Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 275


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕФОРМИСТИК
РЕФЛЕКТОР I [рус. < лат. reflecto ‘сағылдырам’] (Р.: рефлектор; И.: reflector; Т.: reflektör) и.
1. Яҡтылыҡ сығанағынан сыҡҡан нурҙарҙы сағылдыра торған ҡорамал. □ Рефлектор. Фараның рефлекторы. Шәмгә рефлектор ҡуйыу.
2. һойл. Көнкүрештә ҡулланылған инфраҡыҙыл йылытҡыстың һөйләү телендәге атамаһы. □ Рефлектор. Мал аҙбарына ҡуйылған рефлекторҙар. Рефлекторҙар ҡулланыу. Рефлектор менән йылытыу.
3. Күк есем д әренең һүрәтен күрһәткән төрлө көҙгөлө телескоп. □ Рефлектор. Рефлектор ярҙамында йондоҙҙар куҙәтеу.
РЕФЛЕКТОР II (Р: рефлекторный; И.: reflex; T.: reflektör) с.
1. Рефлекс (1) тәьҫирендә тыуған; рефлекс сәбәп булған. □ Рефлекторный. Рефлектор реакцияның барлыҡҡа килеуе. Нервы системаһының рефлектор эшмәкәрлеге.
2. ҡар. рефлекслы. Рефлектор ҡыланыш. Рефлектор тәьҫир.
РЕФЛЕКТОРЛЫ (Р: рефлекторный; И.: reflex; T.: reflektörlü) с.
Рефлекторы булған, рефлектор ҡуйылған. □ Рефлекторный. Рефлекторлы массаж яһағыс. Рефлекторлы лампа.
РЕФОРМА [рус. < лат. reformo ‘үҙгәртеп ҡорам’] (Р: реформа; И.: reform; T.: reform) и. ҡар. яңыртылыу.
1. Ниҙеңдер үҙгәртеп ҡоролоуы, яңыртылыу ы. □ Реформа. Ауыл хужалығы реформаһы. Иҡтисади реформа. Реформа осоро. Реформа яҡлылар. ■ Сөләймән Мырҙабулатов уҙен иркен тота, ер реформаһы тураһындағы әлеге шау-шыуға ла шунда уҡ ҡушылып китте. Р. Байымов. Аңлатма яҙыу рус грамматикаһының реформаһына тиклем эшләнгән, ә минеке [Фроловтыҡы] һуңғараҡ булырға тейеш. Ғ. Хисамов.
2. Дәүләт ҡоролошон нигеҙенән үҙгәртмәгән сәйәси сара. □ Реформа. Реформа уткәреу. Пётр I реформалары. Реформалар менән мауығып китеу. ■ Пётр Иванович Шувалов — дәуләт реформалары проекттарын төҙөшкән, хәрби эштәр менән етәкселек иткән дәуләт эшмәкәре. Ғ. Хөсәйенов. 1861
йылғы реформанан һуң Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәс, .. «ҡырағай» яҡтарҙы уҙләштереу, башҡорт ерҙәрен рәхимһеҙ талау башлана. Й. Солтанов.
РЕФОРМАЛАУ (реформала-) (Р: реформировать; И.: reform; T.: reformlar vasıtasıyla değiştirmek / yenilemek) ҡ.
Реформа яһау; реформа үткәреү. □ Реформировать. // Реформа. Мәғариф системаһын реформалау.
РЕФОРМАТОР [рус. < лат. reformo ‘үҙгәртеп ҡорам’] (Р: реформатор; И.: reformer; T.: reformcu, devrimci) и. ҡар. үҙгәртеп ҡороусы.
Ниндәйҙер әлкәлә реформа үткәргән эшмәкәр. □ Реформатор. Бөйөк реформатор.
■ Бер реформатор мулла дин тураһында аллаһыҙҙар менән дискуссияға сыҡҡан һәм әҙәм хуры булған. С. Агиш.
РЕФОРМАЦИЯ [рус. < лат. reformatio ‘төҙәтеү, үҙгәртеү’] (Р: реформация; И.: reformation; T.: reformhareket) и.
XVI быуатта Европала католик христиандарҙың Библияға ярашлы реформа яһауға йүнәлтелгән дини, социаль-сәйәси ағымы. □ Реформация. Реформацияның төп сәбәбе. Германиялағы реформациялар.
РЕФОРМИЗМ [рус. < фр. < лат. reformo ‘үҙгәртеп ҡорам’] (Р: реформизм; И.: reformism; T.: reformizm) и.
Синыфтар хеҙмәттәшлегенә саҡырып, капитализмдың нигеҙенә ҡағылмаған реформалар ярҙамында уны «ғөмүми бәхет» йәмғиәте итергә тырышҡан сәйәси ағым. □ Реформизм. Реформизмдың барлыҡҡа килеу осоро. Реформизмдың теоретиктары.
РЕФОРМИСТ (реформисы) [рус] (Р: реформист; И.: reformist; T.: reformcu, reformist) и.
Реформизм яҡлы кеше. □ Реформист. / Реформистский. Реформист йәштәр.
■ Был мәхәлләнең реформист муллаһы дини вәғәздәр һөйләй икән. С. Агиш. «Бына, Айбулат, ишетәһеңме, теге реформистар килеп сыҡҡандар икән», — тине [Зөфәр]. Һ. Дәүләтшина.
РЕФОРМИСТИК (Р: реформистский; И.: reformist; T.: reformizm, reformist) с.
10*
275