Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 192


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПУБЛИКАЦИЯ
Публика алдында сығыш яһау. Публика йылы ҡабул итте. ■ Зиннәттең күҙҙәре публиканы иғтибар менән күҙәтә, ә башында борсоулы уйҙар ҡайнаша. X. Мохтар. Публика был юлы ҡул сапманы, бөтәһе лә баштарын түбән һалғайнылар. Д. Юлтый.
ПУБЛИКАЦИЯ [рус. < лат. publico] (Р.: публикация; И.: publication; T.: yayın) и. ҡар. баҫма II, III (1).
Гәзит-журналдарҙа, китаптарҙа баҫылған, донъя күргән хеҙмәт. □ Публикация. Гәзит публикациялары. Журналда баҫылып сыҡҡан публикациялар. Ғалимдың публикациялары. ■ Хеҙмәткәрҙәр .. Рәсәй тарихсылары Архивсылар ойошмаһының Башҡорт бүлексәһе сығарған төрлө публикациялар авторҙары булып тора. «Йәшлек», 16 апрель 2009.
ПУБЛИЦИСТ (публицисы) [рус.] (Р.: публицист; И.: publicist; T.: gazeteci) и.
Ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр буйынса яҙған кеше. □ Публицист. / Публицистический. Билдәле публицист. Публицист яҙмалары. ■ Билдәле яҙыусы, публицист республика ваҡытлы матбуғатында етди проблемалар күтәрә. Д. Бүләков. Ул [Али Карнай] ялҡынлы публицист һәм оҫта тәржемәсе. Я. Хамматов.
ПУБЛИЦИСТИК (Р: публицистический; И.: publicistic; T.: siyaset yazarlığıyla ilgili) с.
Публицистикаға мөнәсәбәтле, публицистикаға хас. □ Публицистический. Публицистик эшмәкәрлек. Публицистик әҙәбиәт. Публицистик эссе. Публицистик жанрҙа эшләү. ■ Башҡорт атлы дивизияһының немец илбаҫарҙарына ҡаршы фиҙаҡәр көрәшен, тиңдәшһеҙ батырлыҡтарын үҙенең үткер публицистик мәҡәләләре менән .. атаҡлы яҙыусы Илья Эренбург та сағылдыра. Р. Өмөтбаев. Ул [яҙыусы] .. публицистик мәҡәләләр, очерктар баҫтырыуын да әйтте. Б. Ноғоманов.
ПУБЛИЦИСТИКА [рус. < лат. publicus] (Р: публицистика; И.: journalism; Т.: gazetecilik) и.
1. Актуаль темаға яҙылған ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт; әҙәби жанр. □ Публицис
тика. Әҙәби публицистика. Һуғыш йылдары публицистикаһы. ■ [Мораҙымдың].. ашығы -сыраҡ эшләнгән, тасуирлауға ҡарағанда публицистикаға нығыраҡ һуҡтырған хикәйәләре лә осрай. Ә. Хәкимов.
2. Ижтимағи-сәйәси әҫәрҙәргә хас стилдең бүтән жанрҙа осраған һыҙаттары. □ Публицистика.
3. йыйн. Шул жанр әҙәбиәте. □ Публицистика.
ПУГАЧ [рус.] (Р: пугач; И.: popgun; potgun; T.: patlangaç) и.
Нәҙек торба киҫәгенә шырпы көкөртө һалып, кәкрәйтелгән сөй менән һуҡтырып, шартлатып ата торған уйынсыҡ пистолет. □ Пугач. Пугачтан атыу. Пугач эшләү. ■ Фидаи, күкрәген сығара биреп, пугачын тотҡан көйө, ныҡ-ныҡ баҫып алға атлай. И. Насыри.
ПУДЕЛЬ [рус. < нем. Pudel] (Р: пудель; И.: poodle; shaggy dog; T.: fino) и.
Бөҙрә йөнлө өй эте. □ Пудель. Пудель көсөгө. Пудель һатып алыу.
ПУДИНГ [рус. < ингл. pudding] (Р: пудинг; И.: pudding; T.: puding) и.
Бутҡаға, эремсеккә тәм-том ҡатнаштырып, ҡалын итеп йәйеп бешерелгән ашамлыҡ. □ Пудинг. Алма пудингы. Эремсек пудингы. Дөгө пудингы.
ПУДРА [рус. < фр. poudre] (Р: пудра; И.: powder; T.: pudra) и. һөйл. ҡар. кершән.
1. Биткә һөртә торған аҡ онтаҡ; буҙыр.
□ Пудра. Биткә пудра һөртөү. Пудра һауыты. ■ Әйтерһең, муйылдар еҫле пудра һибеп, күпертеп үзбәк мамығына төрөнә, һауа шундай сафлана. И. Ғиззәтуллин. [Рәзилә] битенә еңелсә генә пудра һөрттө, ирененә саҡ ҡына ҡыҙыл яҡты. Н. Мусин.
2. Шәкәр онтағы. □ Пудра. Пудралы печенье. Тортҡа пудра һибеү.
ПУДРАЛАУ (пудрала-) (Р: пудрить; И.: powder; T.: pudralamak) ҡ.
Кершән менән ҡаплау, кершән һөртөү.
□ Пудрить. Битте пудралау.
ПУЛ (Р: пул; И.: Afghan currency, pool; T.: pul) и. иҫк.
192