РИТОРИК
2. Бәләкәй китап; брошюра. □ Брошюра. Рисәлә сығарыу. Рисәлә баҫтырыу.
РИТМ [рус. < гр. rhythmos] (Р.: ритм; И.: rythm; T.: ritim) и.
1. Хәрәкәттең, өн-тауыштың тигеҙ аралыҡта, билдәле тәртиптә сиратлашыуы. □ Ритм. / Ритмический. Йөрәк ритмы. Йыр ритмы. Шиғыр ритмы. ■ Әгәр бейей торған урын ҡаты йәки ташлы булһа, Назифтың ритмға туҡ-туҡ-туҡ-туҡ иткән аяҡ тауышы тирә-яҡҡа яңғырап тора. И. Абдуллин. Бер нисә минуттан генератор яңынан тигеҙ ритм менән әйләнә башланы. Н. Мусин. Тигеҙ ритм менән эшләу се тракторҙар, яҡты уттар менән тон ҡараңғылығын йыртып, ер һөрәләр. Д. Исламов.
2. Ниҙеңдер бер ыңғай, бер тиҙлек менән барышы. □ Ритм. Хеҙмәт ритмы. Эштә ритм һаҡлау. ■ Көньяҡ йунәлештә яҙ буйы фронт һыҙығы хәрәкәтһеҙ тороуға ҡарамаҫтан, осоу кунекмәләре ҡатмарлана, пилоттар һәм һауа стрелоктары көндән-көн етдиләнә, ғөмумән, полк тормошоноң ритмы уҙгәрә төштө. А. Мағазов. Ҡала уҙенең тормошо, уҙ ритмы, уҙ ҡануны менән йәшәй бирә. Т. Сәғитов. Көн һайын алмашынып торған тәбиғәт биҙәктәренә, әллә нисә төргә әйләнгән сәскәле туғай-болондарға кунеккән Таһир Кусимовҡа кешенең барлыҡ ихтыяждарын ауыҙлыҡлап тотоп торған, көн һайын бер ук ритмда башҡарылған бер төрлө штаб эше оҡшамай, эсен бошора, инициативаһын бығаулай. Р. Өмөтбаев.
РИТМИК (Р: ритмический; И.: rythmic; T.: ritmik) с.
1. Билдәле бер ритмда барған, ритмға буйһонған. □ Ритмический. Ритмик баҫым. Ритмик берәмек. Ритмик тауыш. Романдың ритмик төҙөлөшө. ■ Бейеу көйҙәренең ритмик көсө хатта аҡ һаҡаллы ҡарттарҙың да йөрәген елкетә. Б. Бикбай. Кеше диңгеҙ шаулау ын һәм уның ритмик тулҡынланыуын, кук кукрәуен һәм ташыу ташыуын, гөрләуектәр гөрөлдәуен .. моң — музыка — йыр аша бирергә өйрәнгән. И. Абдуллин.
2. Ритмикаға мөнәсәбәтле. □ Ритмический. Ритмик гимнастика.
РИТМИКА [рус. < гр. rhythmos ‘хәрәкәт тәртибе’] (Р: ритмика; И.: rythmics; T.: ritim) и.
1. Ритмдар системаһы һәм уға хас тәбиғәт. □ Ритмика. / Ритмический. Шиғыр ритмикаһы. М Ритмикаһының тигеҙ улсәуле һәм шыма булыуы, юлдар рифма-лашыуының мәжбури һәм ныҡлы ҡағиҙәгә нигеҙләнеуе ҡобайырҙың уҡылыу, әйтелеу еңеллеген тәьмин итә. Ә. Харисов.
2. Шиғырҙағы, музыкалағы, бейеүҙәге ритм тураһындағы белем. □ Ритмика. Ритмика уҡытыусыһы.
3. Ритмды тойоу һәләтлеге тәрбиәләй торған физик күнекмәләр системаһы.
□ Ритмика. Ритмика дәресе. Ритмикаға өйрәтеу. ■ Унда [студияла] буласаҡ артистарҙы кубеһенсә ритмика, бейеу, акробатика менән шөғөлләндерәләр. Уҡыусылар, ритмика дәресендәге һымаҡ, вальс көйөнә әйләнә башланы, Ринат Наилдың тәҙрә эргәһендә нимә эшләргә белмәгән һымаҡ тороуына иғтибар итте. Р. Байбулатов.
РИТМИК БЕЙЕҮ (Р: ритмический танец; И.: rhythmic dance; T.: ritimli dans) и.
Бейеүҙең башҡа элементтарға ҡарағанда ритм өҫтөнлөк иткән төрө. □ Ритмический танец. Ритмик бейеу менән шөғөлләнеу.
РИТМЛЫ (Р: ритмичный, ритмический; И.: rythmical; T.: ritimli) с.
1. Бер ритмға ҡоролған. □ Ритмичный, ритмический. Ритмлы тирбәлеш. Ритмлы хәрәкәт. Ритмлы шиғыр. И Шулай уйлап, дошманды көткәндә, Рәмиҙең көсөргәнеуҙән тағы ла нығыраҡ һиҙгерләнгән ҡолағына ҡыштыр-ҡыштыр иткән ритмлы тауыштар ишетелде. X. Мохтар.
2. Бер ыңғайға, бер яйға һалынған; көйлө.
□ Ритмичный. Ритмлы эш. Ритмлы тормош.
РИТОРИЗМ [рус.] (Р: риторизм; И.: oratory, eloquence; T.: belâgat) и. кит.
Телмәрҙәге самаһыҙ күтәренкелек, ҡабартылған һүҙҙәр ҡулланыу күренеше.
□ Риторизм. Риторизм менән яҙыу.
РИТОРИК (Р: риторический; И.: oratorical; T.: belâgat) с.
1. Риторика ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән.
□ Риторический. ■ Нәфис һуҙ һөйләу,рито
283