РИКОШЕТ
ризыгы тарта). □ Бродить в поисках еды, предназначенной Всевышним. ■ [Рәхимә:] Ризығы ситкә сәселгәс, йөрөгәндер шул инде. Ҡайҙа ни ашарға .. Хоҙай маңлайына яҙған булһа, бәндә шунда бит. Һ. Дәүләтшина. Ризыҡ тартыу (йәки ташлау, яҙыу) кешене үҙенә яҙған ризығы йөрөтөү. □ От судьбы не уйти. доел. Пища, еда притягивает. ■ Ризыҡ яҙған ергә ирҙәр бара, тарихтарға һыймаҫ дан ҡала. Халыҡ йырынан. Егеттәрҙе әрмегә оҙатҡанда икмәк тешләтеп ҡалалар, ризығы тартып торһон өсөн. Экспедиция материалдарынан. Ризыҡ тартҡас, уйламаған ергә лә барып сығаһың бит ул, бына килеп сыҡтыҡ әле, — тине Нурый, уҙе вокзал баҫҡысы янында тәмәке тартҡан Билалдарға ҡараны. А. Таһиров.
РИЗЫҠЛАНДЫРЫУ (ризыҡ л ан д ыр-) (Р.: кормить, питать; И.: nourish; T.: yedirmek) ҡ.
1. Ризыҡлы, аҙыҡлы итеү; ризыҡ биреү. □ Кормить, питать. ■ һин беҙҙе ризыҡландыр. Ризығыбыҙ — икмәк-нандыр, ҡатыҡ, һөт, май һәм балдыр, яу, яу, ямғыр, яу, ямғыр! Ш. Бабич.
2. Ашатыу, эсереү, туҡландырыу. □ Питать кого, кормить кого. Баланы ризыҡ-ландырыу. Ризыҡландырып алыу. ■ Ерҙе бөтә йән эйәһен ризыҡландырған әсә тип ҡарайҙар. Ә. Вәли.
РИЗЫҠЛАНЫУ (ризыҡлан ) (Р: питаться; И.: eat; T.: beslenmek) ҡ.
1. Ашау, эсеү, туҡланыу. □ Питаться, кормиться, кушать. Ит менән ризыҡланыу. Кеше ваҡытында тамаҡ туйҙырмаһа, йә тәулегенә бер генә ризыҡланып йөрөһә, хәлһеҙләнә, сирләй башлай. ■ Иртәнән бирле ризыҡланғаны булмаһа ла, Ҡыуандыҡ ашауын онотҡайны. Ә. Хәкимов. [Әмә-шә менән Алмас] балыҡ ҡурҙағы менән ризыҡланырға ғына ултырғайнылар, биш-алты егет эйәртеп, әлеге Бәхтейәр килеп етте. Б. Рафиҡов. Әнуәр, алдындағыларҙы куҙ асып йомған арала юҡ итер дәрәжәлә асыҡҡан булһа ла, ташланып, ҡабаланып барманы, тартынып ҡына, саманы белеп кенә ризыҡланды. Ғ. Лоҡманов.
2. Ризыҡлы, аҙыҡлы булыу; ризыҡ инеү, ҡулға төшөү. □ Раздобыть пищу. ■ Уралсылар кейек аулағандар, бит улар ҙа һәнәр белгәндәр, малдар эйәләтеп, ризыҡланып, уҙҙәренсә йәшәй биргәндәр. Б. Вә-лид.
3. Тамаҡ туйҙырып көн итеү, йәшәү. □ Питаться. ■ Фронтта көнө юҡ, төнө юҡ, иң көсөргәнешле ҡыйралыш ҡыҙа барғанда, бында ташландыҡ баҡсаларҙа ҡаҙынып та, былай ҙа интеккән халыҡтан теләнеп ризыҡланып, урмандарҙа ҡасып-боҫоп йоро инде! Д. Исламов. [Ат — егеткә:] Һин алырға барған алма тирәләй алты башлы аждаһа ята. Бына шул аждаһаның ауыҙына алмалар бешеп төшөп тора, ул шуның менән ризыҡланып ята. Әкиәттән.
РИЗЫҠ-НӘФӘҠӘ [ғәр. Jjj] (Р: продукты; И.: victuals; T.: yiyecek maddeleri) и. йыйн. иҫк.
Ашар аҙыҡ, аҙыҡ-түлек. □ Продукты. Ризыҡ-нәфәкәһен тейәп килгән. ■ Сәмиғулла уҙҙәренә эҫенеп алған ҡунаҡтарын, мөмкин тиклем өҫ-аяҡтарын бөтәйтеп, аҙна-ун көнгә етерлек ризыҡ-нәфәҡәләрен төйнәшеп, изге йәндәргә хәйерле юл теләп, ҡара урмандар аша байтаҡ ара оҙатыша ҡалды. Ғ. Хөсәйенов.
РИЗЫҠ ТЕЛӘҮ и. ҡар. аш көҫәү. Ауырлы ҡатындың ризыҡ теләуе.
РИЗЫҠ ТӘМЛӘҮ (Р: обычай пробования пищи; И.: taste food; T: yemeğin tadına bakmak) и. этн.
Табында һәр ризыҡты ашап ҡарау йолаһы. □ Обычай пробования пищи. ■ Өҫтәлдәге һәр ризыҡты тәмләу йолаһы бар, тәмләмәһәң,ризыҡмәхрум ҡала. Экспедиция материалдарынан.
РИКОШЕТ [рус. < фр. ricochet] (Р: рикошет; И.: rebound; ricochet; T: sekme) и.
Ниндәйҙер ҡаты нәмәнең, берәй яҫылыҡҡа тейеп, ҡаҡлыҡҡандан һуң ҙур булмаған мөйөш яһап осоуы. □ Рикошет. Рикошет биреп осоу. ■ Уларҙың [һыбайлыларҙың] бер пуляһы Йомран алдындараҡ ташҡа тейеп рикошет яһаны. А. Таһиров. Броняланған булып сыҡты ул вышкалар, пулялар рикошет бирә, —
281