РЕСПИРАТОР
2. Организмдың үҙе кеүек йән эйәләре тыуҙырыуға һәм ишәйеүгә һәләтле осоро. □ Репродуктивный. Ҡатындарҙың репродуктив осоро. Ирҙәрҙең репродуктив һаулығы.
РЕПРОДУКТОР [рус. < лат. ге... ‘яңынан’ + produce ‘етештерәм, дауам итәм’] (Р.: репродуктор; И.: loud speaker; T.: hoparlör) и.
Радио тапшырыуҙарын ишеттерә торған ҡорамал. □ Репродуктор. Репродуктор тауышы. ■ Идара ҡапҡаһының бағанаһына һуғыш ваҡытында уҡ ҡуйылған репродуктор ботә ауылды яңғыратып һөйләп тора. Ғ. Ибраһимов. «Хушлашыу вальсы!» — тип иғлан иттеләр репродукторҙан. Р. Байбулатов. Репродукторҙан ауыл өҫтөнә таралған күңелле йыр йөрәктәргә дәрт өҫтәй, зәңгәр киңлектәргә талпындыра. Н. Мусин.
РЕПРОДУКЦИЯ [рус. < лат. ге... ‘яңынан’ + productio ‘дауам итәм’] (Р: репродукция; И.: reproduction; T.: röprodüksyon) и.
1. полигр., фото. Полиграфия юлы йәки фотография ысулы менән төшөрөлгән нәмәләрҙең (һүрәт, картина, һыҙманың, баҫма текстың һ. б.) күсермәһен алыу һәм ишәйтеү эше. □ Репродукция. Репродукция техникаһы. «Ҡара квадрат »тың репродукцияһы.
2. Баҫма һүрәт, картина йәки фотография. □ Репродукция. Иң яҡшы репродукцияға конкурс. Репродукция яһау. Дүрт төҫлө репродукция. ■ [Әмин алдырған журналдарҙа] .. Лувр, Эрмитаж музейҙарында, Третьяков галереяһында ҡуйылған картиналарҙың репродукцияларын баҫалар. Г. Яҡупова.
3. биол. Организмдың үҙе кеүек йән эйәләре тыуҙырыуы һәм ишәйеүе. □ Репродукция. Вирустар репродукцияһы. Ҡоштар репродукцияһы. Репродукция йышлығы. Репродукция юлдары.
4. Яңынан барлыҡҡа килеү, тыуыу һәләте. □ Репродукция. Яңы репродукциялар. Ҡарағастарҙың репродукцияһы. Репродукция коэффициенты.
РЕПС [рус. < фр. < ингл. reps] (Р: репс; И.: гер; Т.: reps (kumaşı)) и. туҡ.
Ваҡ ҡына һырлы тығыҙ туҡыма. □ Репс. / Репсовый. Репс күлдәк. Репс таҫма.
РЕПТИЛИЯ [рус. < лат. reptilis ‘һөйрәлеүсе’] (Р: рептилия; И.: reptilian; Т: sürüngenler) и. зоол.
Һөйрәлеүсе хайуандарҙың исеме. □ Рептилия (лат. Reptilia). Рептилияның башы. Рептилия ҡалдыҡтары. Ағыулы рептилия-лар.
РЕПУТАЦИЯ [рус. < фр. reputation] (Р: репутация; И.: reputation; T.: nam, ad) и.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер яҡшы һәм насар яғы тураһындағы дөйөм фекер. □ Репутация. Яҡшы репутация. Насар репутация. Репутацияны төшөрөү. ■ Уғата саф булып ҡыланған кеше репутацияһына аҙ ғына кер төшөүҙән дә ҡурҡыусан. Н. Мусин. Ишбикәнең үҙ яҙмышын уның [Ғәҙелдең] карьераһына, репутацияһы хаҡына ҡорбан итергә әҙер тороуы ла юҡҡа түгел ине шул. Т. Сәғитов.
РЕСКРИПТ [рус. < лат. rescriptum ‘яҙма яуап бирәм’] (Р: рескрипт; И.: rescript; Т.: hükümdar mektubu) и.
Дәүләт башлығының билдәле вазифалы кешегә тәғәйенләнгән (мәҫәлән, министрға) хаты. □ Рескрипт. ■ Аҡмәсет ҡәлғәһенең һуғышып алыныуы, Аҡ батша тарафынан сығарылған рескрипт буйынса ул «Перовский крепосы» тип исемләнеүе .. тураһында белгәс, уның [Аҡмулланың] йөрәге әрнене. Я. Хамматов. Бына үҙе яҙып ебәргән кәңәш-үтенестәренә императрица Елизавета Петровна ғалиә йәнәптәренең үҙенән килер рескриптын — рәсми күрһәтмә документын көтөп алды ниһайәт. Ғ. Хөсәйенов.
РЕСПИРАТОР [рус. < лат. respiro ‘тын алам’] (Р: респиратор; И.: respirator; Т.: respirator, göz veya toz maskesi) и. ҡар. битлек.
Тын юлдарын газ йәки саңдан һаҡлай торған фильтрлы битлек. □ Респиратор. Кислородлы респиратор. Фильтрлы респиратор. ■ [Алла Емельяновна — келәт мөдиренә:] Әйткәндәй, ниңә ауыҙ-морондо ҡаплар махсус респираторҙар, күҙлектәр юҡ орлоҡ эшкәртеүселәрҙә? Й. Солтанов. Респиратор
271