РЕФРЕН
Реформизмға мөнәсәбәтле. □ Реформистский. Реформистик ҡараш. Реформистик сәйәсәт.
РЕФРЕН [рус. < фр. refrain ‘ҡабатлау’] (Р: рефрен; И.: refrain; T.: refren, nakarat) и. әҙ., муз.
Шиғыр йәки йырҙың билдәле бер тәртиптә ҡабатланып килгән өлөшө. □ Рефрен. Рефрен төрҙәре. Шиғыр рефрены. Медиатив рефрен.
РЕФРИЖЕРАТОР [рус. < фр. < лат. refrigeratus ‘һыуытылған’] (Р: рефрижератор; И.: refrigerated lorry; T.: frigorifik gemi / vagon) u.
Тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлекте ташыу өсөн һыуытҡыс ҡоролмалар менән йыһазландырылған карап, вагон, машина һ. б. □ Рефрижератор. Рефрижераторҙың тиҙлеге. Яңы рефрижератор.
РЕЦЕНЗЕНТ [рус.] (Р: рецензент; И.: reviewer; T.: eleştirmen) и.
Рецензия яҙған кеше, рецензия авторы. □ Рецензент. Рецензенттың фекере. Һүҙлектең рецензенты.
РЕЦЕНЗИЯ [рус. < лат. recensio ‘фекер йөрөтөү’] (Р: рецензия; И.: review; T: eleştiri yazısı) и. кар. баһалама.
Ғилми хеҙмәткә, художестволы әҫәргә, спектаклгә, концертҡа, кинофильмға һ. б. тәнҡит күҙлегенән баһа биреп яҙылған мәҡәлә. □ Рецензия. Рецензия әҙерләү. Китапҡа яҙылған рецензия. Эске рецензия. Тышҡы рецензия. ■ Хикәйәләр китабы сыҡты сығыуын, мин уға хатта рецензия яҙҙым, ә романы хәтерҙә юҡ, — тине лә Әниф Ҡәйүм, тағы уйға ҡалды. Ә. Хәкимов.
РЕЦЕНЗИЯЛАУ (рецензияла ) (Р: рецензировать; И.: notice, review; T: eleştirmek) ҡ. ҡар. баһалау.
Нимәгәлер рецензия яҙыу; нимәгәлер баһа биреү. □ Рецензировать. // Рецензирование. Йыйынтыҡты рецензиялау.
РЕЦЕПТ (рецебы) [рус. < лат. receptum ‘алынған, ҡабул ителгән’] (Р: рецепт; И.: refill prescription; T: reçete) и.
1. Врачтың дарыуханаға дарыуҙың исемен, нисек әҙерләргә икәнен, ауырыған кешегә уны нисек ҡулланырға кәрәклеген
күрһәтеп биргән яҙыуы. □ Рецепт. Рецепт буйынса алыу. Рецепта яҙылған күрһәтмәләр. ■ Врачтар ҡарап, .. рецептар яҙып биреп сығып китеү менән, Альбина йәһәт кенә кейенергә тотондо. Н. Мусин. Өҫтәлгә рецептар менән бергә өс порошок аспирин ҡуйҙы: ҡалалағы бөтә аптекаларҙы йөрөп сыҡһа ла, шунан башҡа дарыу таба алманы ул [Сәлих]. X. Мохтар. Самат һонолған рецепт менән аҡсаларҙы шунда уҡ алырға ашыҡманы. Р. Байбулатов.
2. Аш-Һыу әҙерләү, бешереү буйынса күрһәтмә. □ Рецепт. Бишбармаҡ рецебы. Икмәк әсетеү рецебы. ■ Кемдең иренә ниндәй тәмле аш бешереүен һөйләй башлайбыҙ, бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ, рецептарын ҡулъяулыҡҡа, тәмәке ҡағыҙына яҙған булабыҙ. Т. Сәғитов.
РЕЦЕПТАР [рус.] (Р: рецептар; И.: retseptar; T.: reçeteci, eczane görevlisi) и.
Врач биргән рецепт буйынса дарыухана-ла дарыу әҙерләргә заказ алған хеҙмәткәр. □ Рецептар. Рецептар әҙерләгән май. Рецептарға заказ биреү.
РЕЦЕПТОР [рус. < лат. recipio, receptum ‘алыу, ҡабул итеү’] (Р: рецептор; И.: receptor; T.: reseptör) и. физиол.
Тышҡы тәьҫирҙе һиҙә торған нервы осо. □ Рецептор. Беренсел рецепторҙар. Рецепторҙарҙың ҡоролошо. Ишетеү рецепторы. Күреү рецепторы.
РЕЦЕПТУРА [рус.] (Р: рецептура; И.: formulation; T.: reçete rehberi) и.
1. фарм., мед. Дарыу яҙыу һәм әҙерләү ҡағиҙәләре йыйылмаһы. □ Рецептура. Рецептура бланкыһы.
2. Нимәлер әҙерләү, бешереү тураһындағы мәғлүмәттәр. □ Рецептура. Боронғо рецептура. Рецептура китабы.
РЕЦИДИВ [рус. < лат. recidivus ‘ҡайтыусы, яңынан башланыусы’] (Р: рецидив; И.: relapse; T.: hastalığın geri dönmesi) и.
1. мед. Ауырыуҙың яңынан ҡабатла-ныуы, ҡуҙғыуы. □ Рецидив. Гриптың рецидивы. Рецидивтың клиник күренеше.
2. юр. Бер тапҡыр хөкөмгә тарттырылған кешенең ҡабаттан енәйәт ҡылыуы. □ Рецидив.
276