ПУЛЬТ
Йөрәктең тартылыуы һөҙөмтәһендә йөрәк, ҡан тамырҙары стеналарының, йөрәк, ҡан тамырҙары эргәһендәге йомшаҡ туҡымаларҙың ритмлы хәрәкәте. □ Пульсация. Пульсация төшөнсәһе. Пульсацияны билдәләү. Көслө пульсация.
ПУЛЬТ [рус. < нем. Pult] (Р.: пульт; И.: desk; Т.: panel) и.
1. Төрлө аппаратураға идара итеү приборҙары ҡуйылған өҫтәл йәки таҡта. □ Пульт. Диспетчер пульты. Идара пульты. Пультта дежурлыҡ алып барыу.
■ Дирекцияла, пульт артында рация аша төрлө белешмәләр алып ултырам. Р. Камал. Секретарь, пульт эргәһендә ултырған аппаратсы һымаҡ,.. барыһын да алдан белә, йәғни программа төшөрөлгән робот шикеллерәк. Н. Мусин.
2. Ҡорамалдар, процестар, сигналдар менән идара итеү өсөн ҡулланылған электрон ҡулайлама. □ Пульт. Телевизор пульты. Пульт аша тоҡандырыу. Универсаль пульт.
3. Нота ҡуя торған бейек аяҡлы ҡыя таҡта. □ Пульт. Хорҙа йырлаусыларҙың пульты. Дирижёр пульты.
ПУЛЫҠ [рус. полог] (Р: полог; И.: (bed) curtains; T.: perde) и. диал. ҡар. турпыша.
Иген эшендә ҡуллана торған ҙур дүрткел киндер. □ Полог. Пулыҡ тегеү. Пулыҡ йәйеү. Пулыҡҡа урау.
ПУЛЯ [рус. < пол. kula ‘йәҙрә’] (Р: пуля; И.: bullet; T.: kurşun, mermi) и.
Атыу ҡорамалдарынан (мылтыҡ, пистолеттан һ. б.) атыу өсөн тәғәйенләнгән ҡурғаш йәҙрә. □ Пуля. / Пулевой. Һунарсы патронының пуляһы. Снайпер патрондарына пулялар. Броняны тишә торған пуля.
■ Сафуан ағай, һуғышҡа кергәндә һәр кем, пуля мине урап үтәсәк, мин иҫән ҡаласаҡмын, тип уйлай, ти. И. Абдуллин. [Сәлих — Ағзамскийға:] Атҡаным юҡ, алғанда уҡ ике пуля ине, һаман шул көйө йөрөй. С. Агиш. Туп шартлауын да, мина бышҡырыуын да, пуля һыҙғырыуын да ишетмәйем. М. Кәрим. • Фашист килһә, башҡа эшеңде ҡуй — ҡурғаш ал да пуля ҡой. Әйтем. '
ПУМА [рус. < исп. рита] (Р: пума; И.: puma; T.: puma, dağ aslanı) и. зоол.
Бесәйҙәр ғаиләһенән булып, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америка урмандарында йәшәгән йыртҡыс йәнлек; кугуар. □ Пума (лат. Рита concolor). Пуманың тәпәйе. Пуманың йәшәү рәүеше. Пуманың артҡы тәпәйҙәрендә дүртәр, алғы тәпәйҙәрендә бишәр бармаҡ була.
ПУМАЛА [рус.] (Р: кисть; И.: little brush; T.: tıraş / sabun fırçası) и. диал. ҡар. бумала.
Буяу, таҙартыу өсөн һаплап эшләнгән ҡыл йәки йүкә суҡ. □ Кисть, помазок; помело. Рәссам пумалаһы. Пумала менән ағартыу.
ПУМИЛЛЕК (пумиллеге) и. диал. ҡар. шыршылыҡ. Урманды пумиллек алған.
ПУМЫС [рус. помост](Р:. помост; И.: dais; T.: saptama) и. диал. ҡарағош II.
Салғыны һапҡа нығытыу өсөн арҡыры ҡуйылған тимер. □ Помост, крепление (у косы). Пумыс ҡуйыу. Пумыс менән нығытыу.
ПУНКТ [рус. < лат. punçtum ‘нөктә’] (Р: пункт; И.: inhabited locality; T.: yer) и.
1. Кешеләр йәшәгән урын (ауыл, ҡасаба һ. б.). □ Пункт. Йәшәү пункттары. Бер нисә пунктта электр линияларын алыштырыу. Тимер юлы буйында урынлашҡан пункт.
2. Әһәмиәте булған билдәле бер урын. □ Пункт. Стратегик пункт.
3. Ниндәйҙер эш өсөн тәғәйенләнгән урын. □ Пункт. Валюта алыштырыу пункты. Тимер-томор ҡабул итеү пункты. Заказ биреү пункты. Ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү пункты.
4. Рәсми текстың номер йәки хәреф менән билдәләнгән бүлеге. □ Пункт. Килешеүҙәге пункт. Ҡарарға өҫтәлгән пункт. Бишенсе пункт.
5. Нимәнеңдер барышы йәки үҫешендәге айырым хәл. □ Пункт. Кульминация пункты.
6. полигр. Хәрефте һәм юл араһын үлсәй торған берәмек. □ Пункт. Adobe компанияһы тәҡдим иткән пункт. Дидо пункты. Шрифты бер пунктҡа ҙурайтыу.
194