РИДУАН
йөрөтә башланым. И. Абдуллин. Врачтың ридикюлендә ул-былға йөрөтөлгән валидол бар икән, ауырыуға бер таблетка ҡаптыра һалды ул. Б. Бикбай.
РИДУАН [рус. рыдван] и. диал. ҡар. риҙуан. Бесән тейәлгән ридуан. ■ Хисбулла әллә арып, әллә иренеп, аһылдай-уһылдай ри-дуанға ат егеп маташа. 3. Биишева.
РИҘУАН [рус. рыдван] (Р.: рыдван; И.: shandrydan; T.: demet arabası) и. иҫк.
Бесән, кәлтә ташый торған бейек үрәсәле арба; келәймәк. □ Рыдван. Риҙуанға тейәу. Риҙуандың ҙурлығы. ■ [Гәбит]уҙенә таманлап яһалған ике йәпле ағас һәнәкте кәлтә бауынан аҫҡараҡ ҡаҙап утә сәнсә лә йәһәт кенә кутәреп ургә сөйә, кәлтә риҙуандың тап уртаһына барып төшә. И. Ғиззәтуллин.
РИЖАЛ [ғәр. JL>j| (Р: мужчины; И.: men; T.: erkekler) и. иҫк. кит.
Ир кешеләр, ир-ат. □ Мужчины. Рижал фекере. ■ Рижалыны ҡырып һалмыш, ҡатындарын әсир алмыш. Ғ. Соҡорой.
РИЗА I [ғәр. (Р: согласный; И.: content; T.: razı) с.
1. Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ыңғай ҡарашта булған, ҡаршылыҡһыҙ; ҡәнәғәт. □ Согласный, довольный. Үҙенән уҙе риза кеше. ■ «Бына шулай һөйләшергә кәрәк», — тине генерал, риза тауыш менән.
3. Биишева.
РИЗА II [ғәр.] (Р: согласен; И.: all right; T.: razı) р.
Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ыңғай, ҡаршылыҡһыҙ, ҡәнәғәт рәүештә.
□ Согласен, доволен. Шулай ҙа ул [Мортаза] уҙенең был көтөлмәгән ҡылығынан риза ту гел ине. 3. Биишева.
РИЗА БУЛЫУ (риза бул-) (Р: согласиться; И.: agree; T.: razı olmak) ҡ.
Кемгәлер, нимәгәлер ҡәнәғәтлек белдереү.
□ Согласиться, дать согласие. Ярышырға риза булыу. Теләһә нәмәгә риза булыу. ■ Нурулла, бер-ике рәт килеп: «Йә, Тимербай, бир инде», — тиһәлә, Тимербай риза булманы. С. Агиш. [Гөлкөсура:] Уйылдан, тағы бер нәмәне алдан аңғарып, төптәнерәк уйлап эш ит: уҙеңдең ата-әсәйең риза булыр
мы? Н. Мусин. Әйләр хан, ҡыҙының теләгенә риза булып, ҙур майҙан аса. «Алпамыша».
РИЗАЛАНДЫРЫУ (ризаландыр-) ҡ. ҡар. ризалатыу. Халыҡты ризаландырыу. Ризаландырыу рәте. ■ Намаҙ һуңында бер ҡарый Ҡөрьән уҡып булаша. Бер уҡый, ике уҡый,.. халыҡты бер ҙә ризаландыра алмай. И. Насыри. Электән йәрәшелгән Байымды нисектер ризаландырып, туләнгән ҡалымды кире ҡайтарып, кундереу рәте лә табылды. Ғ. Ибраһимов.
РИЗАЛАТЫУ (ризалат-) (Р: склонить к согласию; И.: indine to consent; T.: razı etmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ыңғайлатыу; риза итеү. □ Склонить к согласию, уговорить, договориться. Димләп ризалатыу. ■ [Ғәзимә Поэзовскийҙы] ғариза тотоп Яҙыусылар берлегенең йәш таланттар булегенә барырға ризалатты. Й. Солтанов. Әгәр ҙә [Бикбаев] берәй тракторсыны ризалата алһа, уҙе һыуға сумып булһа ла ырғағына эләктерер ҙә тарттырып сығарыр ине [машинаны]. Р. Солтангәрәев. Әсәйҙе нисек ризалатырға? Шуны уйлай ине Разия. Н. Ҡәрипов.
2. Нимәлер менән ҡәнәғәт итеү, ҡәнәғәтләндереү, риза иттереү. □ Выразить благодарность, отблагодарить, вознаградить. Ризалатып ҡуйыу. ■ Ашап бөткәс, хужаны ни менән ризалатыу тураһында кәңәш итә башланыҡ — бер пар һалдат кул-дәк-ыштаны, бер .. гимнастёрка бирергә булдыҡ. Д. Юлтый. Ярҙам иткән кешене ни менән булһа ла ризалатырға кәрәк ине. И. Ғиззәтуллин. [Ғаяз — Булатҡа:] Әгәр ҙә көрән атты уҙғарһаң, һине ризалатырмын. Д. Юлтый.
РИЗАЛАУ (ризала-) (Р: удовлетворить; И.: satisfy; T.: razı etmek, memnun etmek) ҡ.
Ҡәнәғәтләндереү, ризалатыу, риза итеү. □ Удовлетворить. Ризалап ҡуйыу. Яйлап ризалау. ■ [Бикйән — Йәрешкә:] һаҙағыңды юғалттым, ағай. Атҡан ерҙән эҙләп ҡараным, таба алманым. Үпкәләмә инде, ҡасан булһа ла бер ризалармын. Әкиәттән.
278