Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 280


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РИЗОГРАФ
яҡ-яҡҡа сайҡап ҡуйҙы. Ә. Байрамов. Ҡайһы берәүҙәр, элеккесә иркен ҡыланырға тырышып, ризаһыҙлыҡ белдерергә йә үҙҙәренән ни ҙә булһа өҫтәргә маташҡайнылар ҙа, Ҡараһаҡал бер һорауы менән генә тегеләрҙең телен тешләтте. Б. Рафиҡов.
2. Кемдәндер йәки ниҙәндер риза, ҡәнәғәт булмау хисе; ҡәнәғәтһеҙлек. □ Недовольство. Ризаһыҙлыҡ күрһәтеү. ■ Тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып килгән Илгиз, хәҙер тирә-йүндә шөкәтһеҙ тауҙан башҡа бер ни ҙә күрмәгәс, ризаһыҙлығын белдерҙе. Р. Байбулатов. Айһылыуҙың тауышында был юлы ла ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ, үпкә өнө сағыла ине. 3. Биишева. Һалдаттар, теләр-теләмәҫ кенә, баштарын түбән эйгән килеш, нығытмаларға табан атлайҙар, үҙҙәренең ризаһыҙлыҡтарын белдереп, һуҡраналар. Д. Юлтый.
РИЗОГРАФ [рус. < нем. Riso ‘немец фирмаһының исеме’ + гр. grapho ‘яҙам’] (Р.: ризограф; И.: risograph; T.: risograf) и. ти-погр.
Китапты баҫып сығарыр алдынан лазер технологияһы буйынса трафарет баҫма әҙерләү машинаһы. □ Ризограф. Ризограф -та баҫыу. Ризограф детале. Ризографта сығарыу.
РИЗОСФЕРА [рус. < гр. rhiza ‘тамыр’ + sphaira ‘шар’] (Р: ризосфера; И.: rhizosphere; T.: rizosfer) и. ҡар. тамыр сфераһы.
Үҫемлек тамырҙары бүлеп сығарған органик матдәләр иҫәбенә тереклек итеүсе бактериялар, микроорганизмдар йәшәгән тупраҡ ҡатламы. □ Ризосфера. Ризосфера бәшмәктәре. Ризосфера ҡатламы.
РИЗЫҠ (ризығы) [ғәр. 1. Ашай торған аш, ашамлыҡ; аҙыҡ. □ Пища, пропитание. Хәләл ризыҡ. Ризыҡ ҡабыу. Ризыҡты ауыҙҙан тартып алыу. Ризыҡты киҫеү. ■ Гөжләп ҡайнап торған ҙур баҡыр самауыр, һөт, ҡыҙыл эремсек, ҡаҙылыҡ кеүек ризыҡтар икмәк эргәһенән урын алдылар. Ә. Байрамов. Айбикә апай улы ҡайтыуға үҙе белгән бөтә төр тәмле-тәмле ризыҡтарын әҙерләргә тырышты. И. Ғиззәтуллин. Фәниә йүгереп йөрөп өҫтәл
тәрбиәләне, иң зиннәтле һауыттарын ҡуйҙы, ире яратҡан ризыҡты әҙерләне. Ғ. Хисамов. Ҡош атты батыр егет бик күп итеп, алып ҡайтты әсәһенә ризыҡ итеп. Әкиәттән. Бәхил булма, ризыҡ йәлләмә кешенән. Ҡешегә бүлгән һайын, ризыҡ арта ул. «Башҡорт мифологияһы »нан. • Өмөт өҙөлмәһә, ризыҡ өҙөлмәҫ. Әйтем. Яҙған ризыҡ теш һындырып инә. Әйтем.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, кешегә алдан, тыумаҫ борон билдәләп ҡуйылған яҙмыш. □ Доля, судьба. Яҙған ризыҡ. Ризыҡ менән тыуыу. ■ [Сыуаҡай әбей — балаларға:] Сит ерҙәрҙә ейәһе ризығығыҙ, әсәһе һыуҙарығыҙ барҙыр. 3. Биишева. [Миңнеғәли ҡарт — Әмиргә:] Бәрәмәс, Ҡотлобай малайы Әмир түгелме һуң? Нихәл, туған? Сәрмәсән буйҙарында ризығың бар икән. М. Ғиләжев. • Бала үҙ ризығы менән тыуа. Әйтем.
♦ Ризыҡ бөтөү кешегә ғүмерендә яҙған аҙыҡ бөтөп, үлер көн килеү. □ Наступление смертного часа. ■ Туҡта, Ҡуҙыйкүрпәс! Атайыңды ҡаланан эҙләмә, — ти Әүлиә. — Уның ризығы бөтөп, әжәле килеп етте инде. «Ҡуҙыйкүрпәс». «Баланың ризығы бөтмәгән!» — тип ҡыуанып килеп инде Мәсәлим, көрөшкәне Зөлфиәгә тотторҙо ла, үҙе урындыҡтағы сабыйҙы үтә һаҡлыҡ менән генә беләгенә һалып, ауыҙына ҡалаҡлап сөсө һөттө ҡойҙо. Ш. Янбаев. Барыбер кеше була алмам инде, йыйыр ризығым бөткәндер, күрәһең, — ти ул [Миңлеямал әбей], томан һарылған күҙҙәрен түшәмгә төбәп. М. Садиҡова. Ризыҡҡа яҙыу (яҙмау) нимәлер ашарға насип булыу. □ Выпадать на чью-л. долю. ■ [Муйылбикә — ҡыҙына:] Эйе, Алла бәрәкәтен биреп, .. ризыҡҡа ғына яҙһын инде, балам. һ. Дәүләтшина. [Баҙарҙа] тауыҡ эҙләп ары һуғылдым, бире һуғылдым — юҡ ҡына бит, әй, эҙләгәнем. Вәт һин ағай, мин әйтәм, ризыҡҡа яҙманымы икән ни? В. Исхаҡов. Ризыҡ ҡушыу нимәлер эшләргә яҙыу. □ По велению судьбы. ■ Ризыҡ ҡушҡас, алты йыл йөрөп һуғышта, иҫән-аман ҡайттым ауылға. Экспедиция материалдарынан. Ризыҡ сәселеү кемгәлер яҙған ризыҡ төрлө ергә таралыу (ситтә йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә; йәнәһе, уны
280