ПУЛЬСАЦИЯ
Афған аҡса берәмеге. □ Пул. ■ Харам пул менән хаж ҡылып, кафырҙарҙы көлдөрҙөң. Бәйеттән.
ПУЛАТ [рус. палата] (Р.: дворец; И.: palace; T.: saray) и. диал. ҡар. һарай.
Ҙур матур йорт. □ Дворец. Аҡ пулат. Таш пулат. ■ Ҙур-ҙур таш пулаттар, яцы сиркәү, кибеттәр, складтар барлыҡҡа килгән. Ғ. Ибраһимов. Тәбиғәттең кескәй йән эйәләре үҙҙәренә, әкиәттәге кеүек, гүзәл «таш пулаттар» һалалар, тереклектәрен тәьмин итәләр. Р. Ханнанов.
ПУЛЕМЁТ [рус.] (Р: пулемёт; И.: machine-gun; T.: makineli tüfek) и. хәрби.
Пуля менән тиҙ-тиҙ ата торған автоматик ҡорал. □ Пулемёт. / Пулемётный. Пулемёт тырылдауы. Ҡул пулемёты. Пулёмет уты. ■ Ҡайҙалыр эстәрәк пулемёт тыҡылдай башланы. Р. Байымов. Яҡ-яҡта гөрһөлдәгән туп, пулемёт тауыштарына яралыларҙың шомло ыңғырашыуы ҡушыла. 3. Биишева. Күршеләге пулемёт ата башланы, Сәғит тә гашеткаға баҫты. И. Ғиззәтуллин.
ПУЛЕМЁТСЫ (Р: пулемётчик; И.: machine gunner; T: makineli tüfek eri) u.
Пулемёттан атыусы. □ Пулемётчик, пулемётчица. Оҫта пулемётсы. Пулемётсы егет. ■ Үлемесле алышта пулемётсы Тата Хөсәйенов 70 дошманды ҡыра. Р. Өмөтбаев. Пулемётсы ата, кемдәрҙер йығыла, аттар сәсрәп барып төшә. Р. Солтангәрәев. Пулемётсы икәнен белгәс, Рамазан уны [Суминовты] үҙ отделениеһына алыу хәстәрен күрҙе. Ә. Хәкимов.
ПУЛОВЕР [рус. < тхл.риИ over ‘баш аша кейеү’] (Р: пуловер; И.: slip-over; T.: pulo-ver) и.
Баш аша кейә торған трикотаж кейем, джемперҙың бер төрө. □ Пуловер. Ирҙәр пуловеры. Пуловер кейеү.
ПУЛЬВЕРИЗАТОР [рус. < фр. < лат. pulvis ‘саң’] (Р: пульверизатор; И.: spray; Т.: püskürteç, pülverizatör) и. ҡар. бөркөүес.
Шыйыҡ матдәләрҙе һиптереү өсөн ҡулланылған ҡоролма. □ Пульверизатор. Медицинала ҡулланылған пульверизатор. Рәссамдың пульверизаторы. Пульверизатор менән һыу һиптереү.
ПУЛЬМОНОЛОГ [рус. < лат. pulmo ‘үпкә’ + logos ‘фән’] (Р: пульмонолог; И.: pulmonologist; T.: göğüs hastalıkları doktoru) и. мед.
Тын юлдары, үпкә ауырыуҙарын дауалаусы белгес. □ Пульмонолог. Пульмонолог кабинеты. Пульмонолог диагнозы. Пульмонолог кәңәштәре.
ПУЛЬМОНОЛОГИЯ [рус. < лат. pulmo ‘үпкә’ + logos ‘фән’] (P: пульмонология; И.: pulmonology; T: göğüs hastalıkları) и. мед.
Медицинаның тын юлдарын, үпкә ауырыуҙарын өйрәнеү, диагностикалау, дауалау менән шөғөлләнеүсе бүлеге. □ Пульмонология. Пульмонология тарихы. Пульмонология өлкәһендәге белгес. Пульмонология бүлеге.
ПУЛЬПИТ [рус. < лат. pulpa ‘итләс ер’] (Р: пульпит; И.: odontitis; Т.: pulpitis) и. мед.
Тештең ҡан тамырҙары, нервыларының шешеүе. □ Пульпит. Пульпитты дауалау. Пульпитты диагнозлау.
ПУЛЬС [рус. < лат. pulsus ‘һуғыу, төртөү’] (Р: пульс; И.: pulse; T: nabız) и. мед.
1. Ҡан тамырҙарының йөрәк тибеше менән ҡыуылған ҡан аша һуғып тороуы. □ Пульс. Һиҙелер-Һиҙелмәҫ кенә типкән пульс. Пульс йышлығы. Пульс тибешен билдәләү. Артерия пульсы. Вена пульсы. Яңы тыуған баланың пульсы минутына 100—150 була. ■ Пульс юҡ. Йөрәк тибеүҙән туҡтаған. Медицина теле менән әйткәндә, клиник үлем. М. Ғиләжев.
2. Ҡан тамырының тибешен тотоп ҡарай торған урын. □ Пульс. Беләктәге пульс. Уң ҡулдағы пульс.
ПУЛЬСАР [рус. < ингл.pulsars] (Р: пульсар; И.: Pulsar; Т: pulsar) и. астр.
Йыһандан даими рәүештә радио, рентген, гамма импульстары ебәрә торған нейтрон йондоҙ. □ Пульсар. Беренсе пульсар 1967 йылдың июнендә асыла. Беренсе асылған пульсарға LGM-1 исеме бирелә. Фәнни сенсация тыуҙырған пульсарҙар.
ПУЛЬСАЦИЯ [рус. < лат. pulsatio ‘һуғыу’] (Р: пульсация; И.: pulsation; T: nabız atması, atış) и. мед.
193