаридтар — ағас япраҡтарында быларҙың барыһы ла бар. «Йәшлек», 6 июль
2010.
ПРОТЕКТОР [рус. < лат. protector] (Р: протектор; И.: protector; T.: protektör) и.
Пневматик шиндарҙың ҡалын, ҡаты тышҡы ҡатлауы. □ Протектор. / Протекторный. Покрышканың протекторы. Протектор резинаһы. ■ Покрышкаларҙасы протекторҙарҙың бейеклеге 1,6 миллиметрҙан да кәм булмаһын. «Йәшлек», 17 октябрь 2009.
ПРОТЕКТОРАТ [рус. < лат.protector] (Р: протекторат; И.: protectorate; protectorship; T: protektora) и.
Икенсе бер көслөрәк дәүләт тарафынан үҙаллылығы ныҡ сикләнгән дәүләт һәм шундай колониаль бәйлелек формаһы. □ Протекторат. Кромвель протектораты.
ПРОТЕКЦИОНИЗМ [рус. < лат. protection (Р: протекционизм; И.: protectionism; T.: korumacılık) и. иҡт.
Сит илдәрҙән индерелә торған тауарға ҙур пошлина һалып, үҙ милли иҡтисадын һаҡлау сәйәсәте. □ Протекционизм. / Протекционистский. Протекционизм сәйәсәте. Үҫеусе илдәр протекционизмы. Сәнәғәттәге протекционизм.
ПРОТЕКЦИЯ [рус. < лат. protectio] (Р: протекция; И.: patronage; influence; T.: himaye) и.
Кемделер ҡайҙалыр урынлаштырыу, хеҙмәт буйынса үрләтеүҙә башҡарылған һөҙөмтәле ярҙам; яҡлау; ҡанат аҫтына алыу. □ Протекция. Протекция биреу. ■ [Батша — Тәвкилевкә:] Бер бит ҡағыҙға тамға һалып, Рәсәй империяһының протекцияһында булырға ризалыҡ белдерһендәр [ҡырғыҙ-ҡайсаҡ урҙалары]. Ғ. Ибраһимов.
ПРОТЕСТ (протесы) [рус. < лат. protestor] (Р: протест; И.: protest; T.: protesto) и.
1. Нимәгәлер күрһәтелгән ҡаты ҡаршылыҡ; ризаһыҙлыҡ. □ Протест, һуғышҡа ҡаршы протест. Каты протест белдереу. Протест яһау. ■ Петербург исламсы-ларының хәйриә йәмғиәте .. бихисап асыулы протест йыйылыштары уткәрҙе.
183