РЕТУШСЫ
Ретушь юлы менән эшкәртеү, төҙәтеү.
□ Ретушировать. Негативты ретушлау. Ретушлап сығыу. Фотоһүрәтте ретушлау.
РЕТУШСЫ (Р: ретушёр; И.: retoucher; Т.: rötüşçu) и.
Ретушь юлы менән эшкәртеүсе, төҙәтеүсе белгес. □ Ретушёр. Китаптағы һүрәттәр менән эшләгән ретушсы. Фотоһүрәттәр буйынса ретушсы. Оҫта ретушсы.
РЕТУШЬ [рус. < фр. retoucher ‘яңынан тейеү’] (Р.: ретушь; И.: retouch; T.: rötuş) и.
Ҡағыҙға баҫҡан ваҡытта карточкалағы һүрәтте, өҫтәп эшләп, буяп йәки химик эшкәртеп, килеп етмәгән урындарын төҙәтеү эше, шулай уҡ гравюра таҡтаһының юйылған урындарының яңынан ҡайтары-лыуы. □ Ретушь. Ретушь юлы менән эшкәртеү. Компьютерҙа ретушь яһау.
РЕФАКЦИЯ [рус. < фр. refaction ‘ташлама’] (Р: рефакция; И.: tret; T.: fiyat indirme) и. сауҙа.
Алыш-биреш ваҡытында хаҡтың тауар юғалыу, боҙолоу, сифаты ҡаралғандан түбән булыу һ. б. иҫәбенә кәметелеүе. □ Рефакция. Рефакция яһау. Рефакция кимәле. Рефакцияның проценты.
РЕФЕРАТ [рус. < лат. refere ‘хәбәр итеү’] (Р: реферат; И.: annotation; T.: özet) и.
1. Ғилми хеҙмәттең, китаптың һ. б. ҡыҫҡа йөкмәткеһе яҙып бирелгән эш. □ Реферат. Рефераттар журналы. Ғилми реферат яҙыу. М [Шакир Сәлимович — Заһитовҡа:] Бына берәй йыл эшлә, үҙеңде коллективта күрһәт, шул арала аспирантураға инеү өсөн рефератыңды яҙ, экзамендар тапшырырға әҙерлән. Н. Мусин. [Профессор — Әхмәҙуллаға:] Реферат яҙып килтер. Тик оҙаҡка һуҙма, калғанына үҙем ярҙам итермен, — тине. Р. Солтангәрәев.
2. Әҙәби һәм башҡа сығанаҡтарҙы күҙәтеүгә нигеҙләнеп яҙылған ҡыҫҡа сығыш.
□ Реферат. Реферат укыу. Реферат яҙыу.
РЕФЕРЕНДУМ [рус. < лат. referendum ‘хәбәр ителергә тейешле нәмә’] (Р: референдум; И.: referendum; T.: referandum, halk oylaması) и.
Мөһим дәүләт мәсьәләһен хәл иткәндә халыҡ фекерен белеү өсөн ил күләмендә
үткәрелгән һорау алыу. □ Референдум. Конституцион референдум. ■ Референдум нәтижәһенә ниндәй сәбәптәр тәьҫир иткән бит әле, — тинем мин [Абишевҡа]. А. Мағазов.
РЕФЕРЕНТ [рус. < лат. referens ‘хәбәр итеүсе’] (Р: референт; И.: adviser; T.: raporcu) и.
1. Реферат менән сығыш яһаған, реферат уҡыған кеше. □ Референт. Референт үҙенең рефератын аудиторияға һөйләп сыҡты.
2. Айырым мәсьәләләр буйынса кәңәш биргән, сығыштар әҙерләгән вазифалы кеше. □ Референт. Директорҙың референты. ■ Ул [Шамил] тәүҙә проректорҙың референты вазифаһынан бушатыуҙы, шунан зоофакультетҡа эшкә күсереүҙе һорап ғариза яҙҙы ла ректор эргәһенә инде. Н. Мусин.
3. Ғилми ойошмаларҙа директор секретары. □ Референт. Референт әҙерләгән ҡағыҙҙар.
РЕФЛЕКС [рус. < лат. reflexus ‘сағылған’] (Р.: рефлекс; И.: reflex; T.: refleks, tepki) и. фи-зиол.
Тере организмдың тышҡы тәьҫиргә үҙәк нервы системаһы ҡатнашлығында яһаған яуап реакцияһы. □ Рефлекс. Шартлы рефлекс. Туҡланыу рефлексы. Хәрәкәт рефлексы. Һаҡланыу рефлексы. ■ Ярты быуат элек бөйөк ғалим Павлов: «Маҡсат рефлексы» донъяға килгәс кенә әҙәм әҙәм була алды», — тигәйне. Ә. Бикчәнтәев.
РЕФЛЕКСИЯ [рус. < лат. reflexio ‘сағылдырыу’] (Р: рефлексия; И.: reflection; Т: refleksiyon, tepki gösterebilme) и. кит.
Шикләнеүҙәр, икеләнеүҙәр тулы уй-фекер һәм үҙ кисерештәреңә анализ яһарға әүәҫлек. □ Рефлексия. Философияның бер ысулы булараҡ ҡаралған рефлексия.
РЕФЛЕКСЛЫ (Р: рефлексный; И.: reflex; T: istemsiz, istemeden yapılan) с.
Ихтыярҙан тыш, аңһыҙ рәүештәге. □ Рефлексный. Рефлекслы бәйләнеш. Рефлекслы хәрәкәт.
РЕФЛЕКТИВ с. кит. ҡар. рефлекслы. Рефлектив хәрәкәт.
274