РЕОСТАТ
РЕОСТАТ [рус. < гр. rheos ‘ағым’ + states ‘хәрәкәтһеҙ, тик тороусы’] (Р.: реостат; И.: rheostat; T.: reosta) и.
Электр тогының көсөн йәки электр сымындағы көсөргәнеште көйләй торған аппарат. □ Реостат. Идаралы тоташтырғыс реостат. Сымлы реостат. М Эш Фәтихов курһәткән реостат кәтугендә тугел ине, әлбиттә. И. Абдуллин.
РЕПАРАЦИЯ [рус. < лат. reparatio ‘тергеҙеү’] (Р: репарация; И.: reparation, indemnity; T: tazminat) и.
1. Һуғыш асып үҙе еңелгән ил тарафынан еңгән ил файҙаһына һуғыштан күргән зыяндың аҡсалата йәки натуралата түләнеүе. □ Репарация. Аҡсалата репарация. Репарация талабы. Репарация алыу.
2. биол. Тереклек күҙәнәктәренең зыянланғандан һуң кире яралыу һәләте. □ Репарация. Генетик репарация. Репарацияны өйрәнеу.
РЕПАТРИАНТ [рус.] (Р: репатриант; И.: homecomer; repatriate; T: tekrar kendi ülkesine dönen) u.
Репатриацияға эләгеп ҡайтҡан кеше.
□ Репатриант, репатриантка. Репатрианттың юридик хоҡуҡтары.
РЕПАТРИАЦИЯ [рус. < лат. repatriate] (Р: репатриация; И.: repatriation; T: vatanına gönderme, ülkesine geri dönme) и. сәйәси.
1. Яңынан гражданлыҡ хоҡуғы биреп, эмигранттарҙы үҙ иленә кире ҡайтарыу.
□ Репатриация. Йәһудтәрҙе Израилгә репатриация. Этник немецтарға репатриация.
2. Һуғыш арҡаһында сит илгә эләккән хәрби тотҡон һәм башҡа кешеләрҙе тыуған иленә кире ҡайтарыу эше. □ Репатриация. Репатриацияға эләгеу. Бөйөк Ватан һуғышынан һуц уткәрелгән репатриация.
РЕПАТРИАЦИЯЛАНЫУ (репатриациялап-) ҡ. төш. ҡар. репатриациялау, страд, от репатриациялау. Репатриацияланған эмигранттар. Айырым милләттәрҙең репатриацияланыу осоро.
РЕПАТРИАЦИЯЛАУ (репатриацияла-) (Р: репатриировать; И.: repatriation; Т.: vatanına göndermek) ҡ.
Эмигранттарҙы, һуғыш арҡаһында сит илгә эләккән хәрби тотҡон һәм башҡа кешеләрҙе тыуған иленә ҡайтарыу. □ Репатриировать. // Репатриация.
РЕПЕР [рус. < фр. герёге ‘тамға, билге’] (Р: репер; И.: benchmark; T.: damga) и.
Нивелирлау ваҡытында тикшереү нөктәһе булып хеҙмәт иткән тамға, билге.
□ Репер. Репер ҡуйыу. Реперҙы билдәләу. Ваҡытлыса ҡуйылған репер. Ҡая реперҙары.
РЕПЕРТУАР [рус. < фр. repertoire ‘реестр, исемлек’] (Р: репертуар; И.: repertoire; T.: repertuvar) и.
1. Театрҙа, концертта башҡарылған драматик, музыкаль һ. б. әҫәрҙәр йыйылмаһы.
□ Репертуар. / Репертуарный. Айлыҡ репертуар. Эстрада репертуары. ■ Драм-театрҙың репертуары алмашынды, арыу ғына әйберҙәр бар. Р. Камал.
2. Кемдер башҡарған ролдәр, номерҙар, музыкаль һәм әҙәби әҫәрҙәр йыйымы.
□ Репертуар. / Репертуарный. Башҡорт халыҡ бейеуҙәре ансамбленец репертуары. Йырсы репертуары. ■ Василий бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм һәр ваҡыт яңырып торған репертуарынан бер номерҙы башланы. Ә. Вәли.
РЕПЕТИТОР [рус. < лат. repetitor ‘ҡабатлаусы’] (Р: репетитор; И.: private tutor; T: yardımcı öğretmen) и.
1. тар. 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә кадет һәм паж корпустарында уҡыусыларға өйгә эштәрен эшләргә ярҙам итеүсе уҡытыусы.
□ Репетитор, репетиторша. Репетитор менән әҙерләнгән дәрестәр. Рәсәй тарихы буйынса репетитор.
2. Хореографик коллективтарҙа, уҡыу йорттарында айырым номерҙарҙы, партияларҙы әҙерләү буйынса репетиция номерҙары үткәреүсе. □ Репетитор. Репетитор курһәтмәләре. Репетитор итеп билдәләу.
3. Өҫтәмә дәрес менән ниндәйҙер курс үтергә, белем үҙләштерергә ярҙам иткән кеше. □ Репетитор. Репетитор эше. М Лидия Николаевна репетитор ялланы. Т. Ға-рипова. Резеда медицина институтына инеу өсөн физика һәм химия фәндәренән махсус репетиторҙар ярҙамында шөғөлләнә. М. Садиҡова.
268