РЕТУШЛАУ
РЕСТАВРАЦИЯЛАНЫУ (реставраци-ялан-) ҡ. төш. ҡар. реставрациялау. страд, от реставрациялау. Реставрацияланған картина. Реставрацияланып бөтөү.
РЕСТАВРАЦИЯЛАУ (реставрацияла-) (Р.: реставрировать; И.: restore; Т.: restore etmek) ҡ.
1. Реставрация (1) яһау; иҫкене, боҙолғанды һ. б. кире элекке хәленә ҡайтарыу.
□ Реставрировать. Картинаны реставрациялау. Деталдәрҙе реставрациялау. Йорт йыһаздарын реставрациялау.
2. Ҡоролошҡа реставрация (2) яһау: иҫке ҡоролошҡа кире ҡайтыу. □ Реставрировать. Сәйәси системаны реставрациялау. Реставрациялай башлау.
РЕСТОРАН [рус. < фр. < лат. restauro ‘тергеҙеү, нығытыу’] (Р: ресторан; И.: restaurant; T.: restoran, lokanta) и.
Ҡиммәтле ашамлыҡ-эсемлек алып, иркенләп ултыра торған ашхана һәм шул ашхана урынлашҡан бина. □ Ресторан. Юғары класлы ресторан. Ресторан ашы. Станция рестораны. ■ Иң яҡшы ресторандарҙа ла уны [украин борщын] минец Галя һымаҡ бешерә алмайҙар. И. Абдуллин. Париждан иртәгә китәбеҙ тигән көндө ресторанда ашап ултырғанда Ишмырҙа Ишбулдин тағы ла бер тапҡыр Латыма ханым менән осрашты. Ә. Бикчәнтәев. Үткән-Һүткәнде үҙенә саҡырып, ресторандыц күгелйем уттары күҙ ҡыҫа ине. Яр. Вәлиев.
РЕСУРС [рус. < фр. < лат. resurgere ‘күтәрелеү’] (Р: ресурс; И.: resources; T.: kaynak) и.
1. Кәрәк саҡта файҙаланыр өсөн ҡулда тотолған төрлө һаҡлыҡ нәмә, аҡса һ. б.
□ Ресурс. Матди ресурстар. Тәбиғәт ресурстары. Финанс ресурстары. Хеҙмәт ресурстары. Экономик ресурс. Энергия ресурстары. ■ Беҙҙә нефть менән тәбиғи газ ресурстары иҫ киткес ҙур. Д. Бураҡаев.
2. тех. Машинаның йәки башҡа техниканың эшләр мөмкинлеген билдәләгән ваҡыт дауамы (техник паспортта күрһәтелә).
□ Ресурс. Двигателдең ресурсы. Станоктың ресурсын күтәреү.
РЕТРАНСЛЯТОР [рус.] (Р: ретранслятор; И.: retransmitter; T.: radyo yayınlarını kuvvetlendirme cihazı) и. махе.
Радио элемтәһе линияһында ике аралағы пункт итеп файҙалана торған ҡоролма, яһалма мөхит йәки күк есеме. □ Ретранслятор. Телевидение ретрансляторы. Әүҙем ретранслятор. Заманса ретранслятор ҡоролмалары.
РЕТРАНСЛЯЦИОН (Р: ретрансляционный; И.: retransmitting; T.: radyo yayınlarını kuvvetlendirme) с.
Ретрансляцияға мөнәсәбәтле. □ Ретрансляционный. Ретрансляцион блок. Ретрансляцион үҙәк.
РЕТРАНСЛЯЦИЯ [рус. < лат. ге... + translatio] (Р: ретрансляция; И.: retransmission; T.: radyo yayınlarını kuvvetlendirme) и.
Теле-, радиостанцияның йәки телевидение үҙәгенең эш радиусын арттырыу өсөн радиотрансляторҙар ярҙамында радио сигналдарының, радио һәм телевидение программаларының ҡабул ителеүе һәм артабан боҙмай тапшырылыуы. □ Ретрансляция. Ретрансляция станцияһы.
РЕТРАНСЛЯЦИЯЛАНЫУ (ретрансляциялап-) ҡ. төш. ҡар. ретрансляциялау. страд, от ретрансляциялау. Ретранс-ляцияланған тапшырыу. Ретрансляцияла-ныу ваҡыты.
РЕТРАНСЛЯЦИЯЛАУ (ретрансляцияла-) (Р: ретранслировать; И.: retransmit; Т.: radyo yayınlarını kuvvetlendirmek) ҡ.
Ретрансляция яһау. □ Ретранслировать. // Ретрансляция. Радио сигналдарын ретрансляциялау. Телевидение тапшырыуын ретрансляциялау.
РЕТУШЛАНЫУ (ретушлан-) ҡ. төш. ҡар. ретушлау, страд, от ретушлау. Ретушланған картина. Һүрәт насар ретушланған.
РЕТУШЛАТЫУ (ретушлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ретушлау, понуд. от ретушлау. Картинаны ретушлатыу. Ретушлатып алыу.
РЕТУШЛАУ (ретушла-) (Р: ретушировать; И.: retouch; T.: rötüş yapmak) ҡ.
10- 1.0072.15
273