Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 266


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕНЕГАТЛЫҠ
Ренегатский. Ренегаттың ҡыланыштары. Ренегаттың хыянаты.
РЕНЕГАТЛЫҠ (ренегатлығы) (Р: ренегатство; И.: desertion; T.: dinden dönme durumu, döneklik) и.
Ренегат ҡылығы; мөртәтлек. □ Ренегатство. Ренегатлыҡ позицияһы. Ренегатлыҡ тенденциялары. Ренегатлығын йәшерә.
РЕНЕССАНС [рус. < фр. renaissance ‘тергеҙеү, яңыртылыу’] (Р: Ренессанс; И.: the Renaissance; T.: Rönesans) и.
(баш хәреф менән) XIV—XVI быуаттарҙа Урта быуаттар мәҙәниәтенә алмашҡа килгән Европа мәҙәниәте тарихындағы дәүер; Яңырыу дәүере. □ Ренессанс. Ренессанс архитектураһы. Ренессанс мәҙәниәте. Ренессанс әҙәбиәте.
РЕНТА [рус. < нем. < лат. reddita ‘кире ҡайтарылған, кире бирелгән’] (Р: рента; И.: rent; Т.: rant) и.
1. иҡт. Капитал, мөлкәт йәки ерҙән бер ниндәй көс түкмәй даими рәүештә алына торған төшөм. □ Рента. /ч Рентный. Дифференциаль рента. Ер рентаһы. Рента иҫәбенә йәшәү. ■ [Бәҙерғол Юнаев] заводтар өсөн килешеүҙә билдәләнгән тейешле ерҙәрҙең генә ҡалыуын яҡланы. Ергә рента түләү мәсьәләһенә ҡағылды. Ғ. Хөсәйенов.
2. фин. Ҡайһы бер илдәрҙә: дәүләт займы облигацияларына түләнгән процент. □ Рента. / Рентный. Рента түләүе. Рента иҫәбенә йәшәү.
РЕНТАБЕЛЛЕ (Р: рентабельный; И.: profitable; T.: kazançlı, verimli) с. ҡар. килемле.
Сығымдарҙы ҡаплаған, хужалыҡ йәһәтенән файҙалы. □ Рентабельный. Рентабелле хужалыҡ. Рентабелле ҡулланыу. Хужалыҡты рентабелле итеү.
РЕНТАБЕЛЛЕК (рентабеллеге) (Р: рентабельность; И.: profitability; T.: rantabilite, verimlilik) и.
Хужалыҡ йәһәтенән файҙалылыҡ. □ Рентабельность. Дөйөм рентабеллекте күтәреү. Рентабеллек иҫәбенә йәшәү. ■ Иген уңышын күтәреү, малсылыҡтың рентабеллеген арттырыу менән бер рәттән техниканы эф
фектлы файҙаланырға өйрәнергә кәрәк, тип һөйләй Искәндәров. Б. Рафиҡов.
РЕНТГЕН [рус. < нем. Röntgen ‘рентген нурҙарын асҡан немец физигы Рёнтген исеменән’] (Р: рентген; И.: X-ray, Roentgen; T.: röntgen) и.
1. Үтә күренмәгән есемдәр аша үтә алған ҡыҫҡа электромагнит тулҡынлы күҙгә күренмәгән нурҙар. □ Рентген. / Рентгеновский. Рентген аппараты. ■ Анализдарҙы, рентген һүрәттәрен тикшермәйенсә тороп, уның [Санияның] ниндәй сир менән ауырығанын өҙөп кенә әйтеү ҡыйын ине. Ф. Әсәнов.
2. Есемде шул нурҙар менән яҡтыртыу. □ Рентген. / Рентгеновский. ■ Басариев бит һәр саҡ, мин рентген һымаҡ, кешене бер-ике һөйләшеүҙән үк үтә күрәм, хатта ҡайһы саҡ һөйләшеп тороу ҙа кәрәкмәй, тип маҡтана торғайны. Р. Солтангәрәев. Был юлы оло ғына бер врач, рентген аша һүрәт яһатып, үҫмерҙең беләгенең һөйәктәре ваҡланғанын билдәләне. Р. Байбулатов.
РЕНТГЕНОГРАММА [рус. < нем. Röntgen + гр. gramma ‘яҙма, яҙма тамға’] (Р: рентгенограмма; И.: roentgenogram; T.: röntgen filmi) и.
Рентген нурҙары ярҙамында фотоплас-тинкаға йәки фотоплёнкаға төшөрөлгән һүрәт. □ Рентгенограмма. Рентгенограмма анализы һөҙөмтәләре. Рентгенограмма эшләтеү. Рентгенограммаға төшөрөү.
РЕНТГЕНОГРАФИК (Р: рентгеногра фический; И.: radiographic(al); T.: röntge-nografi, radyografi) с.
Рентгенографияға мөнәсәбәтле. □ Рентгенографический. Рентгенографик һүрәт.
РЕНТГЕНОГРАФИЯ [рус. < нем. Röntgen + гр. gramma ‘яҙма, яҙма тамға’] (Р: рентгенография; И.: roentgenographic; Т.: röntgenografi, radyografi) и.
Үтә күренмәгән нәмәләрҙең эске төҙөлөшөн рентген нурҙары ярҙамында тикшереү һәм үтеп ингән нурҙарҙы фотоплёнкаға төшөрөү юлы. □ Рентгенография. / Рентгенографический. Матдәләрҙең рентгенографияһы. Күкрәк ситлеге рентгенографияһы. Рентгенография бүлеге.
266