РЕСПУБЛИКА
кеймәгәнме, әллә бирмәгәйнегеҙме? — тип һораны Фатих. Г. Яҡупова.
РЕСПУБЛИКА [рус. < лат. res publica ‘дөйөм эш’] (Р.: республика; И.: republic; Т.: cumhuriyet) и. ҡар. йөмһүриәт.
1. Юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйыла йәки дөйөм халыҡ вәкилдәре ойошмаһы (парламент) тарафынан тәғәйенләнә торған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил. □ Республика. Социалистик республика. Демократик республика. И Монгол Халыҡ Республикаһы сиктәренә еткәнсе, подразделениеларҙа уҡыуҙар ҡыҙыу үткәрелде. Ғ. Аллаяров.
2. тар. Советтар Союзы составына ингән Совет Социалистик дәүләте. □ Республика. Союз республикаһы. Рәсәй Федератив Совет Социалистик Республикаһы. Каҙағстан Совет Социалистик Республикаһы.
3. Конституцияһы, үҙенең дәүләт телен билдәләргә хоҡуғы булған, Рәсәй составындағы теге йәки был халыҡтың дәүләтселек формаһы. □ Республика. / Республиканский. Республика байрағы. Республика китапханаһы. Республика дәуләт нәшриәте. Республика матбуғаты. ■ Баҡ-һац, ул [Шакир Вилданович] тиҙҙән уҙе ҡатнашасаҡ республика ярышына әҙерләнеп йөрой икән. Р. Байбулатов. Бына хәҙер ике йыл инде Фәйез Исламов республика газетаһыныц хәбәрсеһе булып эшләй.
В. Исхаҡов.
РЕССОР [рус. < фр. ressort] (Р: рессора; И.: spring; Т.: уау) и.
Йөрөгәндә һикертмәһен өсөн техника күсәре өҫтөнә ҡуйылған һығылмалы тимер. □ Рессора. Гидравлик рессор. Пружиналы рессор. ■ Һуцғы ваҡытта Гәлиҙец бөтә вазифаһы .. арбаны ваҡытында майлау, рессорҙарын ҡарап йөрөу, кәрәк һайын тракторҙан ыскындырыу ине. Ғ. Лоҡманов. Куп тә утмәне, көслө шартлау ерҙе тетрәтте, хатта машина рессорҙарында сайҡалып ҡуйҙы. Й. Мостафин. Мотор тиҫкәреләнәме, рессор һынамы, гайка төшөп ҡаламы — Гаев йугерә, Гаев төҙәтеу хәстәрен курә. Ш. Янбаев.
РЕССОРЛЫ (Р: рессорный; И.: spring; Т.: yaylı) с.
Рессор ҡуйылған. □ Рессорный. Рессорлы итеп яһау. ■ Ике кешегә генә иҫәп тотолған рессорлы арбаға өс кеше һыймай ине. X. Ғиләжев. Иртәнге тац әреһенән Сергей менән Ҡаһым, көр аттар ҡушарлап егеуле бейек рессорлы кырандасҡа ярышлап ултырып, оҙон юлға сыҡтылар. Я. Хамматов.
РЕСТАВРАТОР [рус. < фр. < лат. res-tavratio ‘тергеҙеү’] (Р: реставратор; И.: restorer; T.: rastorasyoncu) и.
1. Сәнғәт әҫәрҙәренә, боронғо ҡомартҡыларға реставрация (1) яһаған белгес. □ Реставратор. Реставратор һәнәре. Китап реставраторы. ■ «Реставраторҙар ҡайҙа?» тигән һорауға ҡарауылсы ҡарт: «Батырға ла ял кәрәк, рестабатырҙар бөгөн ял итә», — тип яуапланы. Ә. Байрамов.
2. Реставрация (2) яҡлы кеше; ҡолатылған сәйәси ҡоролошто кире ҡайтарырға тырышҡан кеше. □ Реставратор. Реставратор сығышы. Гражданлыҡ идеялары реставраторы.
РЕСТАВРАТОРЛЫҠ (реставраторлығы) (Р: реставраторство; И.: restoration; Т.: restorasyon işi) и.
Реставратор (1) эше. □ Реставраторство. Реставраторлыҡ менән шөғөлләнеу.
РЕСТАВРАЦИЯ [рус. < лат. restavratio ‘тергеҙеү’] (Р: реставрация; И.: restoration; T.: restorasyon) и.
1. Боҙолған, иҫкергән, туҙған сәнғәт әҫәрҙәренең, боронғо ҡомартҡыларҙың элекке хәленә ҡайтарыл ыуы. □ Реставрация. Гилми реставрация. Реставрация ысулдары. Реставрация яһау. Реставрацияға тапшырыу. ■ «Реставрация эштәре алып барыла» тип уҡыны Мәҙинә стенанан. Д. Бүләков. Ремонт, реставрация була тип [Ленин һәйкәлен] алғайнылар, шунан аҙаҡ кире ҡуйманылар. Н. Мусин.
2. Элек булып, ҡолатылған сәйәси ҡоролоштоң кире ҡайтарылыуы. □ Реставрация. Реставрация ысулдары. ■ Икенселәре һаман реставрация тураһында хыяллана, партия сәйәсәтенә ҡаршы аҫтыртын эш алып бара. Ә. Хәкимов.
272