РИЗАҺЫҘЛЫҠ
РИЗАЛАШТЫРЫУ (ризалаштыр-) (Р.: склонить к согласию; И.: indine to consent; T.: razı etmek) ҡ.
Риза (1) итеү, күндереү. □ Склонить к согласию, договориться. Ризалашты-рырға теләу. Ризалаштырып ҡуйыу. ■ Хажғәленең уйы .. мираҫ тураһынан Әхмәдиҙе бәхилләштереу һәм уларҙы ри-залаштырыу ине. Ж. Кейекбаев. [Халыҡ] йорт-ҡураларына ла куҙ-ҡолаҡ булырға, ҡалыр мал-тыуарҙарын шул ҡарсыҡтың иҫә-уән улына ҡарашырға ризалаштырып ҡалдырҙылар. Ғ. Хөсәйенов. Баш ҡоҙа йөрөтөп эш сыҡмағас, батша уҙе килеп, ҡартты ҡыҙын бирергә ризалаштыра. Әкиәттән.
РИЗАЛАШЫУ (ризалаш-) (Р: соглашаться; И.: agree; T.: razı olmak) ҡ.
Риза (1) булыу, килешеү, күнеү. □ Соглашаться (с кем, с чем). Үҙ-ара ризалашыу. Куңелдән ризалашыу. Үтәлеу шарты менән ризалашыу. Ризалашып йөрөу. ■ Улар [Салауат менән Ҡәнзәфәр] икәуләп Юлайҙы аҙ ғына ултырып хәл йыйырға өгөтләнеләр, тик ҡарт ризалашманы. Б. Рафиҡов. Улар [Ер ороһо булып ҡалҡҡан убалар] һине донъяның фанилығы — һәммәһе лә ахырҙа юҡҡа сыға, ергә һеңә тигән фекер менән ризалашырға өндәгән һымаҡ. А. Абдуллин. Теләр-теләмәҫтән генә ризалашып, Ишҡужа Камалетдинды киҫәтте. Я. Хамматов.
РИЗАЛЫҠ (ризалығы) (Р: согласие; И.: consent; T.: rıza) и.
1. Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ҡарата булған ыңғай мөнәсәбәт. □ Согласие. Ризалыҡ алыу. Ризалыҡ белдереу. ■ Басариев өндәшмәне, ризалыҡ биргән шикелле башын ғына һелкте. Р. Солтангәрәев. Росам, йоланы тотоп, ризалыҡ бирергә ҡабаланманы, буласаҡ кейәуҙең ата-әсәһе, нәҫел-нәсәбе тураһында һорашырға тотоноп китте. Б. Рафиҡов.
2. Риза булып бирелгән рөхсәт; фатиха. □ Благословение, согласие. Ризалыҡ биреу. Ризалыҡ һорау. ■ Уҡытыусының, ризалыҡ курһәтеп, баш ҡағыуын кургәс, Әхәттең йөҙө асылып китте. А. Мағазов. Ата-әсәһе ризалыҡ биргән. Шунан бик һәйбәтләп туй яһап, ҡыҙҙы оҙатҡандар. Әкиәттән.
3. Кемдәндер йәки нимәнәндер риза, ҡәнәғәт булыу хисе; ҡәнәғәтлек. □ Удовлетворённость, довольство. Ризалыҡ менән ҡатнашыу. ■ Гәрәев ике аралағы һөйләшеуҙе ҙур ризалыҡ менән тыңлап ултырҙы. М. Ғиләжев. Ул [Тимерғәле] Рахмандың куп йомошон, әсәһе ҡушҡан эште башҡарған кеуек, һәр ваҡыт ҙур ризалыҡ менән утәй. Ә. Вәли.
РИЗАЛЫҠҺЫҘ (Р: без согласия; И.: without consent; T.: rızası olmadan) р.
Риза булмайынса, риза булмай тороп. □ Без согласия. Ата-әсәнән ризалыҡһыҙ сығып китеу. ■ [Сәғиҙә:] Әгәр ҙә беҙҙән [ҡыҙымды] ризалыҡһыҙ алып ҡасып китә торған булһалар, [ҡоҙалар] уҙҙәре абай булһындар, ун дуғалы ҡоҙа менән баҫып барып, ҡалым алырбыҙ, һ. Дәүләтшина.
РИЗАҺЫҘ I (Р: недовольный; И.: discontented; T.: hoşnutsuz) с.
Риза булмаған. □ Недовольный. Ризаһыҙ төҫ. Ризаһыҙ ҡараш. ■ «Нимә, көпә-көндөҙ йоҡлап ятаһығыҙмы, әллә бөтәгеҙ ҙә бер юлы мәрткә киттеме?» — тигән ризаһыҙ тауыш ишетелде тыштан. И. Абдуллин. «Беҙҙең палаткала туңып, бөршәйеп ултырыуыбыҙ кемгә кәрәк булды?» — тигән һорауҙар осҡонлана ине Рәсулдең ризаһыҙ ҡарашында. Ш. Янбаев.
РИЗАҺЫҘ II (Р: недовольно; И.: discontentedly; T.: hoşnutsuzlukla) р.
Риза булмаған төҫ менән. □ Недовольно. ■ Кәмә хужаһы ризаһыҙ ғына нимәлер мығырланы, ләкин урынынан ҡалҡынманы. Д. Бүләков. Ишбулды, тирә-яҡтағы ят тауҙарға куҙен текләп, ризаһыҙ ғына яуап ҡайтарҙы. Ғ. Аллаяров. Коля дуҫына ризаһыҙ ғына ҡарап алды, ләкин өндәшмәне. Й. Мостафин.
РИЗАҺЫҘЛЫҠ (ризаһыҙлығы) (Р: несогласие; И.: disagreement; T.: hoşnutcuz-luk) и.
1. Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ҡарата булған кире мөнәсәбәт. □ Несогласие. Ризаһыҙлыҡ белдереу. ■ Ҡорбанов, ризаһыҙлыҡ белдереп, Алмаевҡа бер аҙ ҡырын әйләнеп ултырҙы. Ғ. Аллаяров. Зәлифә апай, ризаһыҙлыҡ белдереп, башын
279