РЕПОРТАЖ
РЕПЕТИТОРЛЫҠ (репетиторлығы) (Р.: репетиторство; И.: tutoring; T.: sınava hazırlama işi) и.
Репетитор эше. □ Репетиторство. / Репетиторский. Репетиторлыҡ эшмәкәрлеге. Интернет аша репетиторлыҡ итеу. Репетиторлыҡ менән шөғөлләнеу.
РЕПЕТИЦИЯ [рус. < лат. repetitio ‘ҡабатлау’] (Р: репетиция; И.: rehearsal; Т.: prova) и.
1. Драматик, музыкаль һ. б. әҫәрҙе уйнап, йырлап сығышҡа алдан әҙерләү эше.
□ Репетиция. / Репетиционный. Буласаҡ репетиция. Репетиция ваҡыты. Репетиция уткәреу. ■ Бер ай репетиция яһағандан һуң, спектакль менән концерт әҙер булды. А. Абдуллин. Репетицияларға шәмбе көндәрендә ялға ҡайтҡан саҡта йыйылдылар. Р. Байбулатов. Маһираны артыҡ яратып китеуем арҡаһында, репетиция ваҡытында һәм спектакль барғанда, ҡаушап, уңайһыҙлыҡҡа төшөп бөттөм мин. К. Мәргән.
2. диал. Нимәнелер һынап ҡарап алдан күнегеү эше; әҙерлек. □ Репетиция. / Репетиционный. Матчҡа репетиция. Парадҡа репетиция. Генераль репетиция. ■ Беренсе репетицияла уҡ эш барып сығыр төҫлө куренә. С. Агиш.
3. Бер үк нотаны тиҙ-тиҙ ҡабатлауҙан ғибәрәт булған музыкаль фраза. □ Репетиция. / Репетиционный. Ябай репетиция. Ҡатнаш репетиция.
4. иҫк. Кеҫә сәғәтенең һуғыу механизмы.
□ Репетиция (механизм боя карманных часов).
РЕПЕТИЦИЯЛАУ (репетицияла-) (Р: репетировать; И.: rehearse; T.: prova yapmak) ҡ.
Репетиция яһау, үткәреү. □ Репетировать. // Репетиция. Спектаклде репетици-ялау.
РЕПЕТИЦИЯ ЯҺАУ (репетиция яһа-) ҡ. ҡар. репетициялау. Репетиция яһап бө-төу. Репетиция яһарға ваҡыт бар әле.
РЕПЛИКА [рус. < фр. replique ‘ҡабатлайым, яуап бирәм’] (Р: реплика; И.: utterance; T.: cevap, replik) и.
1. Һөйләшеүселәрҙең береһенең икенсеһенең һүҙенә ҡаршы һүҙе йәки иҫкәртеүе.
□ Реплика. Ҡыҫҡа реплика. ■ Командирҙың репликаһынан һуң Лесняк бер-ике секундҡа уйға батты һәм, уҙ алдына һөйләнгән һымаҡ, аҡрын ғына әйтеп ҡуйҙы. А. Мағазов.
2. Һөйләнгән телмәр йөкмәткеһе буйынса йәки башҡа хәлгә ҡарата урындан белдерелгән ҡаршылыҡ, ҡаршы әйтелгән һүҙ йәки иҫкәртмә. □ Реплика. Агрономдың һуҙгә керешеуе булды, залдан кемдер реплика ташланы. Ғ. Аллаяров.
3. юр. Суд процесында әйтелгән ҡаршы һүҙ. □ Реплика. Гәйепләнеусе репликаһы. Прокурор репликаһы. Репликаға хоҡуҡ.
4. театр. Артистың икенсе уйнаған кешегә яуап итеп әйткән һүҙе йәки икенсе кеше һөйләр алдынан әйткән аҙаҡҡы һүҙе. □ Реплика. Спектаклдәге реплика. Репликаны онотоу. Тамашасыларҙы көлдө-рөугә ҡоролған реплика. ■ Оло артистка йәштәрҙең һәр хәрәкәтен, уларҙың һәр репликаны нисек әйтеуҙәрен аҫтан ғына куҙәтеп, тыңлап ултыра. Ф. Әсәнов.
5. му з. Музыкаль фразаның башҡа тауыш йәки башҡа тон менән ҡабатланыуы.
□ Реплика. Реплика ҡатнаш көй. Репликаның режимы.
6. сәнғ. Художестволы әҫәрҙең авторҙың үҙе тарафынан эшләнгән күсермәһе. □ Реплика. Реплика әҙерләу. Репликаны эшләп бөтөу.
РЕПЛАНТАЦИЯ [рус. < лат. replantare ‘яңынан ултыртыу, күсереп ултыртыу’] (Р: реплантация; И.: replantation; Т.: replantasyon) и. мед.
Травма ваҡытында урынынан сыҡҡан ағзаны элекке урынына күсереү буйынса пластик операция. □ Реплантация. Реплантация яһау. Реплантация уңышлы утте.
РЕПОРТАЖ [рус. < фр. < ингл. report ‘хәбәр итеү’] (Р: репортаж; И.: reportage; Т.: röportaj) и.
1. Авторҙың үҙ күҙе менән күргән көндәлек ваҡиғалар тураһында матбуғат, телевидение һәм радио өсөн туплаған мәғлүмәт.
□ Репортаж. Репортаж яҙыу. ■ Бинокль
269