Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 270


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕПОРТЁР
тотҡан егеттең әйткәндәре хоккей репортажына оҡшап китте. Б. Рафиҡов.
2. Шул мәғлүмәттәрҙән торған хәбәр. □ Репортаж. Репортаж дөрөҫлөгө. Репортаж һурәте. Репортаж баҫыу. Репортаж тапшырыу. ■ Белая Калитвала атаев-сыларға обелиск асылыу айҡанлы газеталар куп төрлө репортаждар һәм хәбәрҙәр урынлаштырҙы. Ә. Ихсан. Фәриттең дә .. иң һәйбәт хәбәрҙәре, очерктары, репортаждары юлдарҙа тыуҙы. Ф. Әсәнов.
РЕПОРТЁР [рус. < ингл. reporter} (Р: репортёр; И.: reporter; T.: muhabir) и.
Матбуғат, телевидение һәм радио, мәғлүмәт агентлығының көндәлек ваҡиғалар тураһында хәбәр туплап килтерә торған хеҙмәткәре. □ Репортёр, репортёрство. / Репортёрский. Репортёр мәҡәләһе. Репортёр эше. ■ Бер ваҡыт мин газетала репортёр булып эшләп ҡараным. А. Карнай. «Берлинер цайтунг»тың репортёры Генрих Вернер «Еңеусән марш» тигән мәҡәләләр серияһы ойоштороу өсөн алғы һыҙыҡҡа килде. И. Ғиззәтуллин.
РЕПОРТЁРЛЫҠ (репортёрлығы) (Р: репортёрство; И.: reporter’s job; T.: muhabirlik) и.
Репортёр эше. □ Репортёрство. Penop-тёрлыҡ итеу. ■ Ҡала яңылыҡтарын туплап, баҫырға әҙерләусе репортёрлыҡтан алып бу лек мөдире дәрәжәһенә етте [Камил ]. Ә. Хәкимов.
РЕПРЕССИВ [рус.] (Р: репрессивный; И.: repressive; T.: ceza, baskı) с.
Репрессияға мөнәсәбәтле. □ Репрессивный. Репрессив сәйәсәт. Репрессив саралар. Репрессив эш.
РЕПРЕССИЯ [рус. < лат. repressio ‘баҫтырыу, иҙеү’] (Р: репрессия; И.: repression; T.: ceza, baskı) и.
Дәүләт органдары тарафынан ҡулланылған яза. □ Репрессия. Репрессияға эләгеу. Репрессия ҡорбандары. Репрессия йылдары. ■ Куптән ту гел генә «сталинщина» исемен алған сәйәси репрессиялар [Әхмәҙиев докладында ] телгә алынмаған. Т. Ғарипова. Уҡытыусылар һағайып ҡалды: һәр власть һәр заманда ла репрессия ҡулланырға
йәһәт кенә тора. Г. Яҡупова. Репрессиялар менән мауығып, Ҡыҙыл Армияны курәләтә көсһөҙләндергән кеше даһи була аламы? Я. Хамматов.
РЕПРЕССИЯЛАНЫУ (репрессиялап-) ҡ. төш. ҡар. репрессиялау, страд, от репрессиялау. Хаҡһыҙ рәуештә репрессия-ланыу. 1937 йылдарҙа репрессияланып атылыу. Репрессияланып Себергә оҙатылыу. Мәскәуҙән репрессияланып килгән ғалим. ■ Плендағы командирҙар һәм политработниктар репрессияланырға тейеш булып, уларҙың туғандары һуғышта ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн билдәләнгән льготаларҙан мәхрум ителде. Я. Хамматов.
РЕПРЕССИЯЛАУ (репрессияла-) (Р: репрессировать; И.: repress; T.: cezalandırmak, tutuklamak) ҡ.
Репрессия яһау, репрессияға эләктереү. □ Репрессировать. Репрессиялап алып китеу. Интеллигенция вәкилдәрен репрессиялау.
РЕПРИЗА [рус. < фр. repris ‘яңыртыу, яңынан алыу’] (И.: реприза; И.: reprise; Т.: röpriz) и.
1. муз. Музыка әҫәренең ҡайһылыр ерен ҡабатлау; шул ҡабатлауҙы белдергән тамға. □ Реприза. Теуәл реприза. Репризалағы музыка темалары.
2. Циркта йә эстрадала юмористик сәхнә әҫәре. □ Реприза. Юрий Никулин репризаһы. Данлыҡлы реприза оҫталары.
РЕПРИНТ [рус. < ингл. reprint ‘яңынан баҫтырыу’] (Р: репринт; И.: reprint; Т.: reprint, yeniden basmak) и.
1. Баҫылып сыҡҡан китапты, ҡулъяҙманы һ. б. текстарҙы бер ниндәй үҙгәрешһеҙ репродукция (1), сканерлау юлы менән ҡабатлап баҫтырып сығарыу ысулы. □ Репринт. Мәҡәләнең репринты. Репринтҡа тапшырыу.
2. Ошо ысул менән баҫтырып сығарылған китап. □ Репринт. / Репринтный. Уникаль репринт. Репринт буләк итеу.
РЕПРОДУКТИВ (Р: репродуктивный; И.: reproductive; T.: röprodüksyon) с.
1. Репродукцияға (1,2) бәйле. □ Репродуктивный. Репродуктив ысул менән эшләнгән фотоһурәттәр.
270